

Юҡ, нигеҙһеҙ тынысландырырға ла йыйынмайбыҙ, әммә «ярты Учалыға повесткалар тапшырылды” тигән имеш-мимештәр ҙә буш хәбәр икән. Аңлашыла, нисә яҡташыбыҙ өлөшләтә мобилизацияланыуы сер итеп тотола, әммә был кампания сиктәрендә “контрольная явка”ға саҡырылғандар һаны ла меңдән аҙыраҡ, ә һайлап алынғандарҙы әленән Ҡазанға, хәрби частарға оҙатыу өсөн дүрт-биш автобус та етте, тип хәлде яҡынса төҫмөрләргә мөмкин.
Учалының яңы хәрби комиссары подполковник Сергей Симонов менән осраштыҡ. Мәғлүм булғанды тезистар рәүешендә бирәбеҙ.
Бөтә повестка алыусылар күпмелер ваҡыттан хәрби частарға ебәреләсәкме? Артабанғы хәлдәргә ҡарап, төрлөсә булыуы мөмкин – был һорауға теүәл яуапты тик Юғары командующий ғына белеүе мөмкин. Хәрби комиссаритатҡа юғары инстанцияларҙан ниндәй күрһәтмә төшә, шуны үтәйәсәктәр.
Әлеге мобилизациянан тыш, илленән ашыу Учалы кешеһе ирекмән булып, Шайморатов һәм Доставалов ис.батальондарҙа, ҡыҫҡа сроклы контракттар буйынса Украиналағы хәрби операцияла ҡатнаша. Оҙайлы контракттар буйынса күпме икәнлектәре тураһында Учалы хәрби комиссариатында мәғлүмәт юҡ.
Өлөшләтә мобилизация буйынса повесткалар хәрби запастағы граждандарҙың йәшенә, дәрәжәһенә һәм хәрби-иҫәп һөнәренә (ВУС) ярашлы таратылған. Әлегә талап ителгән ВУС-тар: артиллерист, уҡсы (стрелок), танкист, водителдәр. Башҡа һөнәр менән дә саҡырылыуҙары мөмкин, әммә үрҙә әйткәндәргә бөгөн өҫтөнлөк бирелгән. Һалдаттар, матростар, ефрейторҙар, сержанттар, прапорщик-мичмандар – 45 йәшкә тиклем, кесе офицерҙар (капитанға ҡәҙәр) -55 йәшкә тиклем, өлкән офицерҙар (полковникка ҡәҙәр) – 60 йәшкә тиклем, юғары офицерҙар -65 йәшкә тиклем.
Повесткалар тик сәләмәтлектәре “А” һәм “Б”категорияһындағы граждандарға ғына бирелә. (Белешмә өсөн: “А” –хәрби хеҙмәткә яраҡлы, “Б” –әһәмиәтһеҙ сикләүҙәр менән яраҡлы, “В” – сикләүҙәр менән яраҡлы, “Г” – ваҡытлыса яраҡһыҙ, “Д” –хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ).Мобилизацияланған граждандарға медицина комиссияһы Ҡазанда, хәрби часҡа барғас үткәрелә. Әммә кемдер ҡаты сирләй икән, Учалыла уҡ призыв комиссияһында дәүләт медицина учреждениеһынан алған белешмәне күрһәтергә тейеш – өҫтәмә тикшерелеүгә йүнәлтеләсәктәр. Булмаған ауырыуҙы уйлап сығарырға ла, булғанын йәшереп маташырға ла кәрәкмәй. Әйткәндәй, әлеге өлөшләтә мобилизация ваҡытында ике яҡташыбыҙ Ҡазандан кире алып ҡайтыласаҡ.
“Бронь”, йәғни айырыуса мөһим вазифа йә эш урынын биләгән кешеләргә мобилизацияны кисектереү эше әүҙем бара. Махсус исемлек (перечень) сиктәрендә. Был – тулыһынса предприятие-учреждение етәкселеге компетенцияһында. Тик “бронь” призыв комиссияһы ултырышына тиклем комиссариаттан юлланырға тейеш.
Һәр хәрби бурыслы граждан, социаль хәлендә үҙгәрештәр булһа, 14 көн ағымында хәрби комиссариатҡа хәбәр итергә бурыслы. Адрес алмаштырыуыусылар, прописка урынындә йәшәмәүселәр менән ҡытыршылыҡтар булып торған. Шулай ҙа повесткалар бары тапшырыла – эш урындары, ултыраҡ органдары аша. Әлегә хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ярҙам һорарға тура килмәгән. Шулай уҡ дини йә башҡа рухи инаныу сәбәптәре менән мобилизациянан баш тартыусылар булмаған.
Өлөшләтә мобилизация буйынса, ҡалған талаптарға яуап биргәндә лә, 4 һәм унан күберәк бала аталары, 16 йәшкә тиклем балалар тәрбиәләгән яңғыҙ атайҙар, 3 балалалы, шул уҡ ваҡытта ҡатыны 22 аҙнанан күберәк ваҡыт ауырлы булған граждандар саҡырылмай. Йәғни, ҡатын ауырлы булыу йә ир ғаиләлә бер үҙе генә эшләүе кеүек факттар азат итмәй. Саҡырылған граждандың үҙе яңғыҙ бала булыуы ла кисекткереү алырға хоҡуҡ бирмәй. Башҡа законлы ҡараусылары булмаған осраҡта, 1-се төркөм инвалидлығындағы ата-әсәләр улдарын яндарында ҡалдыра ала. Шулай уҡ, башҡа опекундар булмағанда, 18 йәшкә тиклем бер туғандарын тәрбиәләгән ирҙәргә өлөшләтә мобилизация ҡағылмаясаҡ. Ауыр енәйәт өсөн хөкөм ителеп, хөкөм ғәмәлдән сығарылмаған (“не снята”, “не погашена”) әҙәмдәр әрмегә һис тә кәрәкмәй.Был исемлеккә артабан өҫтәмләр һәм төҙәтмәләр ҙә индерелеүе мөмкиндер.
Өлөшләтә мобилизация ваҡытында граждан үҙенең хоҡуҡтары боҙолдо, тип иҫәпләһә йә ниҙер аңлашылмаһа, махсус булдырылған “ҡыҙыу линия”лар буйынса шылтырата ала (122 йә +7-800-100-77-07). Шулай ҙа башта урында аңлашыу күпкә яҡшыраҡ. “Алдан яҙылыу кәрәкмәй, тура миңә инһендәр. Хәрби комиссариат 8.00-18.00 сәғәттәрҙә эшләй, шәмбе лә, йәкшәмбе лә эш урынында булам. Кесаҙна көнө генә килмәһендәр ине –документация менән эш итәбеҙ. Призыв комиссияһы ултырышы үткәндә лә тамамланыуын көтөргә тура киләсәк. Миңә көнөнә 12-15 кеше мөрәжәғәт итә, хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Әлбиттә, ниңә тап минең иремде (улымды) саҡыртағыҙ, икенселәр ҙә күп бит, тиеүселәргә уларҙы ҡәнәғәтләндерерлек яуап табыуы ҡыйын: кемдәрҙе саҡыртыу, кемдәрҙе әлегә саҡыртмау критерийҙарын билдәләү хәрби комиссарҙың компетенцияһында түгел. Беҙҙең яуап етмәгән осраҡта юл аша ғына сығып, Учалы район-ара прокуратураһына мөрәжәғәт итергә була –улар закондарҙың үтәлешенә күҙәтеү алып бара. Өләшләтә мобилизация барғанда әлегә закон боҙоу осраҡтары юҡ”, - тип тә билдәләне иптәш подполковник.
Сергей Симоновтың мобилизацияланған граждандарға кәңәше: “ Иң мөһиме – хафаланмаҫҡа, законға бойһонорға һәм бурысты теүәл үтәргә. Күҙәтеү буйынса, ир-егеттәр төп өлөштә повесткаларҙы тыныс ҡабул итте, күберәге яҡындары борсола. Үҙең менән документтарҙы (паспорт, хәрби билет, водитель таныҡлығы), шәхси гигиена әйберҙәрен алыр кәрәк. Йылы эс кейеме (термобелье), башлыҡ һәм резин итектәр, туристарҙың йоҡо тоғо алырға кәңәш итер инем. Үҙегеҙгә кәрәкле препараттар, йод, зеленка, лейкопластырь, ауыртыуҙы баҫҡан таблеткалар, витаминдар менән медаптечка кәрәк булыр”.
Сроклы хәрби хеҙмәткә сираттағы призыв 1 ноябрь -31 декабрь үтәсәк. Бер айға һуңлабыраҡ башланыуҙан тыш башҡа бер үҙгәреш юҡ. Йөҙ самаһы йәш егет саҡырыласаҡ, РФ биләмәләрендә хәрби бурыстарын үтәйәсәктәр, махсус операцияға йүнәлтелмәйәсәктәр, тип иғлан ителде.
Белешмә. Сергей Алексеевич Симонов 1968 йыл Өфөлә тыуған. Калининград хәрби авиация-техник училищеһында уҡый, әрмелә төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә. Хәрби хәрәкәттәр ветераны. 2014 йылдан Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының комиссариаты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2019 йылдан комиссар урынбаҫары. Ошо арала беҙҙең районға күсерелде. “Учалыға тәүләп килеүем, бик матур, йыйнаҡ һәм таҙа ҡала”, - тип билдәләне.