

Егеттәребеҙҙҙе хәрби операцияға оҙатыу митингында, “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ. Учалы” ирекмәндәр берекмәһе вәкилдәре снуд (баш кейеме) һәм толстовкалар (иркен итеп тегелгән спорт свитеры) тапшырҙылар. Был оҫтабикәләр тураһында айырым яҙып китәйек.
Ил саҡырғас изге яуға
Юлға сыҡты уландары.
Ил һағына баҫты бөгөн
Халҡымдың батыр улдары
Ваҡыт табып эш араһында
Эштәрен ҡалдырып, ялында,
Башҡорт ҡыҙҙары ҡулдарына
Теген машинкалары алдылар
Йылы кейемдәр тегә улар
Доға уҡып, теләктәр теләп,
Һалдат ғүмерен һаҡлаһын тип,
Изге -изге уйҙар уйлап
Тәнегеҙҙе генә түгел,
Йәнегеҙҙе лә йылытһын!
Беҙ теккән кейемдәр, Аллам,
Тыуған яҡҡа алып ҡайтһын
Был шиғырҙың авторы – Сәфәрҙә тыуып, бөгөн Учалы ҡалаһында йәшәгән Дания Нажметдинова, билдәле йырсы Марсель Нажметдиновтың хәләл ефете. Дания Дамир ҡыҙы былай тип һөйләне:
-Егеттәребеҙ Украинала алыша башлағас, ә беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ, тигән уй килде. Иптәшем менән ижад иткән “Хоҙайым, һаҡла ғүмерҙәрен!” йыры ҡыҫҡа арала ҙур популярлыҡ яуланы. Әммә конкрет ярҙам да күрһәтке килә. Баҡһаң, ихлас күңелле төбәк ҡыҙҙары
“Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ. Учалы” төркөмөнә интернет аша берләшкән икән. Ойоштороусы –үҙ тегеү ательеһы базаһында егеттәргә кәрәк-яраҡ тегеүгә тотонған Гөлнира Ғайсарова. Ул һәм Лилиә Ялалова, Гөлнара Вәлиева ательела туҡыманы бесәләр.. Әлеге мәл бик күп ҡыҙҙар, шул иҫәптән мин дә, был изге башланғысҡа ылыҡтыҡ - өйҙәребеҙгә алып ҡайтып хәлдән килгән айырым технологик операцияларҙы башҡарабыҙ, кемдер туҡыма, башҡа материалдар хәстәрләү менән мәшғүл, бәғзеләр ойоштороу-пропаганда эше менән була йә аҡсалата ярҙамлаша. Ҡазанға йөҙҙән ашыу толстовка ебәрҙек, киләһе партия тура фронтҡа йүнәлтеләсәк.
Редакциянан: төркөмдөң Бәйләнештә селтәрендәге адресы - https://vk.com/public216191632. Һәр кем хәленән килгәнсә булышлыҡ итә ала. Ғөмүмән, “Барыһы ла фронт өсөн!”- тип ауаз һалырға әле иртәрәктер, шулай ҙа, ҡайҙалыр алыҫта ниндәйҙер конфликт бара икән, тип битараф йәшәп булмаҫ бөгөнгө көндә – үҙебеҙҙең егеттәребеҙ үҙебеҙҙең илебеҙ именлеген ҡурсалап яу ҡырына баҫтылар бит! Тегенсе оҫтабикәләрҙән үрнәк алып, һәр ҡайһыбыҙ мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә күҙ-ҡолаҡ булып торайыҡ, йомоштары төшкәндә ярҙам итеү, йылы һүҙ менән күңелдәрен күтәреү – барыбыҙҙың да иң оло кешелек бурысы!