Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
19 Октябрь 2022, 05:37

Ә ғаиләләрен хәстәрлек менән уратыу – беҙҙең изге бурыс!

Класташтары, бөтә ауылдаш һәм райондаштарҙың  хәлен белергә Ҡазанға барып килделәр.

Ә ғаиләләрен хәстәрлек менән уратыу – беҙҙең изге бурыс!Ә ғаиләләрен хәстәрлек менән уратыу – беҙҙең изге бурыс!
Ә ғаиләләрен хәстәрлек менән уратыу – беҙҙең изге бурыс!

Өлөшләтә мобилизация тигән нәмә беҙҙең Озерный ауылын  да  ситләтеп үтмәне. Алдан да   егеттәребеҙ Украиналағы махсус хәрби операцияға  контракт буйынса йә ирекмән сифатында байтаҡ юлландылар.

Ә мобилизация буйынса саҡырылғандар Ҡазан ҡалаһында әҙерлек үҙәгендә бөгөн. Райондан  уларға күстәнәстәр менән ылау ебәрелгәнен ишеткәс, ауыл халҡы тиҙ генә аҡса йыя һалып, исемләнгән йәшниктәргә кәрәк-яраҡ тултырып ебәргәйнек. Магазиныбыҙҙа махсус йәшник ҡуйылып, һәр кем хәленән килгәнсә өлөш индерҙе. Һатыусыларыбыҙ Нурдидә Вәлиева, Зоя Антипова, Нәзилә Ғәзизоваларға рәхмәтлебеҙ был һәм башҡа булышлыҡтары өсөн.

Әлбиттә, егеттәребеҙ яу ҡырына сыҡҡанда, бар хәстәрлек  бер акция менән генә сикләнмәй. Ауылдаштарыбыҙ Заһир Гузин, Марс Мәжитовтар үҙ автомобилдәрендә класташтары Юлай Шаһимәрҙәнов, бөтә ауылдаш һәм райондаштарҙың  хәлен белергә Ҡазанға барып килде ошо арала. Афарин! Һәр ҡайһыбыҙ ҡайҙа ғына йөрөмәһен, донъяларҙа ни генә булмаһын – беҙ бергә! 

Әйткәндәй,  мәктәп военругы  Раят Ишмәхәмәтов менән Республика көнөндә хәрби бурысын үтәгән яугирҙарҙың ғаиләләренә БР Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттарын тараттыҡ. “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһы сиктәрендә башҡарылды. Бик тулҡынландырғыс килеп сыҡты. Бар халыҡ ошолай борсолоп, ҡайғыртып торғанда,  нисәмә ауылдарҙа күпме ҡорбандар салынғанда, егеттәребеҙ барыһы ла иҫән-һау йөрөп килер, тип өмөт итәйек. Ә ғаиләләрен хәстәрлек менән уратыу – беҙҙең изге бурыс!

 

Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас