Яйыҡ
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2022, 11:15

Дөйәғоштар, тауистар - үҙебеҙҙә!

Дөйәғош, пони, тауис… Беҙҙең яҡ өсөн хас булмаған йән эйәләренең үҙенсәлекле ҡыланышын оҙаҡ тамаша ҡылдыҡ. Юҡ, ҡайҙалыр йылы яҡта түгел, ә үҙебеҙҙең районыбыҙҙа.Мансур ауылының бер яҡ осонда кәртәләп алынған ҙур булмаған ғына хужалыҡ. Ҡойма аша дөйәғоштарҙың байтаҡ икәнлеген әллә ҡайҙан шәйләргә була. Йылы яҡ ҡунаҡтарына көҙгө һыуыҡ та бер ни түгел: үҙҙәрен иркен тоталар, ирәүәнләп аҙыҡ ашайҙар.

Дөйәғоштар, тауистар - үҙебеҙҙә!
Дөйәғоштар, тауистар - үҙебеҙҙә!

Дөйәғош, пони, тауис… Беҙҙең яҡ өсөн хас булмаған йән эйәләренең үҙенсәлекле ҡыланышын оҙаҡ тамаша ҡылдыҡ. Юҡ, ҡайҙалыр йылы яҡта түгел, ә үҙебеҙҙең районыбыҙҙа.
Мансур ауылының бер яҡ осонда кәртәләп алынған ҙур булмаған ғына хужалыҡ. Ҡойма аша дөйәғоштарҙың байтаҡ икәнлеген әллә ҡайҙан шәйләргә була. Йылы яҡ ҡунаҡтарына көҙгө һыуыҡ та бер ни түгел: үҙҙәрен иркен тоталар, ирәүәнләп аҙыҡ ашайҙар. Ә инде ферма етәкселәре Вилиә һәм Марсель Әхмәҙиевтар менән яҡындан танышҡас, бер аҙ аптырап та ҡуйҙыҡ, сөнки беҙҙең яҡ өсөн ят тойолған, тәүәккәллек талап иткән кәсеп менән ярайһы донъя күргән кеше шөғөлләнәлер тип уйлағайныҡ.
Ғөмүмән, ауылда нимә менән шөғөлләнергә мөмкин? Дәртле һәм егәрле кешеләр ауылда эш юҡ, тип зарланмай, хыялдарҙың иң ҡыйыуын да тормошҡа ашырыу юлын таба. Мансур ауылы йүнселдәре шундай тәүәккәлдәр иҫәбенән. Уларҙың «Ҡошсоҡ" ("Птичка») тип аталған фермаһы районыбыҙҙа йәшәгән экзотика һөйөүселәрҙе, балаларҙы йәлеп итә. Дөйәғоштар, тауистар, экзотик хайуандар аҫрау тәжрибәһе районыбыҙ өсөн яңылыҡ түгел, әммә ошо йүнәлештә хужалыҡ асыу - тәүге аҙым.
Вилиә - Мансур ауылында, Марсель Илинкала тыуып үҫә. Башҡа төбәктәрҙә ошондай үҙенсәлекле фермалар күреп, ғәжәп итәләр һәм үҙ эшен асырға хыялланған йәштәрҙә сәм, дәрт уяна. Улар ҙа бит ошо эш менән шөғөлләнә ала. Әхмәҙиевтар был планды өйрәнеп, етди ҡарарға килә: атай-әсәйҙәре лә йәштәрҙең изге ниәтен хуплай. Йөрьәт иткәнгә эш ҡарышамы ни?! 2 гектар майҙан ер алып, уны тейешлесә йыһаз­ландыралар, ҡуралар төҙөйҙәр. Ана шулай барлыҡҡа килә “Ҡошсоҡ" фермаһы.
-Экзотик ҡош-ҡортто, йәнлектәрҙе Силәбенән, Өфөнән, башҡа төбәктәрҙән һатып алдыҡ. Мәҫәлән, бер дөйәғоштоң хаҡы - 100 мең һум, эму дөйәғошо - 50 мең һумдан башлап. Улар беҙҙә бер ҡыш ҡышланылар ҙа инде. Һыуыҡҡа бирешмәнеләр. Быйыл да, Аллаһ бирһә, уңышлы ҡышҡа өмөт итәбеҙ, - ти хужалар.
Үҙенсәлекле ферманың асылыуына әле ике генә ай тирәһе. Шулай ҙа халыҡ ишетеп, белеп, беҙҙең яҡ өсөн сит ҡош-ҡорт, хайуандарҙы күрергә төрлө яҡтарҙан киләләр. Махсус­лашҡан хужалыҡта ябай тауыҡтарҙың тиҫтәләгән төрө, тауис, фазан бар. Шулай уҡ африка дөйәғоштары, эму атамалы австралия дөйәғоштары, енот, дикообраз, Буян ҡушаматлы пони, Вася, Яшка ҡушаматлы ишәктәр, ҡуяндар аҫрала. Экскурсияға килеүселәр уларҙы хайран ҡалып күҙәтә. Ҡунаҡтар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар ала, экзотик ҡоштар тураһында яңы мәғлүмәттәр туплай, ҡайһы саҡта хатта улар хаҡындағы уйҙырмаларын селпәрәмә килтерә.
Дөйәғоштарҙың башын ҡомға йәшереүе - матур әкиәт икән, мәҫәлән. Был ҡоштар бер кемдән дә, бер нимәнән дә ҡурмай. Улар хатта иң ҡаты һалҡындарға ла ҡаршы тора ала. Дөйәғош 70 йәшкә тиклем йәшәй. Йәше арта барған һайын йомортҡаны ла күберәк һалалар. Мәҫәлән, һәр инә яҙҙан көҙгә ҡәҙәр 40-60 йомортҡа һала. Бер дөйәғош йомортҡаһы 1500 һум тора, унан 20 кешегә етерлек омлет әҙерләргә мөмкин.
Шулай уҡ фермала күңел асыу саралары ла ҡаралған - кескәйҙәр батутта һикерә ала, пони һәм ишәктәрҙә, квадроциклдарҙа йөрөтөү мөмкинлеге бар.
Тәүәккәл йүнселдәр ҙә сыҙам, ғәйрәтле, ҡыйыу һәм ҡыҙыҡһыныусан дөйәғоштарҙың холҡон өлгө итеп алғандай. Дәртле йәштәр ҙур хыялдар менән йәшәй - ҡош-ҡорт һанын арттырыу, яңы күңел асыу сараларын тормошҡа ашырыу маҡсаты менән йәшәй. Әле бында эш гөрләй. Эшләһәң, эш ҡарышмай шул.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: