Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2022, 11:05

Абруйлы һөнәр эйәһе

Резеда Хәйритдин ҡыҙы ҡыҙы Рысай ауылында тыуып үҫә. Мәктәптә уҡыған сағынан уҡ актив, һәләтле була ул. Яҡшы уҡый. Бигерәк тә рус теле һәм әҙәбиәтен ярата. Пионервожатый, комсорг була, спорт, туризм менән шөғөлләнә, тиҫтерҙәрен йыйып спектаклдәр ҡуйырға әүәҫ була. Балаларға белем биреү хыялы мәктәптән үк килә.

Абруйлы һөнәр эйәһе
Абруйлы һөнәр эйәһе

Уҡытыусы һөнәре борон-борондан изгеләрҙән һаналған. Бөгөн мәктәптәребеҙҙә тырыш, талапсан, үҙ эшенә етди ҡараған уҡытыусыларыбыҙ етерлек. Шундайҙарҙың береһе 1-се Башҡорт лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Резеда Хәйритдин ҡыҙы Аллаярова.
Күптәр районыбыҙ данын күтәргән, уҡыусыларын юғары уңыштарға көйләй белгән, үтә талапсан, ғәҙел белгес булараҡ беләләр уны.
Резеда Хәйритдин ҡыҙы ҡыҙы Рысай ауылында тыуып үҫә. Мәктәптә уҡыған сағынан уҡ актив, һәләтле була ул. Яҡшы уҡый. Бигерәк тә рус теле һәм әҙәбиәтен ярата. Пионервожатый, комсорг була, спорт, туризм менән шөғөлләнә, тиҫтерҙәрен йыйып спектаклдәр ҡуйырға әүәҫ була. Балаларға белем биреү хыялы мәктәптән үк килә.
-Остаздарым да йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Һәр ваҡыт беҙҙе аңлап, төплө кәңәштәрен бирҙеләр. Ата-әсәйем дә талапсан булды. Уларға сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти Резеда Аллаярова.
Гуманитар фәндәргә һәләте булған ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, Бирск дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға керә һәм уны уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын Межозерный балалар баҡсаһында башлай. 1999 йылдан алып Башҡорт лицейында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын дауам итә.
Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә лә ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләр бар. Уҡытыусы эшенең һөҙөмтәһе, тәү сиратта, уҡыусыларҙың уңыштарында сағыла. 30 йылдан ашыу эш стажы эсендә Резеда Хәйретдин ҡыҙы төрлө кимәлдәрҙәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа бихисап еңеүсе әҙерләгән. 2018 йылдағы сығарылыш уҡыусыларының 14-е Берҙәм дәүләт имтиханын юғары балға тапшырған.
-Уҡыусыларым мәктәп, район, республика кимәлендәге ярыш, конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнаша һәм һынатмай. - Резеда Хәйретдин ҡыҙы уҡыусылары тураһында шундай илһамланып һәм ғорурланып һөйләй, хатта уның йөҙөнән нур бөркөлә, ә һүҙҙәрендә уларға ҡарата ихлас һөйөү сағыла.
-Исем өсөн генә эшләмәйем, тәү сиратта һөҙөмтә талап итәм. Уҡыусыларымдың уңышы - минең өсөн иң юғары баһа, - ти ул. Уҡытыусы һөнәре бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк. Яһалмалыҡ менән күңелдәренә асҡыс яратып булмай. Уҡыусыны үҙгәртергә, буйһондорорға тырышырға ярамай, ә уның ышанысын яулап, күңеленә асҡыс таба белеү, үҙ-үҙең булып ҡалыу мөһим. Бала бит һәр ваҡыт наҙға, яҡшы һүҙгә мохтаж. Мәктәп тормошона аяҡ баҫҡан бәләкәс кешегә ышаныслы дуҫ, кәңәшсе, асыҡ йөҙ, ихлас йылмайыу кәрәк, - тип иҫәпләй, - Резеда Хәйретдин ҡыҙы.
-Минең уйлауымса, бәхетле булыуҙың төп серҙәренең береһе - ул яратҡан эшеңдең булыуы. Һөнәреңде ысын күңелдән яратһаң, иртән тороуы ла ҡыйын түгел хатта, сөнки эш урынына ашҡынып бараһың!
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап, ошо еңел булмаған ваҡытта берҙәм, бергә булыуҙарын теләйем. Уңыштар, яҡшы кәйеф, ауырлыҡтарҙы еңә белеү һәм изгелектәр юлдаш булһын. Уҡытыусыларға түҙемлек һәм үҙ эшенең оҫтаһы булыуҙарын теләп ҡалам, - тине әңгәмәсем.
Резеда Хәйретдин ҡыҙы ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше менән татыу ғүмер кисерәләр. Улдары хәҙер инде үҙҙәре ғаиләле. Ике ейәне, ике ейәнсәре бар.
- Һәр йыл миҙгеленең матурлығын балаларға ла күрергә ярҙам итәм. Уҡыусыларым менән ҡайҙарҙа ғына походтарҙа булманыҡ - Салауат Юлаевтың тыуған ерендә, Өфө, Магнитогорск, Мейәс, Санкт-Петербург, Ғәҙелша шарлауығы, Арҡайым һәм башҡа. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында булыу, төрлө яңы ерҙәр күреү, саф һауа һулау, йәйәү йөрөү бала күңелендә ыңғай һәм шатлыҡлы хистәр уята, йәш организмды сыныҡтыра һәм нығыта, - ти педагог.
Хеҙмәттәштәре лә Резеда Хәйретдин ҡыҙын яҡшы яҡтан ғына баһалай.
- Уның өсөн эштең ауыры, еңеле юҡ. Һәр нәмәгә етди һәм ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Уҡыусылары дәресенә ҙур теләк менән йөрөй. Резеда Хәйретдин ҡыҙы - коллективта хөрмәт ҡаҙанған кеше. Үҙе итәғәтле, баҫалҡы, һәр һүҙҙе уйлап һөйләй, - ти коллегалары.
Вилиә ЯНБАЕВА.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: