Яйыҡ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2022, 16:15

Күңел йылыһын - балаларға

Учалы ауылындағы 72-се балалар баҡсаһында ла оло йөрәкле, үҙ һөнәрен яуаплылыҡ менән башҡарыусы тәрбиәселәр эшләй. Һәр ата-әсә сабыйын балалар баҡсаһына етәкләп алып килгәндә, балаһының эргәһендә бәләкәстәрҙең эске донъяһын тойомларға һәләтле, тәрән аҡыллы, сабыр, йомарт күңелле тәрбиәсене күрергә теләй.

Күңел йылыһын - балаларға
Күңел йылыһын - балаларға

Тәрбиәсе һөнәрен күптәр бик еңел, ябай эш тип күҙ алдына килтерә. Балалар менән уйнап-көлөп көндәре үтә, ти хатта ҡайһы берәүҙәр. Тәрбиәсе эше ситтән ҡарағанда ғына шулай еңел, бер көс түкмәй башҡарылған кеүек ул. Ҡайһы бер ата-әсәләр бер баланы тыңлата алмай, ә бында бер үҙенә - 20-25 бала! Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын тәрбиәселәр үҙҙәре генә беләлер.
Учалы ауылындағы 72-се балалар баҡсаһында ла оло йөрәкле, үҙ һөнәрен яуаплылыҡ менән башҡарыусы тәрбиәселәр эшләй. Һәр ата-әсә сабыйын балалар баҡсаһына етәкләп алып килгәндә, балаһының эргәһендә бәләкәстәрҙең эске донъяһын тойомларға һәләтле, тәрән аҡыллы, сабыр, йомарт күңелле тәрбиәсене күрергә теләй.
Балалар баҡсаһы 1959 йылда төҙөлгән. Ике корпустан тора - береһе Учалы, икенсеһе - Өргөн ауылында. Бында барлығы 80 бала тәрбиәләнә.
- Коллектив, педагогик состав бик тәжрибәле, тәрбиәселәрҙең һәр береһе үҙ һөнәренең ысын профессионалы тип әйтһәң дә була. Баҡсала үҙ эшен яратҡан 7 тәрбиәсе һәм музыкаль етәксе эшләй. Дүрт юғары квалификациялы тәрбиәсе - 33 йылдан ашыу ошо баҡсала хеҙмәт итеүсе Айгөл Әхмәтйәнова, Резеда Дауышева (20 йылдан ашыу), Әлмира Мусина (23 йыл), Алина Латипова һәм беренсе категориялы тәрбиәселәр - Әлфиә Шәғәлина, Алина Сәғитова, Зилә Ғәлләмова, музыкаль етәксе Эльвира Ғәләитдинова. Тәрбиәсе ярҙамсылары ла - Римма Сафина менән Гөлфирә Яруллина утыҙ йылдан ашыу ошо балалар баҡсаһында һайлаған һөнәрҙәренә тоғро булып хеҙмәт итәләр. Коллектив бик талантлы, балаларға белем нигеҙҙәрен һалып ҡына ҡалмайҙар, төрлө ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып уҙғаралар. Беҙҙең тәрбиәселәр шәхсән дә, балалар менән дә бик күп төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып тора. Фотоконкурс булһынмы, флешмоб, шиғырҙар бәйгеһе булһынмы, тәрбиәселәр балалар менән үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә, призлы урындарға лайыҡ булалар. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған, улар ҙа был сараларға актив ҡушыла, - тип бәйән итте балалар баҡсаһы мөдире Ғәлиә Ғалиб ҡыҙы Камалетдинова. - Ғөмүмән, беҙҙең балалар баҡсаһының маҡсаты - балаларҙы башҡорт халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм дә таҙа башҡортса һөйләшергә өйрәтеү. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тәрбиәселәребеҙ режим, режимдан тыш моменттарҙы, уйын ваҡыттарын, төрлө сараларҙы башҡортса ойоштора. Балалар баҡсаһында милли халыҡ байрамдарына, йолаларға ҙур роль бирелә, балалар уларҙы йылы ҡабул итә, улар аша балаларҙа туған телебеҙҙә аралашыу теләге уяна.
-Минең эшимәкәрлегемдең төп йүнәлеше - балалар баҡсаһында кескәйҙәргә башҡорт телен өйрәтеү, уны өйрәнеүгә ыңғай ҡараш тәрбиәләү. 2017 йылда "Тыуған тел" тип исемләнгән түңәрәк булдырҙыҡ, ә 2021 йылда дәртләнеп республиканың Мәғәриф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған “Иң яҡшы башҡорт балалар баҡсаһы” тигән конкурста ҡатнашырға йөрьәт итеп, "Башҡорт телен өйрәтеүсе иң яҡшы балалар баҡсаһы" исемлегенә индек, - ти тәрбиәсе Әлфиә Илгиз ҡыҙы.
Белеме буйынса Әлфиә Илгиз ҡыҙы - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлғандан һуң Озерный мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2008 йылда Орловка балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып күсә. 72-се балалар баҡсаһына 2017 йылда килә. Булмышы менән уҡытыусы булһа ла, балалар баҡсаһына эшкә күсеүенә тәрбиәсе үкенмәй.
Әйткәндәй, быйыл 72-се балалар баҡсаһы 2022 йылдың иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тип табылды һәм район хакимиәтенең дипломы менән билдәләнде. Ғәлиә Ғалиб ҡыҙы һүҙҙәренән, бында белем биреү һәм тәрбиәүи процесс тейешле кимәлгә ҡуйылған. Тәрбиәүи эш өсөн кәрәкле бөтә нәмә бар: матур музыка һәм физкультура залдары, уйын бүлмәһе йыһазландырылған. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең бурыстарын намыҫлы башҡара һәм балаларға тейешле белем бирергә, һәр балаға уңайлы, яҡшы булһын, улар балалар баҡсаһына көн һайын ашҡынып килһен өсөн тырыша.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: