Яйыҡ
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2022, 10:30

Уның тормош юлы үҙе өлгө

Ураҙ ауылында йәшәүсе Фәриҙә Фәсхитдин ҡыҙы Фәсхетдинова 1940 йылда бишенсе бала булып донъяға килә. Уның иркәләнеп, наҙланып, һөйөлөп үҫә торған матур бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Фәриҙә апайҙың бала сағы, йәшлек йылдарындағы хәтирәләре тырыш хеҙмәт менән бәйле. 4 класты тамамлағас, 13 йәшенән колхоз эшенә егелә.

Уның тормош юлы үҙе өлгө
Уның тормош юлы үҙе өлгө

Ураҙ ауылында йәшәүсе Фәриҙә Фәсхитдин ҡыҙы Фәсхетдинова 1940 йылда бишенсе бала булып донъяға килә. Уның иркәләнеп, наҙланып, һөйөлөп үҫә торған матур бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә.
Фәриҙә апайҙың бала сағы, йәшлек йылдарындағы хәтирәләре тырыш хеҙмәт менән бәйле. 4 класты тамамлағас, 13 йәшенән колхоз эшенә егелә. Ҡом тейәп юл эшләшә, фермала колхоз малына һалам бешерә, уға көрпә болғап, һутлы аҙыҡ әҙерләй, йәйен бесәнгә йөрөй, машина башында силос тапай, көҙгө урып-һуғыу эштәре башланғас, комбайн артындағы копнителдән һалам төшөрөп йөрөй, йә булмаһа, ололар менән бергә ырҙын табағында ҡайнай. Быҙау, башмаҡтар ҡарай. Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, һынмай-һығылмай, киреһенсә, сыныға ғына бара улар быуыны. Элек­ке­ләрҙе иҫ­­кә тө­шөргәс, бер аҙ моң­һоу­ла­нып, үткән­дәргә әйләнеп ҡайт­ты ул:
-Атайым фин һуғышында ғәрип булып ҡайтты, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып колхозда төрлө эштәр башҡарҙы. Сана, арба, тәгәрмәстәр эшләй, төҙөлөш эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша ине, - тип хәтер йомғағын һүтә Фәриҙә әбей.
19 йәшенән һауынсы булып китә Фәриҙә Фәсхитдин ҡыҙы. Был эштә 35 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. 1964 йылда шофер булып хеҙмәт иткән Ирмит Мөхәмәт улы менән танышып, матур тормош ҡоралар. Дүрт балаға ғүмер биреп, үҫтереп, аяҡҡа баҫтыралар. Илшат улдары Нефтеюганск ҡалаһында йәшәй, тормош иптәше Гүзәл менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Илгиз улдары Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайта. Ләкин һуғышта алған яраларҙан яфаланып, 37 йәшендә мәрхүм була. Әсәй кеше өсөн иң ҙур ҡайғы... Айһылыу ҡыҙҙары ла тормошта, тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Ике балаға ғүмер биргәндәр. Кесе улдары Айнур Өфө дәүләт медицина институтын тамамлап, үҙәк ҡала дауаханаһында анестезиолог вазифаһын башҡара. Ҡатыны Динара менән ике ул үҫтерәләр.
Тормош иптәше менән утыҙ ғына йыл бергә йәшәп ҡалалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ирмит Мөхәммәт улы 53 йәшендә вафат була. Ярай әле эргәһендә тормоштоң әсе-сөсөһен татыған, үҙҙәре менән бергә йәшәгән ҡәйнәһе була. Бер ҡыйыҡ аҫтында утыҙ алты йыл бергә ғүмер итәләр улар.
-Балаларҙың барыһы ла һөйөндөрә, изгелеклеләр. Хоҙай уларға татыу ғаилә тормошо, тәүфиҡ, иман бирһен, үҙ балаҡайҙарын үҙҙәре тәрбиәләп, бәхетле ата-әсә булһындар, тип ары баҫһам да, бире баҫһам да изге теләктәр генә теләп ултырам. Тик бабайым менән Илгиз улым ғына иртәрәк донъя ҡуйҙы шул, - тип ауыр һулап, тормош юлдашы менән улын иҫкә алды.
-Беҙҙе ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙе, ярҙамынан ташламаны, бәхетле бала сағыбыҙ өсөн ата-әсәйебеҙгә мең рәхмәтлебеҙ, - ти балалары.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул китап уҡырға ярата, йыл һайын бер нисә дана милли матбуғатҡа яҙыла. Үҙе лә шиғырҙар яҙа. 2019 йылда үҙнәшер менән “Балаҡайҙарыма” тип исемләнгән китап та сығарған.
Эйе, Фәриҙә Фәсхитдин ҡыҙының ҡартлығы бәхетле, нурлы йөҙөндә бәхет сатҡыһы балҡый. Күңел ғазаптарын эскә йомоп, йылмайырға көс табып, яҡындарының ихтирамында, һөйөүендә, үҙе лә бар хәленсә уларға ярҙамлашып йәшәй 82 йәшен тул­тырған әсәй-өләсәй. Ошо бәхете өҙөлмәй, шатланып, ауырымай-һыҙланмай оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һуғыш балаһы Фәриҙә апайға!

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: