Яйыҡ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2022, 15:55

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, егеттәр!

Рәсәй Президенты илебеҙҙә иғлан иткән өлөшләтә мобилизацияға ярашлы, беҙҙең ҡала-районыбыҙҙа ла бихисап ир-егеттәребеҙ хәрби күнекмәләр үтеү өсөн Татарстандың Ҡазан ҡалаһы янындағы хәрби полигонға оҙатылды.

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, егеттәр!
Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, егеттәр!

Рәсәй Президенты илебеҙҙә иғлан иткән өлөшләтә мобилизацияға ярашлы, беҙҙең ҡала-районыбыҙҙа ла бихисап ир-егеттәребеҙ хәрби күнекмәләр үтеү өсөн Татарстандың Ҡазан ҡалаһы янындағы хәрби полигонға оҙатылды.

Әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙән ишетеп, хәрби комиссариат биргән кәңәштәрҙе күҙ уңында тотоп, мобилизацияланыусыларҙың һәр береһе оҙайлы сәфәргә кәрәк-яраҡ тупланы. Сумка-рюкзак, дарыуҙар, төймәле телефон, эске йылы кейем, гигиена саралары, аяҡ кейеме, ойоҡбаштар, бирсәткәләр, бер тәүлеккә етерлек аҙыҡ һәм башҡа әллә күпме кәрәк-яраҡ йыйырға тура килде егеттәребеҙгә. Әлбиттә, көтөлмәгән был сығымдар ғаилә бюджетын да ярайһы уҡ йоҡартты.

Әле Ҡазан ҡалаһында хәрби күнекмәләр үтеп йөрөгән яҡташтарыбыҙҙан ишетеүебеҙсә, полигонда ашатыу яҡшы, хәрби форма ла биргәндәр икән. Шулай ҙа йәй осоро түгел бит, көндәр һалҡынайҙы, кемдер ниндәйҙер әйберҙәрҙе алып еткермәгән йәки мөмкинлеге булмағандыр. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп һәм учалыларға ярҙам итеү, улар хаҡында хәстәрлек күреү маҡсатында район хакимиәте Ҡазанға посылкалар оҙатырға ҡарар итте.

Үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов учалыларға былай тип мөрәжәғәт итте: “Хөрмәтле яҡташтар, мобилизацияланған егеттәрҙең яҡындары, дуҫтары! Беҙ ошо арала Ҡазанға юлланырға ниәтләйбеҙ. Егеттәрҙең үтенесе буйынса йылы резина итектәр, төрлө көнкүреш кәрәк-яраҡтары алып барасаҡбыҙ. Яҡындары уларға посылка ебәрә ала. Тик итектәр һалмағыҙ, беҙ уларҙы һәр егеткә үҙебеҙ әҙерләгәнбеҙ. Теләгендә булғандар ҙа был мәрхәмәтле эшкә ҡушыла ала. Посылкалар 4 октябрь көнө төшкө сәғәт 12-гә тиклем ҡабул ителә, туплау урыны – “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлексәһе (Ветерандар йорто). Адресы: Ленин урамы, 6-сы Б йорт”.

Был хәбәрҙе ишетеү менән беҙ, Учалы мәғлүмәт үҙәге – “Яйыҡ” һәм “Учалинская газета” баҫмалары хеҙмәткәрҙәре, мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға ҡарар иттек. Егеттәребеҙҙе йылы кейем, итектәр менән тәьмин итеүҙәрен күҙ уңында тотоп, беҙ уларға ҡуйыртылған һөт, сәй, кофе, тәмәке, керәндил, кәнфит, шәкәр һалдыҡ. Посылкаларыбыҙға яҡташтарыбыҙ иҫән-һау тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһын  тигән изге теләктәребеҙҙе теләй-теләй 10 ҡумтаға тултырҙыҡ. Кем тәмәке тартмай, кәрәк әйберенә алыштырып та алыр, тигәндән сығып эш иттек. Ә тәмлекәсте һәр кем ярата инде, хәлебеҙҙән килгәнсә батырҙарыбыҙға ярҙам итергә, күңелдәрен күрергә тырыштыҡ.

Район хакимиәте уҙған шәмбе мобилизацияланған егеттәребеҙгә йылытылған резина итектәр оҙатты ла инде. Посылка 17 йәшниккә һыйҙырышлы килеп сыҡҡан. Был мөһим йөктө Ҡазанға алып барыу бурысын Петр Иванович Ионов атлы уҙаман үҙ иңенә алды. Ә ҡалған күстәнәстәрҙе шаршамбы көнө оҙаттылар.

Бынан тыш, өс егетебеҙ ситтә, Ҡазан-экспо полигонында, күнекмәләр үтә икән. Улар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Сығышы менән Учалы районынан, әле Татарстанда йәшәүсе Эмиль Вилданов егеттәргә тейешле посылкаларҙы алып барып еткергән тип ишеттек. Афарин! Ошондай ваҡытта яҡташтарыбыҙҙың берҙәм һәм ихлас булыуҙары айырыуса һөйөнөслө.

Ветерандар йорто – посылкаларҙы ҡабул итеү пункты райондаштарыбыҙҙан 500 самаһы посылка ҡабул итте.

Был мәрхәмәтлек акцияһында мобилизацияланған егеттәрҙең яҡындары һәм туғандары ғына түгел, предприятие-ойошмалар, битараф булмаған яҡташтарыбыҙ ҙа ихлас ҡатнашты. Хатта бер феләк бал килтереүсе лә табылды. Илебеҙҙәге хәлгә береһе лә битараф түгел шул. Тик берҙәм булғанда ғына беҙ көслөбөҙ. Учалылар быны бик яҡшы аңлай.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: