Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
21 Октябрь 2022, 04:31

Гел ризаһыҙ йөрөһәң, аҡылға бер көйгә әйләнерһең....

Колумнистика

Гел  ризаһыҙ йөрөһәң,  аҡылға бер көйгә әйләнерһең....Гел  ризаһыҙ йөрөһәң,  аҡылға бер көйгә әйләнерһең....
Гел ризаһыҙ йөрөһәң, аҡылға бер көйгә әйләнерһең....

Хөкүмәттә үткән  оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция уҙған мәлдә артистар ҡатнашлығында ҙур байрамдар үткәрергә, аҡса исрафларға тыйҙы.«Мин барығыҙҙы ла һорайым, алдағы ваҡытта концерт һәм күңел асыу саралары тураһында онотоғоҙ, быны үҙем тикшерәсәкмен. Алда Яңы йыл ҡаршылау тора, беҙ уны мотлаҡ үткәрәсәкбеҙ, ғаиләләр хәстәрлегебеҙҙе күрергә, балалар - байрам һәм бәхет тойорға тейеш», - тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ район-ҡала башлыҡтарына Яңы йыл иллюминацияһын яңыртыуҙы тыйҙы.«Әлегә булғаны етер. Яңы шыршыһыҙ ҙа Яңы йылды яҡшы кәйефтә үткәрербеҙ. Тағын да ҡабатлайым, бер ниндәй ҙә артист кәрәкмәй – теләйһегеҙ икән, гармун алығыҙ ҙа, үҙегеҙ йырлағыҙ», - тине республика етәксеһе.Радий Хәбиров белдереүенсә, бынан ары барлыҡ аҡса иҡтисадты үҫтереүгә, социаль сфераға, мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға йүнәлтелергә тейеш.Төбәк етәксеһе үҙенең хакимиәт башлығы Максим Забелинға мобилизация үткән ир-егеттәрҙең балаларын айырыуса хәстәрлеккә алырға ҡушты.

Яҡшы урын буш тормаҫ. Япондарҙың Санкт-Петербургта  “Nissan” автомобилдәре заводы эшен туҡтатҡас, производство ҡеүәттәрен биләргә ике компания теләк белдергән – үҙебеҙҙең “КамАЗ” һәм   FAW автомобиль концерны. Һүҙ ыңғайы билдәләйек – Ҡытай предприятиеһы  1953 йыл Советтар Союзы ярҙамында төҙөлгән була. Бына шулай, донъя иҡтисадында тауар етештереү түгел, ә уны һатыу төп проблемаға әйләнгән осорҙа Көнбайыш һәм уларҙың ҡуштандары үҙҙәре үк конкуренттарына урын бушата.

Сибек, сиртһәң йәне осорға торған себештәр ҙә бер-берен ажарланып суҡый...  Балаларҙың да тиңдәштәрен йәберләргә маташыуына   артыҡ ғәжәпләнмәйенсә,  ҡырағай тәбиғәт инстинкттарына ҡаршы торорға әҙер булыр кәрәк. РФ Дәүләт Думаһында  мәктәптә балаларҙы эҙәрлекләүгә ҡаршы закон проекты ҡарала. Әҙәрлекләү тигәндә туҡмау ғына түгел, бойкот (түбәнһетеп аралашмау), мәсхәрәләү, мыҫҡыллау, яуыз ниәттә ҡорбандың милкен зыянлау,  ялған таратыу (шул иҫәптән интернетта) күҙ уңында тотола. Әлегә тиклем  буллинг ҡорбандары икенсе мәктәпкә күсеп кенә ҡотола ине, ә бәләкәй залим-хөсөтсөләр, күрмәмеш булып ҡыланған педагогтар  язанан ҡоро ҡалды. Яңы закон ҡабул ителә икән, баланы эҙәрлекләүгә юл ҡуйған мәктәпкә 100 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ, йәш хулигандарҙың да шелтә алыуҙары йә мәктәптән ҡыуылыуҙары мөмкин буласаҡ.

Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды (WWF) мәғлүмәттәре буйынса, Ер йөҙөндә ҡырағай йәнлектәр популяцияһы (һаны) 69 процентҡа кәмегән. Төп өлөштә – Латин Америкаһында һәм Кариб бассейнында, башлыса урмандар ҡырҡылыу, океандар бысратылыу һәм климат үҙгәреүгә бәйле, ти.  Беҙҙең  Рәсәйгә был хәүефле күренеш бигүк ҡағылмайҙыр – ҡош-ҡорт, януарҙар йылдың-йылы күбәйә генә бара буғай. Хәҙер ни, аҡҡоштарға ла, ҡыр ҡаҙҙары осоп үтеүгә лә,  элек телевизорҙан ғына күргән ҡондоҙҙар ишәйеүгә лә иҫебеҙ китмәй. Ә төлкөләр бер аҙ кәмеһә лә насар булмаҫ ине ахыры, юғиһә, ауылдарға ла иркен  үтеп инә башланылар бит. Ышанһағыҙ ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ юҡ, был ғәжәп күренешкә үҙебеҙ Иманғол-Учалы юлында, шаһит булдыҡ: дәү бесәй үҙе хәтлем ҙурлыҡта төлкөнө баҫтырып талай ине; теге ни, ҡаршылашҡан була, әммә табан ялтыратыуҙы  хуп күрҙе.  Бесәй хужаһының  юл буйындағы коттеджынан урман юлбаҫарын ҡыуаланы, тип һығымта яһаныҡ.

Тамашасыларҙы әүрәтеү өсөн телеканалдар ни генә ҡыланмай. Британияла  “Channel 4”  Адольф Гитлерҙың дүрт картинаһын һатып алған да ( фашист ҡәбәхәте үҙен рәссам тип хис иткән бит), хәҙер  тамашасылар  тауыш бирәсәк – артабан был  “сәнғәт өлгөләре” менән ни эшләргә? Тура эфирҙа юҡ ителеүҙәре, яндырылыуҙары ла  мөмкин, ти. Ә бит төптән ҡараһаң, ошо рәүештә нацизм идеологияһы аҫтыртын рәүештә пропагандалана: PR-технология белгестәре раҫлауынса, шәхесте маҡтау ҙа, тиргәү ҙә  уның билдәлелеген арттыра ғына, популярлыҡ өсөн иң ҡурҡынысы – онтолоу.

Гел генә ризаһыҙ, асыулы йөрөһәң, яйлап  аҡылға бер көй була башлайһың инде ул. Юҡҡа ғына бар диндәр сабырлыҡты  хупламай шул!  Минеральные Воды ҡалаһында “ғәҙеллек  сарсыған” 65 йәшлек әҙәм шәрәмәте Пенсия фондына килә лә, хеҙмәткәр ҡатындың өҫтөнә бензин һирпеп ут төртә.... Шөкөр, бахыр ҡатын иҫән ҡала, дауахапнаға һалынған, ныҡ һыҙланалыр инде! Ә бына олоғайып та аҡыл ултырмаған бәндәгә пенсияһы артыуы-артмауы тураһында оҙаҡҡа оноторға тура килер – кеше ғүмеренә хыянат ткән өсөн төрмәгә ултыртыласаҡ.

Заман технологиялары яҡшы эштәргә генә хеҙмәт итмәй шул. Бәләкәй балалары юҡ икән, ир менән ҡатын хәҙер “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталы аша ла ғаиләләрен тарҡата аласаҡ. Хеҙмәтләндереү хаҡы – һәр кеменән 650 һум. Шулай ҙа, исмаһам береһенә ЗАГС йә МФЦ-ға килеп, айырылышыуҙы  теркәргә тура киләсәк. Бер ҡараһаң, быныһы ла яҡшы инде – ир менән ҡатын бергә бер нисек тә йәшәй алмайҙар икән, ҡат-ҡат осрашырға мәжбүр булып, тиргәшеп-йәмһеҙләнеп йөрөүҙән бер фәтеүә  лә юҡ.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас