

РФ Президенты Владимир Путин, «Валдай» клубы сессияһында: «Ә бына Рәсәй Төньяҡ Кореяға ҡорал ҡайтарта башлаһа, Көньяҡ Корея ниндәй ҡарашта булыр ине һуң?” – тигән риторик һорау бирҙе. Сәбәбе – Көньяҡ Корея Чехия аша Украинаға 3 миллиард долларға ҡорал бүләк итмәксе, төп өлөштә Chiron зенит-ракета комплекстары. Иң аянысы – был комплекстар заманында Рәсәй ярҙамы менән етештерелә башлаған, ти....
Башҡорттарҙа “Ауыҙы ҡыйыш булһа ла, бай балаһы һөйләһен”, - тип әйтеләме әле? Электрон тауарҙары менән данлы “Самсунг” корпорацияһы (Көньяҡ Корея) президенты итеп Ли Джэ Ён әфәнде һайланды. Ришүәтселек өсөн хөкөм ителеп, былтыр ғына төрмәнән сығыуына, наркотик ҡулланған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылыуына, Гарвард бизнес мәктәбендә биш йыл уҡып та, доктор дәрәжәһе ала алмауы – ваҡ мәсьәләләр. Иң мөһиме – олатаһы ла, мәрхүм атаһы ла корпорация менән етәкселек иткән, ауыҙында көмөш ҡалаҡ менән тыуған Ли Джэ Ён 5 миллиард долларлыҡ байлыҡҡа эйә. Бына шулай, “тиң мөмкинлектәр” тураһында һүҙ ҡуптара-ҡуптара, байҙар айырым кастаға әйләнеп килә.
Нимә ул хэллоуин? Борнғо кельттар 31 октябрҙән 1 ноябргә ҡараған төндө, йылдың яҡшы өлөшө бөттө, ҡараңғы, яман өлөшө башлана тип, аҙып-туҙып, тилереп мәжүсилек ботына табыналар. Инглиз культураһы йоғонтоһо менән был ҡырағай йола донъяла киңәйә бара. Һәм ҡорбандар йыя! Сеулда иҫерешкән, наркотик ҡулланған, шайтан байрамынан күҙҙәре түпәләренә менгән халыҡ бер-берен күпләп тапап үлтерҙе. 153 кеше һәләк була, шул иҫәптән Рәсәйҙән өс ҡыҙ. Ниндәйҙер кафела сәхнә йондоҙо байрам итә тигән хәбәр таралғас , хәтһеҙ халыҡ бер юлы тар тыҡрыҡҡа урғыла, йығылғандар тапалып, береһе өҫтөнә икенселәре өйөлә лә өйөлә. Ҡотҡарыусылар мәйеттәрҙе сығарған мәлдә лә, ен-пәрей булып кейенгән йәштәрҙең “эт туйы” дауам иткән, ти.
Күрәҙәсе-йондоҙнамәләр етмәгәйне, хәҙер суперкомпьютерҙар ярҙамында ла киләсәккә фараздар ҡорола. Быйыл Катар әмирлегендә футбол буйынса донъя чемпионатында Аргентина еңәсәк, Португалиянан пенальти буйынса өҫтөнлөк аласаҡ, тип иҫәпләп сығарҙы. Хаҡлығын тикшерер өсөн күп ваҡыт ҡалманы – ярыштар ноябрь аҙағында башлана. Ғәрәп илдәрендә тәү тапҡыр был сара үткәрелә. Рәсәй йыйылма командаһы сәйәси сәбәптәр менән индерелмәй. Ярар, футболсыларыбыҙ бер ҙә ҡыуандырғандары юҡ, былай, исмаһам: “Эх, рөхсәт кенә итмәнеләр шул, барыһын да пыран-заран килтергән булыр инек!”-тип маһайып йөрөрҙәр. Ә суперкомпьютер был юлы яңылышҡан хәлдә лә, яҡын киләсәктә теүәл фараздар бирә башлаясағына шик юҡ – донъябыҙҙа бар нәмә бар немә менән өҙөлгөһөҙ бәйле бит ул, әлегә сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен тулы күләмдә белергә аҡылыбыҙ ғына етмәй.
Футбол темаһына йәнә бер яңылыҡ. Рәсәй командаһы Бразилияны 6:0 иҫәбе менән еңгән. Ышанмайһығыҙмы? Һүҙ бит кеше түгел, робот уйынсылар тураһында бара! 90 сантиметрға тиклем бейеклектә Мәскәү физик-техник институты (МФТИ) ҡорған роботтар ҡаршылаштарын тар-мар иткән. Иманыбыҙ камил, фәндең үҫешен дәлилләгән бындай еңеүҙәр ысын футболдағы ҡаҙаныштарҙан мең тапҡыр артыҡ.
Бик сәйер тикшереүҙәр ҙә үткәрелә. Бер социология үҙәгенең мәғлүмәттәре буйынса, 34 процент Рәсәй халҡы ҡағыҙ гәзиттәрҙән баш тартырға әҙер, йәнәһе лә, тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында. Экология тураһында уйламайынса ла, аҡса йәлләп йә интернетҡа әүрәп, туған телгә битарафлыҡ күрһәтеп, былай ҙа бик күптәр гәзиттәрҙән баш тартты. Ә урмандарға килгәндә – бына үҙебеҙҙең Учалыла, ағас киҫелгәндән һуң ҡола далаға әйләнгән, исмаһам, берәй урынды берәйһе күрһәтә алырмы? Ҡырҡылған урман урынына йәһәт йәш ағастар күтәрелә, элекке байтаҡ баҫыу, көтөүлек-сабынлыҡтарҙы ла урман ҡаплап килә.
Мадагаскарҙа “руконожка” тигән маймылдар йәшәй. Сәйер исемдең сәбәбе – алдағы тәпәйҙәре ныҡ оҙон. Былай ҙа оҙон ҡул суғының урта бармағы ниңә шулай алға һерәйеп тора икән, тип оҙаҡ баш вата биологтар. Донъябыҙҙа бер ни юҡҡа түгел бит, һәр нәмәнең үҙ тәғәйенләнеше. Ә урындағы кешеләр, руконожка оҙон бармағы менән кемгә күрһәтә, шул оҙаҡламай үлә, йәһәннәмдән ебәрелгән зат, тип иҫәпләй. Исемен дә әйтергә ҡурҡып, “айе-айе” (“белмәйем-белмәйем”) тип кенә атайҙар. Ғалимдар иһә, йәшерен видеоға төшөрөп, компьютер моделдәре төҙөп, теүәл асыҡланы – руконожкаға оҙон бармаҡ тик танауында соҡонор өсөн генә талап ителә! Ә кеше лә, маймылдар ҙа ниңә танауҙарында соҡонорға ярата – быға фәндең асыҡ ҡына яуабы юҡ.
Австралия ғалимдары фаразы буйынса, ризыҡҡа таш ҡомо һалынһа, минералдар май һәм углевод үҙләштерелеүҙе тотҡарлаясаҡ, шуға ла һимеҙ кешеләрҙе ябыҡтырыу диеталарында киң ҡулланылыуы мөмкин. Яңылыштан һынар булып китмәгеҙ! Ғалимдар башта хайуандар өҫтөндә эксперименттар үткәрәсәк, ҡомдоң ниндәй ҙурлыҡта һәм нисбәттә хәүефһеҙ икәнлеген теүәл асыҡлаясаҡ.