

Элек кенә кәбән аҫтына ауҙарылған ҡайынды урмансылар күрмәмеш булды, ғәйеплеләр язаға тарттырылһа ла, яуаплылыҡ ат хаҡы түгел ине. Хәҙер ни, “ат хаҡы” тура мәғәнәлә лә, күсмә мәғәнәлә лә артта тороп ҡалды! Аҙағынан терһәк тешләргә мәжбүр иткән ҡылмыштарҙан яҡташтарҙы киҫәтеү маҡсатында эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Динара Фәсхетдинова ошондай быйылғы хәлдәр тураһында ентекләп бәйән итте.
Август айында Илтабан ауылында көн күргән урта йәштәрҙәге ир кәбән аҫтына 4 төп ҡайын йыға, нәҙек булғандарҙыр, сөнки дөйөм күләме ни бары 0,266 кубометр тәшкил итә. Әммә урман хужалғына килтерелгән зыян 5 874 һум тип иҫәпләнә һәм енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн етте.
Күрше Ҡунаҡбай ауылынан икенсе ир һөйрәткегә 3 төп ҡайын йыға, 0,506 кубометр – 7449 һум зыян. Енәйәт эштәре ҡуҙғатылды, әлеге мәл тәфтиш бара.
Бер кубометр ҡайындың хаҡы бөгөнгө көндә сама менән йөҙ илле һум ғына торһа ла, зыянды иҫәпләгәндә РФ Хөкүмәте ҡарары менән ставка хаҡы 50 тапҡыр арттырыла! Полицияға бөтә иҫәп-хисапты лесничество белгестәре башҡарып бирә.
Шул уҡ Ҡунаҡбай ауылынан өсөнсө бесәнсегә тағын да ауырыраҡ тура килеүе ихтимал: 2,109 кубометрлыҡ 3 төп ҡайын йығыуҙа шикләнә; Учалы ауыл лесничествоһы биләмәләрендә фәҡәт ошо участка (выдел) йылға буйындағы һаҡ урмандарына ҡарағас, зыян ике тапҡыр арттырылып, 31049 һумға етә.
Яуаплылыҡ ошо зыяндарҙы ҡаплау менән генә бөтә, тип яңылышмағыҙ!
РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының (законһыҙ рәүештә урман киҫеү) 1-се өлөшө буйынса иң йомшаҡ яза – 500 мең һумға тиклем штраф, ә бына 2-се, 3-сө өлштәр буйынса ғәйепленең 3 миллион һум штраф түләүе (зыянды ҡаплауҙан тыш!) , 7 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе лә мөмкин. Һуңғылары - күмкәләп, алдан килешеп, йә эш вазифаһын файҙаланып, йә ҙур (ауырыуса ҙур) зыян килтереп енәйәт ҡылыусыларға ҡағыла. Белешмә өсөн: “әһәмиәтле зыян” -5 мең һумдан, “ҙур” – 50 мең һумдан, “айырыуса ҙур” – 150 мең һумдан ашыу зыян.
-Ағас ҡырҡыу буйынса бөтә һорауҙар менән башта Учалы лесничествоһына мөрәжәғәт итер кәрәк, адресы – Учалы ауылы, Партизан урамы, 16-сы йорт, телефон – 5-27-23, - тип билдәләне әңгәмә аҙағында Динара Фәнил ҡыҙы.
....Эйе, үҙебеҙ ҙә белеп торабыҙ – урындағы халыҡ өсөн уңайлы урындан бәләкәй күләмдә ағас киҫеү мөмкинлеге заман закондарында бер нисек тә көйләнмәгән. Шуға ла бер тапҡыр мәҡәләлә яҙған тәҡдимде йәнә ҡабатлайбыҙ - кемгә әлеге хәл оҡшамай, РФ Дәүләт Думаһындағы депутаттарыбыҙға мөрәжәғәт итеп ҡарай ала. Юғиһә, был йәһәттә ысынбарлыҡтағы хәлде күҙ алдына ла килтермәйҙәрҙер. Урман тураһындағы ҡануниәткә бәләкәй генә үҙгәреш индереү бесән әҙерләгән ауыл халҡының тормошон апаруҡ еңеләйтер ине буғай.