+22 °С
Ямғыр


Пенза ҡалаһында Учалынан 21 һалдат-сержант, 2 офицер хәрби әҙерлек үтә. Уларға күстәнәс ылауы иртәгә таңдан юлға сыға. Медикаменттар, төҙөлөш инструменттары, йылы эс кейеме, кәнфит-тәмәке – байтаҡ кәрәкле тауар йыйылған. Инселәнгән исемле посылкалар ҙа, төрлө учреждение коллективтары, эшҡыуарҙар әҙерләгән дөйөм бүләктәр ҙә күҙгә салынды. Тыуған яҡтарынан сәләмебеҙ яҡташтарыбыҙға һис тә артыҡ түгел әлеге мәлдә!