Яйыҡ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2022, 10:03

Позывнойҙары - Рай һәм ЧеГевара

“Учалы-алға!”  девизы яҙылған районыбыҙ флагы әлегә иҫән украин нацистарының ҡурҡыныс төштәренә инәлер.  Был  әләмде елберҙәтә  яҡташтарыбыҙ Украина ҡалаларында...

Позывнойҙары - Рай һәм ЧеГевара
Позывнойҙары - Рай һәм ЧеГевара

Тап “Учалы-алға!”  девизы яҙылған районыбыҙ флагы әлегә иҫән украин нацистарының ҡурҡыныс төштәренә инәлер.  Был  әләмде елберҙәтә  яҡташтарыбыҙ Украина ҡалаларында...

 Район хакимиәтендә Рәил Ҡорамшин менән Артур Ғайназаровҡа Рәхмәт хаттары тапшырылды – йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биргән һәм мобилизация сараларына булышлыҡ иткән өсөн.

Рәил Таяр улы Ҡужай ауылынан, байтаҡ ғүмере Себерҙә үтә. Ниңә 59 йәшендә яуға баҫҡан? “ Уландарыбыҙ  баштарын һалған мәлдә ситтә боҫоп ҡалырға намыҫым ирек бирмәй”, - тип кенә яуапланы. Взвод менән етәкселек итә. Батырлыҡтары өсөн Шайморатов исемендәге орден менән наградланды. Әйткәндәй, 25 йәшлек улы Украинаға саҡ ҡына алдараҡ юлланған була,атай ҙа сыҙай алмағанлығы аңлашыла.... Альберт менән яу ҡырында осрашалар. Ул – танкист, әле госпиталдә дауалана, ти. “Башҡорттар – ҡыйыу һалдаттар, командование ла, азат ителеүҙе түҙемһеҙләнеп көткән урындағы халыҡ та беҙҙе ихтирам итте. Хәлдән килгәнсә ярҙам иттек, рәхмәттәрҙе байтаҡ ишеттек”, - тип ғорур  билдәләй ул.

Ә Артур Йәдкәр улы менән мәҡәләләрҙе гәзитебеҙҙә элек байтаҡ яҙҙыҡ: нисәмә йылдар милицияла, хөкөм үтәтеү инспекцияһында өлгөлө хеҙмәт итте бит. Подполковник дәрәжәһендәге 58 йәшлек ветеран махсус операцияла һәләк булған ике  яҡташ егетте ерләүҙә ҡатнаша ла, ҡырҡыу ҡарарға килә. Оло йәштәге атаһын: “ Себергә, алтын ҡаҙырға барам”, - тип юрамал  йыуата ла,  яҡындарының ай-вайына ҡарап тормайынса, “БАРС”  подразделениеларының штурм отрядына яҙыла. Баштан уҡ шарт ҡуя – хәрби дәрәжә юғары булһа ла, штабта ултырмаясаҡ. Шуға ла отделение менән етәкселек итергә ризалаша. Попасное, Лисичанск, Горское һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә алғы сафта  ҡатнаша.  “Хәрби туғанлыҡ” миҙалы, Луганс Халыҡ Республикаһы Грамотаһы менән наградланған.“ Яҡташыбыҙ Шамил Алмарданов күҙ алдымда һәләк булды. Снайпер ине, үҙ ирке менән иптәштәренең сигенеүен ҡаплап ҡалғайны. Ысын мәғәнәлә герой!- ти  Артур Ғайназаров.- Эйе, һуғышта ҡурҡыныс, әммә хәрби туғандашлыҡ  һәм илһөйәрлек был хисте еңергә ярҙам итә. Һәм унда ғына  бик яҡшы төшөнәң – Украиналағы ише  фашистар беҙгә лә килеп етмәһен өсөн өңдәрендә дөмөктөрөр кәрәк, башҡа әмәл юҡ. Өҫтәүенә, беҙ, ололар, йәшәүен йәшәгәнбеҙ, бәлки яуға барыуыбыҙ йәшерәк ватандаштарыбыҙҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалалыр. Һәр хәлдә лә, һуңғы бәрелештә ике яраланған егетте яу яланынан  һөйрәтеп сығара алыуыма ҡыуанам”. Үҙе лә контузия ала, дауалана.

 Ике яугир ҙа, кәрәк булһа, тағын да ҡорал алырға әҙербеҙ, тип билдәләнеләр. Ә әлегә  һәр форсатты файҙаланып, мобилизацияланған егеттәр менән тәжрибәләрен йомарт уртаҡлашалар – юлға  нимә алырға, үҙеңде нисек тоторға һәм башҡа.

....был хаҡта интеретта мәғлүмәт күп. Шулай ҙа хөрмәтленән-хөрмәтле ветерандарыбыҙҙың бер-ике кәңәшен ҡабатлайыҡ: “Иң башта бик ҙур рюкзакты хәстәрләр кәрәк – билдән һәм күкрәктән ҡайыш менән нығытылғаны уңайлы. Фонарь, медаптечка йыш талап ителә. Сәй, кофе, шәрбәт ризыҡтар бер саҡ артыҡ түгел. Һәм тәмәке, сөнки бирелгәне етмәй ҡала, тартмағандар иптәштәрен һыйлай. Беҙ йәйге айҙарҙа булдыҡ, хәҙер йылы эс кейемдәре лә ныҡ кәрәктер. Одеколон да онотмаһындар – йыуышырға форсат һирәк сыға. Иң мөһиме – яҡташтар бер-берен ҡурсалап йөрөһөн!”

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: