

"Башҡорт сода компанияһының «Эколь» бүлендек ойошмаһы «Хәләл» стандарты буйынса кер йыуыу порошогы етештерә башланы.
Уның составында үҫемлектәр нигеҙендә эшләнгән май урынына пальма майы ҡулланыла. Яҡын киләсәктә «Зифа Хәләл» порошогы һатыуға сығарыласаҡ. Бынан тыш продукцияны Төркиә, Иран, Сәғүд Ғәрәбстанына һ.б оҙатыу ҡарала.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡтағы кер йыйыу онтаҡтары етештереү цехы эшләмәй оҙаҡ туҡтап торғандан һуң 2020 йылда ҡабаттан тергеҙелде.