

Ошо изге Мәүлит айында ,ауылдаштар менән кәңәшләшеп, аҡса йыйып, ил һаҡларға киткән егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, донъялар тыныс булһын тип, ҡорбан ашы ойошторҙоҡ. Бер һарыҡты – ауыл халҡы күмәкләшеп, икенсеһен - Халиса менән Әхтәм Хилажевтар салдылар. Йыйылған аҡсаның бер өлөшөн ил һаҡларға киткән егеттәребеҙгә ярҙам итеп кәрәк-яраҡ алдыҡ, апайҙарыбыз йөн ойоҡбаштар бәйләп килтерҙе.Ғәзиз хәҙрәт аят-доғалар уҡып,салауат әйтелде, салған ҡорбандар ҡабул булып, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар, Алла бирһә. Ошо сарала ,табын әҙерләшкән ауылдаштарыма ҙур рәхмәт,бына улар : Ләйсән,Зөфәр Хилажевтар, Гөлсөм Габдрахманова, Шәүрә Йомабаева, Гөлшәкәр Гәлимова, Лүзә Хужәхмәтова, Зилдә Хилажева, Эльвира Биҡбаева, Сәжидә Ильичева.
Ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙҙың йәшелә,олоһо ла ҙур өлөш индерҙе,уларға ла ҙур рәхмәт. Спонсорҙарыбыҙҙы ла билдәләйек: Заһит,Нурсилә Әлхәмовтар; Нәзирә,Юлай Юнысовтар;Зинаида,Сергей Владимировтар, Әхтәм,Халиса Хилажевтар; Регина,Артур Таиповтар . Ауылдаштарымдың берҙәмлеге һоҡландыра, ғорурландыра. Һәр берегеҙгә иҫәнлек - һаулыҡ, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы теләйем. Донъялар имен булһын, бер кемгә лә Аллаһы Тәғәлә бала ҡайғыһын күрһәтмәһен! Ҡылған изгелектәрегеҙҙең сауаптары үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтһын. Ошо ауыр ваҡыттарҙа берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ! Берҙәмлектә көс!
Илүзә Ғимаҙова, Ишкен ауылы