

25 һәм 26 октябрь ике төркөм яҡташтарыбыҙ махсус операцияла ҡатнашыуға әҙерлек өсөн хәрби частарға оҙатылды. Митинг үтте. Күңелдәрҙе күптән таныш, әммә бөгөнгө көндә бөтөнләй яңыса, төп асылында яңғыраған башҡорт йыры ярһыта һәм һыҡрата.
"Эйәрле ат беҙ менгәндәр,
Һay булығыҙ, йән һөйгәндәр,
Ил саҡыра изге яуға,
Ҡылыс — билдәрҙә.
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бөтәбеҙгә,
Бәлки, кире тыуған илдәргә".
Ярар, Аллаһ бойорһа, барыһына ла был йырҙың өсөнсө куплетын ғорур йырлап ҡайтырға яҙһын!
"Һаумы, тыуып үҫкән ерҙәр!
Бар икән дә күрер көндәр.
Шатлыҡтары ҡанат йәйә
Беҙҙең йырҙарҙың.
Һағындырған тыуған яҡтар,
Тып-тып килә баҫып аттар,
Дан бөркөлә, саң бөркөлә
Беҙҙең юлдарҙан!"