Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Октябрь 2022, 06:16

Ҡалмыҡстанда ла һынатманылар

Башҡорттар ҡалмыҡтар менән бергә лә, бер-беренә ҡаршы ла күп алышҡан. Шуға ла уҡсыларыбыҙ был сарала ҡатнашыуы, хатта еңеүҙәргә өлгәшеүе билдәле ғорурлыҡ уята. Республикабыҙҙы, теүәл әйткәндә “Мәргән уҡсы” берекмәһен  тулыһынса райондаштарыбыҙ һәм ут күршеләребеҙ вәкилләне: Учалы районынан Фәнил Ишбулдин, Илназ Үҙәнбаев, Илдар Исхаков, Белорет районынан Нуриман Хәйруллин.

Ҡалмыҡстанда ла һынатманыларҠалмыҡстанда ла һынатманылар
Ҡалмыҡстанда ла һынатманылар

15-16 октябрь Ҡалмыҡстандың баш ҡалаһы Элистала   Рәсәй һыбайлы уғатарҙар кубогына ярыштарҙың   III  этабы үткәрелде. Сара “Ойрат даны көнө” байрамына тура килтерелә. (Ойраттар – көнбайыш монголдар халыҡтары төркөмө, борон-борондан танылған мәргән уҡсылар).

Башҡорттар ҡалмыҡтар менән бергә лә, бер-беренә ҡаршы ла күп алышҡан. Шуға ла уҡсыларыбыҙ был сарала ҡатнашыуы, хатта еңеүҙәргә өлгәшеүе билдәле ғорурлыҡ уята.

Республикабыҙҙы, теүәл әйткәндә “Мәргән уҡсы” берекмәһен  тулыһынса райондаштарыбыҙ һәм ут күршеләребеҙ вәкилләне: Учалы районынан Фәнил Ишбулдин, Илназ Үҙәнбаев, Илдар Исхаков, Белорет районынан Нуриман Хәйруллин.

"S квалификацияһында  2-3 рейдында (Корея стилендә) Илдар Исхаков - беренсе, шул уҡ квалификацияла "Башня 90" (венгрия маршруты) " буйынса Нуриман Хәйруллин – 2-сы урында. Ярыш төрҙәренең нескәлектәренә төшөп тороуҙың кәрәге лә юҡтыр, асылы бары  бер бит инде – эйәрҙә нығыраҡ ултыр, төҙ һәм шәп ат.

Ҡалғандар ҙа үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә, башҡаһынан тыш,  Илназ Үҙәнбаев ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнап, Фәнил Ишбулдин Ҡалмыҡ бейеүен оҫта башҡарып барыһын да һоҡландыралар һәм хайран ҡалдыралар.  Әйткәндәй,  кикбоксинг буйынса ҡат-ҡат донъя чемпионы,  Ҡалмыҡстан Республикаһы Башлығы Бату Хасиков  турнирға килгәндә, урындағы һәм Мәскәү уҡсыларынан тыш, тап беҙҙекеләргә  -“Күрһәтеш-сығыш” (“показательное выступление”)  йөкмәтелә.   Сәнғәттең юғары өлгөһөн лайыҡлы  кәүҙәләндереү өсөн  бик яҡшы хәрби оҫталыҡ та,  күркәм төҫ-буй ҙа, сағыу милли  кейем-һалым да берсә талап  ителә. Шулай итеп, спорт ярышынан тыш, мәҙәни миссия ла башҡарыла, барыһына ла афарин! Шулай ҙа, бер мискә балға бер тамсы дегет тә тамыҙып ҡуяйыҡ: Ҡалмыҡстандың Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының  беҙҙең республикалағы коллегаларына рәсми саҡырыуҙары  буйынса барһалар ҙа, уҡсыларыбыҙға матди ярҙам булмай: юл сығымдары, ат арендаһы, ярыш өсөн иғәнә, йәшәү сығымдары – үҙҙәренең кеҫәһенән.  “Эх, бер-аҙ аҡса бүленһә, ике команда менән барып ( йәйәүлеләр, һыбайлылар, балалар, ололар), барыһын да еңеп ҡайтыр инек!” – тип кенә уфтанып ҡуйҙы егеттәр.  Тағын да берҙе саң ҡағабыҙ – милли этноспорҡа мөнәсәбәтте тамырҙан үҙгәртер кәрәк. Әлегә булған бар ҡаҙаныштарыбыҙ тик  уҡсыларҙың  шөғөлдәренә эскерһеҙ тоғролоғона ғына нигеҙләнә бит. Үҙәкләштерелгән рәүештә саҡ ҡына булышлыҡ күрһәтелһә,  шул уҡ хоккей йә мотоспорт менән сағыштырғанда, еңеүҙәр ҙә күберәк буласаҡ. Өҫтәүенә, күберәк кешене сәләмәт йәшәйешкә лә йәлеп итеп буласаҡ – тән генә түгел, йәнкәйҙәр ҙә манҡортлоҡ тигән шаҡшы сирҙән дауаланыр! Эйе, бөгөнгө көндә ҡоро  тамаша һәм бизнесҡа әйләндерелгән “ҙур спорттан” айырмалы рәүештә, этноспорт менән бала саҡтан ҡартайғансы шөғөлләнеп булыуы үтә мөһим.

-Һыбай менеп уҡ атҡан Ҡалмыҡ аттары Башҡорт тоҡомонан бейегерәк тә, оҙонсараҡ та. Хәйер, йылҡы менән эш итеү рәтенә бер төшөнһәң, ниндәйе лә бер үк аҡыллы һәм кешегә тоғро малҡайҙар инде улар. Был йәһәттә ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар  булманы. Ә дөйөм алғанда, байрам барыбыҙға ла бик оҡшаны, -ти Илдар Иршат улы.- Ҡалмыҡстанда туғандаш башҡорттарҙы яҡшы беләләр. Музейға алып барып, 1812 йылғы Беренсе Ватан һуғышында башҡорт менән ҡалмыҡ уҡсылары француздарға ҡаршы ҡыйыу алышыуҙары тураһында документаль кинофильм да күрһәттеләр. Ғөмүмән, ярыш ойоштороусылапрға сағыу спорт байрамы булдырғандары, дөйөм тарихи тамырҙарыбыҙға тоғролоҡтары өсөн рәхмәт тойғоһо кисерәбеҙ!

Ҡыҫҡаса белешмә:

Фәнил Ишбулдин  сығышы менәнЗәйнәкәйҙән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында иретеп йәбештереүсе, 54 йәштә.
Нуриман Хәйруллин Белоретта йәшәй, Әбйәлил районының Салауат ауылы урта мәктәбендә физкультура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен уҡыта, 38 йәштә.
Илназ Үҙәнбаев Уральск ҡасабаһында йәшәй, мәҙәниәт йортонда мөдир, 38 йәштә, танылған  йырсы һәм ҡурайсы.
Илдар Исхаҡов, 39 йәштә, Балалар ижады һарайында уҡ атыу түңәрәген алып бара,  сығышы менән Ҡолоштан, әле Иманғол ауылында йәшәй.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас