Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Октябрь 2022, 09:41

Ғорурлыҡ бит был!

Халыҡтың әүҙемлеге урындағы властарҙың ярҙамы менән берекһә, гел генә яҡшы һөҙөмтәгә килтерәлер. 

Ғорурлыҡ бит был!Ғорурлыҡ бит был!
Ғорурлыҡ бит был!

Сауаплы эш

Озерный ауылы зыяратының ҡоймалары иҫкереп бик насар хәләгә еткәйне. Ошо арала  өр-яңынан кәртәләү буйынса өмә үткәрҙек,Бер көндә бөтә эште тамамлай алдыҡ –күмәкләгән яу ҡайтарған бит ул! Көн дә аяҙ торҙо, ғүйә, юғары даирәләр сауаплы эшебеҙгә үҙ фатихаһын бирҙе.

 Ҡорбан салынды, хәҙрәт Минғәли Мәхәмәтов доғалар уҡыны.

Ә ҡатын-ҡыҙ  (Нәйрә Ишмәхәмәтова, Фатима Мөжәүирова, Лилиә Шәрәфетдинова, Зөләйхә Хәйретдинова, Рәзидә Насретдинова, Рүзилә Абдрахманова ) килгән кешеләрҙе аш һыу ,сәй-тәмлекәстәр менән һыйланы.

Ауыл халҡы, кемдәр битараф тугел,  дәррәу ,ихлас ҡатнаштылар. Исемдәрен атап китеү бер ҙә яҙыҡ булмаҫтыр: МинғәлиМөхәмәтов, Фәтих Шәрәфетдинов, Зәйнулла Астанов, Азат Ғатауллин, Нәғимйән Камалетдинов, Вәлит Килмөхәмәтов, Данил Ишмөхәмәтов, Илдар Зәйнетдинов, Айнур Лотфуллин, Максим Семенов, Ринат Мәжитов, Рәсүл Нурмөхәмәтов, Рәшит Фәйзуллин,Раят Ишмәхәмәтов, Лиф Ҡаһарманов, Юлай Шаһимарҙанов, Рәстәм Ғәзизов, Марс Мәжитов, Ирек Ғарипов, Илшат Вәлиев, Салауат Ҡаһарманов, Марат Дауытов, Ирек Йомағужин,Радик Хәйруллин, Раят Сәғетдинов, Сөнәғәт Ҡаһарманов, Ансар Ниғәмәтуллин, Өлфәт Шәйәхмәтов,Ғалип Юнысов. Был исемлектә    кемдеңдер исем-шәрифе яңылыш төшөп ҡалған  икән, зинһар, ғәфү итһендәр – Хоҙай Тәғәлә барыһын үҙе лә күрә ул! Ә теҙмәне оҙон итеп яҙыуыбыҙҙың сәбәбе бер – сағыштырмаса бәләкәй ултыраҡта егәрле һәм ипле,  ата-бабалар рухына һәм үҙ ауылына тоғро ир-егет күп икәнлеген күрһәтке килә, ғорурлыҡ бит был!

   Халыҡтың әүҙемлеге урындағы властарҙың ярҙамы менән берекһә, гел генә яҡшы һөҙөмтәгә килтерәлер.  Финанс яҡтан булышлыҡ иткән, кәрәкле эш өсөн аҡса таба алған өсөн район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновҡа,  район Советында депутатыбыҙ, ДРСУ начальнигы Юлай Минһажевҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас