Яйыҡ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2022, 10:15

Бөгөн - Мәүлит кисе

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә. Риүәйәттәргә ҡарағанда, был төндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм (с.ғ.с.) донъяға килгән. 

Бөгөн - Мәүлит кисе
Бөгөн - Мәүлит кисе

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә. Быйыл ул 7 октябргә тура килә, йәғни бөгөн кис ҡояш байығас башлана был байрам.
Риүәйәттәргә ҡарағанда, был төндә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм донъяға килгән. "Мәүлит” – ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә тыуыу тигәнде аңлата.

Кешелек донъяһында Аллаһы Тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән 124 мең пәйғәмбәр булған икән. Ислам диненә ҙур өлөш индергән 25-енең исем-шәрифе Ҡөрьән китабында килтерелгән. Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) – иң һуңғы, заман ахыры пәйғәмбәре. Ул 40 йәшендә пәйғәмбәрлек вазифаһын алып, кешеләргә хаҡ динде, ислам динен өйрәтә башлай. 63 йәшендә был яҡты донъянан китә. Ана шул 23 йыл эсендә: – Ғәрәбстан ярымутрауын мәжүсиҙәрҙән – төрлө һындарға табыныусыларҙан таҙарта һәм бер Аллаға ғына табынырға өндәй.

Йола буйынса, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөндә, йәғни Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә пәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр, салауат әйтәләр. Ислам динен тотоусылар һый-хөрмәт менән табын әҙерләп милләттәштәрен һыйлай.

Фото: twitter.com

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: