Бөгөн, 20 октябрь, бер төркөм яҡташтарыбыҙ – запастағы офицерҙар әрмегә оҙатылды. Урта йәштәрҙәге аҫыл ирҙәр. Әлбиттә, башта әҙерлек үтәсәктәр .
Митинг үтте, фатихалар бирелде, күҙ йәштәре түгелде – ғаиләләренә, яҡындарына айырылышыу анһат түгел бит..... Хәйер, Зәйнулла ишан мәсетенең имамы Риф хәҙрәт Мөхәмәтов “Әш-Шәрх” сүрәһе аяттарын иҫкә алыуы нисектер күңелдәргә тыныслыҡ бирҙе: “ Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек бит, ысынлап та, ауырлыҡтан һуң еңеллек бит!” Амин, шулай булһын, ил өсөн дә, һәр кеше өсөн дә әлеге ауыр мәлдәр тиҙерәк үтһен, егеттәребеҙ иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар!
Митинг турала гәзиттә ентекләп яҙырбыҙ, ә әлегә Мостай Кәримдең билдәле шиғырынан өҙөк килтереү урынлы булырҙыр. Сит илдә ниндәйҙер операцияла ҡатнашыу түгел, Ватаныбыҙҙы һаҡлау тураһында һүҙ бара бит бөгөнгө көндә:
“Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Атасак таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн ―
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”