

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ. Ул ҙур дәүләт байрамы, тарихыбыҙҙың 1612 йылғы ваҡиғаларына барып тоташа һәм Ватаныбыҙ азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын данлай. Бөгөн беҙ бихисап халыҡтарҙы һәм мәҙәниәттәрҙе берләштергән уникаль мираҫы булған илдә йәшәйбеҙ.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө – төрлө милләт һәм дин вәкилдәренең берләшеүе, бер үк тарих, бер үк ер, бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул.
Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө йомаға тура килә. Шуға күрә Рәсәй халҡы өсөн 4, 5, 6 ноябрь ял көндәре тип иғлан ителә. 3 ноябрь көнө эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Фото интернеттан.