Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Октябрь 2022, 09:25

Уҡытыусы булып тыуған ул

Аймара Фәтих ҡыҙы сығышы менән Һәйтәк ауылынан. 1984 йылда Учалы ауылындағы урта мәктәпте тамамлағас БДУ-ға уҡырға керә. Хеҙмәт юлын 1989 йылда Балалар йортонда һәм Учалы ауылындағы урта мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып башлай.

Уҡытыусы булып тыуған улУҡытыусы булып тыуған ул
Уҡытыусы булып тыуған ул

Уҡытыусы - үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм әле уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Шәм һәр саҡ яҡтылыҡ биреп торһон өсөн, мотлаҡ талаптарҙың бер нисәһе - үҙ өҫтөңдә эшләү, өҙлөкһөҙ белем эстәү, тормоштан бер аҙымға алда атлау, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу.
3-сө лицейҙың тарих уҡытыусыһы Аймара Фәтих ҡыҙы Даянова тап ошондай сифаттарҙы күңеленә һеңдергән. Ул уҡытыусы булырға бала саҡтан хыяллана. Ошо изге хыялы уны Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Үҙен юғары белем алыуға тулыһынса бағышлаған ҡыҙға уҡыу еңел бирелә. Ғөмүмән, педагог булыу һәләте әҙәм балаһына тәбиғәттән биреләлер. Ул йә бар, йә юҡ. Шул һәләткә өҫтәп башланғыс класта тәүге уҡытыусы һәр кемдең күҙҙәреңдә осҡон тоҡандыра һәм үҙенең һөнәренә ғашиҡ итә ала икән, ул бала, һис шикһеҙ, уҡытыусы буласаҡ.
Аймара Фәтих ҡыҙы сығышы менән Һәйтәк ауылынан. 1984 йылда Учалы ауылындағы урта мәктәпте тамамлағас БДУ-ға уҡырға керә. Хеҙмәт юлын 1989 йылда Балалар йортонда һәм Учалы ауылындағы урта мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып башлай. Бер йыл эшләгәс, Сәфәр урта мәктәбендә уҡыта, тәрбиә буйынса директор урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1992 йылдан алып "Турист" үҙәгендә эшләй. Һуңынан 1-се лицейҙа, 2002 йылдан 3-сө лицейҙа балаларға тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән белем бирә.
Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу - быларҙың барыһы ла Аймара Фәтих ҡыҙына хас. Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың да күңелен иретер көскә эйә педагог ул. Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны балалар ҙа үҙ итә, дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тырышлыҡ та бушҡа китмәй: уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, конференцияларҙа призлы урындар яулай, район һәм республика олимпиадаларында юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Ысынлап та, йәш быуынға төплө белем биреү өсөн уҡытыусы көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.
-Тарих фәнен уҡытыу - ул тәү сиратта тыуған илгә, ергә, уның халҡына, теленә, диненә, тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү уятыу. Иң беренсе сиратта уҡытыусы үҙенең предметын биш бармағылай яҡшы белергә тейеш. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, хәҙер дәресте бер китап менән генә үткәреү мөмкин түгел. Уҡытыусыға заман менән бергә атларға, заманса технологиялар менән эш итә белергә кәрәк. Ул уҡыусылар менән бер телдә һөйләшә алырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын тойом­ларға, һиҙергә тейеш. Тап шул ваҡытта ғына уҡыусылар дәрескә ҙур теләк менән киләсәк һәм уҡытыусыны хөрмәт итәсәк, - тип иҫәпләй уҡытыусы.
Аймара Фәтих ҡыҙы өйөндә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм әсәй. Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Азамат улдары яңы ғына армиянан ҡайтҡан, Арслан улдары Өфө дәүләт авиация институтын тамамлаған.
Үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарауы, кешеләрҙе яратыуы, ярҙамсыл булыуы, эшсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙана ул. Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмай, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе уҡытыусыға артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, һаулыҡ теләге килә.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас