

Үҙәк район моделле китапханһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Артур Ғайназаров һәм Рәил Ҡорамшин менән осрашыу үтте. Был патриотик сәғәт «Көс -дөрөҫлөктә» (“Сила -в правде”) тип аталды һәм унда Учалы тау-металлургия колледжының аграр сәнәғәт факультеты студенттары, Учалы Башҡорт лицейы һәм Әхнәф Хөснөтдинов исемендәге урта мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар һорауҙарға яуап бирҙеләр һәм ошо хәрби операцияла үҙ теләктәре менән ҡатнашыуҙары, был һуғыштың элеккеләрҙән бөтөнләй икенсе һәм ҡотолғоһоҙ булыуы хаҡында бошоноп һөйләнеләр. Күргәндәрен яңынан иҫләп һөйләү еңел түгел уларға, шулай ҙа һеҙ, йәштәр, белеп торорға, илебеҙ эсендә дошмандар әҙерләнән теракттарға әҙер булырға, уларҙы иҫкәртә белергә, информацион һуғышта һаҡ булырға тейешһегеҙ, тип иҫкәртте улар.
Осрашыуҙы алып барыусы Минзирә Ғариф ҡыҙы Шәрәфетдинова украин халҡының беҙҙең ил өсөн бер ҡасан да сит булмауын билдәләп үтте. Сөнки был дуҫлыҡ тураһында бик күп яҙыусылар әҫәрҙәр ижад иткән. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы халыҡтар араһында бер ниндәй ҙә милләтселек булмаҫҡа тейеш, тип ихлас дәлилләнһә, әһип иҫтәлектәрендә былай тип тә яҙып ҡалдыра: һуғыштан һуң алған яраларынан дауаланған ваҡытта бер украин ҡатыныны ул теләгән ебетелгән алма табып килтерә, Мостафа Сафа улы аҡса тәҡдим иткәс, «Илебеҙҙе азат итеүселәр беҙҙең өсөн барлыҡ ҡиммәттәрҙән өҫтөн»,-тип яуаплай. Украин халҡы әлеге ваҡытта ла Рәсәй халҡына ошо мөнәсәбәтелер, тип ышанабыҙ. Кисәлә Мостай Кәримдең «Украинаға» шиғыры яңғыраны һәм шиғырҙа әйтелеүенсә, Украина ерендә тыныслыҡ урынлашһын, балалар бәхетле булһын, азатлыҡ өсөн ярҙам ҡулы һуҙған һәм ғүмерҙәрен биргәндәр бер ваҡытта ла онотолмаһын!
Осрашыу һуңында ҡыҙҙарҙыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға: «Һеҙҙең шундай булыуығыҙға һоҡланып, рәхмәт әйтеп ҡулығыҙҙы ҡыҫырға рөхсәт итегеҙ»,- тип мөрәжәғәт иттеләр. Сара тамамланғас та тиҙ генә таралышманы халыҡ, сөнки һәр кемдең бирәһе һорауҙары күп ине. Артур Ғайназаров һәм Рәил Ҡорамшин барыһының да һорауҙарына ҡыҫҡа һәм теүәл яуап бирҙеләр.
Йәштәргә тәрбиә биргән, әлеге ҡатмарлы заманала аҡты ҡаранан, яҡшынын ямандан айырырға өйрәткәндәре өсөн ветерандарға рәхмәтле ҡалдыҡ.
Лиә Әминева, үҙәк район моделле китапханаһының крайҙы өйрәнеү бүлеге мөдире