

Хәтерегеҙҙәлер, бер йыл элек Наурыҙ ауылындағы ҡурҡыныс енәйәт тураһында яҙғайныҡ. Урта йәштәрҙә ике ир бергә ултырып эсәләр ҙә, береһе икенсеһен туҡмай, бысаҡ менән сәнескеләп үлтерә. Тәфтиш тамамланып, суд үткән.
Судтан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәтсе кеше үлтереүен таныған, әммә үкенес белдермәгән,ти – йәнәһе лә, ҡорбаны “....йәшәрен йәшәгән, әжәл ваҡыты еткән”. Үҙен Ғазраил итеп хис итә микән был бәндә? Күрәһең, эсә торғас ҡыйығы тамам киткәндер.... Ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында 9 йыл ултырасаҡ. Мәҡәлә әҙерләнгән мәлдә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле.