

Быйыл яҙ мәлендә 10 йәшлек баланы эт тешләгән була. Афарин, әсәһе ҡоро иреш-талаш менән сикләнмәй, район-ара прокуратураға мөрәжәғәт итә. Прокуратура, үҙ сиратында, әхлаки зыянды компенсациялатыу тураһында эт эйәһенән суд аша дәғүә ҡуя. Эйе, тап хайуан хужалары уларҙың тирә-йүндәге кешеләр өсөн ҡурҡыныс булдырмауҙары өсөн яуаплы.
Суд ҡарары менән зыян күреүсегә 15 мең һум әхлаки зыянды компенсациялау түләнәсәк. Бынан тыш, ажар эттең булдыҡһыҙ хужаһына БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 13.7-се статьяһы буйынса ( йәнлектәр менән эш иткәндә йәмәғәт тәртибе талаптарын күҙәтмәү) 4 мең һум штраф һалына. Суд актының үтәлешенә контролде прокуратура үҙ күҙәтеүенә алған.
Бына шулай, йәмәғәт, бәйһеҙ эт тотҡан, ҡарауһыҙ сығарып ебәргән һәр бәндә ошолай язаға тарттырылһа, берәҙәк эттәр баҫҡынсыллығы проблемаһы күптән хәл ителер ине. Закондар ҙа бар, халыҡтың үҙенең хоҡуҡи грамоталығы һәм әүҙемлеге генә талап ителә.