Яйыҡ
+19 °С
Ямғыр
Новости
14 Октябрь 2022, 08:22

5 КамАЗ автомобиле, асфальт тигеҙләүсе каток ҡайтарттылар.

Учалы ДРСУ-һы начальнигы Юлай Минһажевтың һүҙенән,  предприятие быйыл 14,5 километр юлды ипкә килтергән (барлығы район буйынса 27,8 километр).  Әүәле төбәгебеҙҙә  1-2 саҡрым, хатта 300 метрға ғына аҡса табылған йылдар булыуын иҫкә алһаҡ, бик тә лайыҡлы күрһәткес!

5 КамАЗ автомобиле, асфальт тигеҙләүсе каток ҡайтарттылар.5 КамАЗ автомобиле, асфальт тигеҙләүсе каток ҡайтарттылар.
5 КамАЗ автомобиле, асфальт тигеҙләүсе каток ҡайтарттылар.

Барыбыҙ исеменән

рәхмәт һеҙгә!

 

Юл төҙөүселәр эштәрен дауам итә әле. Фәҡәт асфальт түшәү тамамланғас та,  торба һалыу,юл саттарын төҙөкләндереү, хәрәкәт знактарын төшөрөү кеүек бихисап эштәр ада әле. Үҙҙәре ярым-шаярып әйтмешләй, миҙгел алмашынғанда бер көн төшкә тиклем  юл йүнәтһәк, тамаҡ ялғап алғас, ҡар таҙартырға ла сығыр кәрәк. Шулай ҙа, һөнәри байрамдары алдынан  2022 йылға яҡынса йомғаҡ яһарлыҡ.

   Учалы ДРСУ-һы начальнигы Юлай Минһажевтың һүҙенән,  предприятие быйыл 14,5 километр юлды ипкә килтергән (барлығы район буйынса 27,8 километр).  Әүәле төбәгебеҙҙә  1-2 саҡрым, хатта 300 метрға ғына аҡса табылған йылдар булыуын иҫкә алһаҡ, бик тә лайыҡлы күрһәткес!

   Юлай Салауат улы 4 объекттарын айырым билдәләп әйтте. Учалы-Илсе-Шартымка йүнәләшендә эштәр дәррәү бара, хатта, тәүге пландарҙан йылдамыраҡ. 2,7 километрҙа иҫке асфальтты рекмонтлау ғына түгел, тулыһынса аҡтарып (70 сантиметр тәрәнлеккә!), башта ҡырсынташ түшәлә. Заман стандарттары юғарыраҡ сифат талап итә бит хәҙер. Ҡорама-Кәрим участкаһында 3,3 километр ремонтлана.Ҡунаҡбай ауылы тирәһендә эштәр йәйелдерелде (быйылға бүленгән 4 млн һум финанслау  тулыһынсаүҙләштерелә, киләһе йыл ҙурыраҡ күләмдә дауам итәсәк).Шулай уҡ “Теноплекс” заводына ҡала яҡтан илткән юл яңыртыла.

  Беҙҙең юл төҙөү идаралығы байтаҡҡа күберәк тә эш башҡара алыр ине, сикләүсе фактор – асфальт-бетон заводтарының ҡеүәте. Былай ҙа таңдан кискә тиклем  тура һәм күсмә мәғәнәләрҙә төтәп эшләп, көнөнә  350-380 тонна етештерә икән. Юл түшәү ҡатнашмаһы етешергендә 5 фракциялағы ҡырсынташ ҡулланыла, дүртеһе – “Саңғалыҡ диорит карьерынан”, ә бына  бер сортты  Белорет районынан ташырға тура килә, эштәрҙең үҙҡиммәтен ныҡ арттыра. Ошо фракциияны сығарыуҙы ла үҙебеҙҙә яйға һалырға ине.

   Коллектив тәжрибәле, эшһөйәр. Предприятие етәксеһе айырыуса түбәндәге хеҙмәткәрҙәрен маҡтап телгә алды: грейдерсы Наил Әхмәтшин, водителдәр Руслан Альбаев, Илдус Хәкимов, Риф Низамов, Радик Ғәйнетдинов, Альберт Юлмөхәмәтов, экскваторсы  Радмир Фәттәхов, асфальтлы бетон түшәү машинисы Азат Минһажев, каток машинистары Азамат Тажетдинов, Анатолий Кашин, Наил Әхмәтшин. Рим Мөжәһитов етәкселегендә  асфальт-бетон заводы,Рөстәм Билалов етәкселегендә юл хеҙмәткәрҙәре бригадаларының тырышлығы ла тик хуплауға  лайыҡ.

  ....Өлөшләтә мобилизация буйынса  ике водителдәре хеҙмәткә саҡырылған, йәнә ике кеше повестка алғандар. Эш урындары һаҡлана, иҫән-һау ғына йөрөп килһендәр инде! Ә  хеҙмәткәрҙәр  предприятиела былай ҙа етешмәй. Быйыл ғына  5 КамАЗ автомобиле, асфальт тигеҙләүсе каток ҡайтарттылар.

 Эйе, эштәре ауыр, яҡшы юлдан елдереп үтеүе генә анһат бит ул, ә шул уҡ юлдарҙың төҙөклөгөн тәьмин итеү  бик күп көс һәм ҡара тир менән һуғарыуҙы  талап итә. Йылы миҙгелдә юл төҙөкләндереү эштәре менән мәшғүл булһалар, ҡышын ҡарҙан таҙарталар.  Предприятиела шаяртып әйтәләр ине: “ Миҙгел эштәре арытһа, йәйен – ҡышты, ҡышын – йәйҙе түҙемһеҙләнеп көтә башлайбыҙ!” Әммә бирешмәйҙәр, йөкмәтелгән бурыстарын намыҫ менән атҡаралар. Бөтә водителдәр, пассажирҙар, йәғни бөтә халыҡ исеменән уларға  рәхмәт әйтеү бик тә урынлы булырҙыр! Эштәрегеҙ артабан да уң булһын!

Учалы юл ремонт –төҙөү идаралығында уртаса эш хаҡы 47,5 мең һум. Водителдәр ҡыҙыу мәлдә 60 мең һумға тиклем дә алған, ти.  Насар түгел бит, мөрәжәғәт итегеҙ.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас