Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2022, 15:40

Бала күңеленең белгесе

Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Хәҙерге уҡытыусылар һәр уҡыусыһында шәхесте күрергә һәм тәрбиәләргә тейеш. Тап ошо сифаттарға таянып, йәғни һәр бала күңеленә асҡыс табып, уҡыусыларын хөрмәт итеп белем донъяһына әйҙәй Илсе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Идиә Хажиәхмәтова.

Бала күңеленең белгесе
Бала күңеленең белгесе

“Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, хөрмәтле кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.

Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Хәҙерге уҡытыусылар һәр уҡыусыһында шәхесте күрергә һәм тәрбиәләргә тейеш. Тап ошо сифаттарға таянып, йәғни һәр бала күңеленә асҡыс табып, уҡыусыларын хөрмәт итеп белем донъяһына әйҙәй Илсе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Идиә Хажиәхмәтова.

Өс тиҫтә йыл элек яҙмышын мәктәп һәм балалар менән бәйләгән Идиә Рамаҙан ҡыҙы мәктәп коллективында ғына түгел, ата-әсәләр һәм ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған тәжрибәле уҡытыусы һанала. Уның дәрес алымдары төрлөлөгө, заманға ҡулайлашытырылыуы менән айырылып тора. Тел мәсьәләһе айырыуса актуаль булыуын күҙ уңында тотоп, Идиә Рамаҙан ҡыҙы һәр дәресте үҙенсәлекле итергә, балаларҙа башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләргә тырыша, ижади алымдар файҙалана.

- Мәктәптә яҡшы уҡыным. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, немец теле дәрестәрен айырыуса яраттым. Инша яҙыу оҡшай торғайны. Немец теленән уҡытыусым Роза Рафаэль ҡыҙы миңә сит телдәр буйынса артабан белемемде камиллаштырырға, юғары уҡыу йортона инергә тәҡдим итте. Тик мин тел дәрестәренән тыш, тегенергә лә ярата инем. Шуға күрә артабан тормошомда кәрәк булыр тип, тегенсе һөнәренә уҡырға керҙем. Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатындағы тегеү цехында хеҙмәт юлымды башланым. Күпмелер ваҡыттан ғаиләм менән кире Илсе ауылына күсеп ҡайтҡас, ул ваҡыттағы мәктәп директоры Әлим Барый улы Зарипов мине хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырҙы. Шулай итеп мәктәптә хеҙмәт итә башланым. Сибай педагогия училищеһында хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерҙем, - тип хәтерләй мәктәптә эш башлаған йылдарын уҡытыусы.

Тырыш, эшһөйәр, балалар менән тиҙ арала уртаҡ тел таба белгән мөғәллимгә тиҙҙән мәктәп китапханаһы эшен дә ышанып тапшыралар. Идиә Рамаҙан ҡыҙы был даирәлә лә һынатмай. Уҡыусылар менән төрлө конкурстар, күргәҙмәләр, ижади викториналар уҙғарып китапхана эшен йәнләндереп ебәрә.

Телгенәм – бергенәм, тип янып йәшәгән белгескә тиҙҙән мәктәп администрацияһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һөнәрен камиллаштырырға тәҡдим итә. Шулай итеп Идиә Хажиәхмәтова БДУ-ның Сибай ҡалаһындағы филиалында ла белем алырға өлгөрә. Бына инде ун ике йыл уҡытыусы Илсе урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара (китапхана эше һәм хеҙмәт дәрестәренән тыш). Уның уҡыусылары төрлө конкурс-ярыштарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып даими рәүештә алдынғы урындар яулайҙар. Мәҫәлән, Идиә Рамаҙан ҡыҙының уҡыусыһы Милена Бурмистрова өс йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаларында I урынға лайыҡ була. 2018 йылда, хатта Ҡазан ҡалаһында уҙған туған телдәр буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ла ҡатнашалар.

Тағы ла бер уҡыусыһы Нәркәс Фәттәхова башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса шулай уҡ район, республика күләмендә яҡшы һөҙөмтәләр менән Илсе мәктәбенең яҡшы данын тирә-яҡҡа тарата.

Бынан тыш, уҡытыусы уҡыусылары менән хеҙмәт дәрестәре буйынса биҙәү-ҡулланма эштәре буйынса ярыштарҙа ла ҡатнашырға өлгөрә һәм гелән призлы урындар яулай.

- Миңә балалар менән эшләү бик оҡшай. Уларҙың саф күңелдәренә тик яҡшылыҡ, изгелек орлоҡтары ғына сәсергә тырышам. Балаларҙы мин генә уҡытмайым, уларҙан да мин күп нәмәгә өйрәнәм, һәр береһен шәхес булараҡ ихтирам итәм, - тип бәйән итте беҙгә Идиә Рамаҙан ҡыҙы.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, Илсе мәктәбе “Яйыҡ” гәзите менән күптән тоғро дуҫтарға, сөнки Идиә Хажиәхмәтова уҡыусыларының ижади яҙмаларын даими рәүештә яҙма матбуғатҡа тәҡдим итеүҙе ғәҙәткә индергән. Балаларҙың бәләкәй генә уңыштарын да ҙурлап, уларҙы хуплап, дәртләндереп, ҡанат ҡуйып торғанғалыр, балалар уҡытыусыларына тартыла, башҡорт телен, әҙәбиәтен теләп, күңел биреп өйрәнә. Тимәк, беҙ ҙур ышаныс менән Идиә Рамаҙан ҡыҙы Хажиәхмәтованы бала күңеленең белгесе тип әйтә алабыҙ.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: