

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл был конкурс өсөнсө тапҡыр үткәрелгән һәм республикабыҙҙың 54 районынан барлығы 218 заявка ҡабул ителгән булған. Еңеүсе тип 38 атай танылған. Бүләкләнеүселәр рәтендә райондаштарыбыҙҙың булыуы уғата һөйөнөслө.
“Атай ҡаһарманлығы” билдәһе менән Учалы районынан Мират Ғиззәтуллин, Фәрит Мөхәмәҙиев, Абрар Хәйруллин һәм Игорь Саламатов билдәләнде. Тәүге номинант күп балалы атай, актив йәмәғәт эшмәкәре булһа, өс атай иһә улдарын Украиналағы хәрби операцияла юғалтҡан атайҙар...
Илсеғол ауылынан Мират Бәхти улы Ғиззәтуллинды гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы беләлер. Гәзитебеҙҙә әленән-әле күләмле мәҡәләләре менән сығыш яһаусы хаҡлы ялдағы уҡытыусы актив тормош алып бара. Бер нисә тапҡыр уны халыҡ Илсеғол ауыл Советы депутаты итеп һайлап, ҙур ышаныс күрһәтә. 42 йыл педагогик стажға эйә Мират Бәхти улы, 2004 йылдан “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемгә лә эйә. Йәмәғәт эштәрендәге активлығын да билдәләмәй булмай. Халыҡ мәнфәғәте өсөн янып-көйөп йөрөгән ағайыбыҙҙың тырышлығы менән Илсеғол дауаханаһында ябылған фикабинет та үҙ эшен яңынан тергеҙә. Мират Бәхти улының буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ауыл көтөүенә көтөүселәр эҙләү, ауыл сходындағы эштә ҡатнашыу, үҙ округындағы йорт-ихаталарҙың тәртиптә булыуын күҙәтеү, кәрәк икән ярҙам итеү – былар тынғыһыҙ депутаттың бөтмәҫ мәшәҡәттәренең бер өлөшө генә. Мират Ғиззәтуллин ҡатыны Сәриә Вәрис ҡыҙы менән 48 йыл бергә татыу йәшәйҙәр. Дүрт балаға ғүмер бүләк иткәндәр, бишенсеһе итеп Балалыҡ йортонан малай алып үҫтергәндәр.
Илсе ауылынан Фәрит Мөхәмәҙиев та абруйлы уҙамандарҙың береһе. Фәрит Әхмәтвәли улы 1956 йылда биш балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, ҡалала автомәктәпте тамамлай. Украинала Карпат аръяғында Лукачево ҡалаһында хәрби һауа ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәте үтә. Ҡайтҡас та эшкә урынлаша. Ғүмер буйы “Башҡортостан” колхозында водитель булып эшләй. Хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу, уҙаман хеҙмәт ветераны ла. Фәрит ағай ҡатыны Рәмзиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Эльвира ҡыҙҙары М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универститетын тамамлаған. Тормош иптәше Саттар менән бер ҡыҙ үҫтерәләр. Марат улдары иһә ысын ҡаһарман. Танк взводында танк командиры вазифаһын башҡарыусы өлкән сержант Марат Мөхәмәҙиев Украиналағы махсус операция барышында батырҙарса һәләк була. Маратты өйҙә ата-әсәһе, апаһы, ҡатыны һәм өс балаһы көтөп ала алманы...
“Атай ҡаһарманлығы” билдәһе менән Миндәк ауылынан Абрар Хәйруллин да бүләкләнде. Абрар Кирам улы Рафиҡ ауылында дүрт балалы ғаиләлә үҫә. Атаһы – шахтер, әсәһе уҡытыусы була. Килмәк мәктәбен тамамлағас, Абрар Хәйруллин Калининград өлкәһендә диңгеҙ авиацияһында хеҙмәт итә. Учалы ҡалаһында автомәктәптә белем ала. Бер аҙ Үзбәкстанда эшләп алғас, Миндәк руднигында хеҙмәт юлын дауам итә. Һуңынан Яңы Уренгой ҡалаһында ике тиҫтә йыл дауамында “Газпромгеофизика” предприятиеһында эшләй. Ҡатыны Резеда Заур ҡыҙы менән өс улға ғүмер бирәләр. Өлкән улдары Артур Ульяновск өлкәһендә хәрби хеҙмәт үткәс, бына инде алты йыл шунда контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Уртансы улдары Тимур Хәйруллин Украиналағы хәрби операция барышында батырҙарса һәләк була. Кинйә улдары Ирек әле Белорет ҡалаһында белем ала, студент.
Учалы ҡалаһында йәшәүсе Игорь Саламатов та Өфөләге тантанала “Атай ҡаһарманлығы” билдәһен алды. Игорь Александрович һәм уның ҡатыны Наталья Ивановна үҙәк ҡала дауаханаһының ашығыс ярҙам станцияһында эшләйҙәр. Ғаилә башлығы тиҙ ярҙам автомобиле водителе. Сентябрь башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалыға эш сәфәре менән килгәнендә, Украиналағы махсус операцияла һәләк булған Саламатовтарҙың улдары өлкән разведчик Владислав Саламатовҡа генерал Шайморатов орденын тапшырғанлығы билдәле.