

Педагогика һәм педология. Оҡшаш һүҙҙәр. Бик ябайлаштырып әйткәндә, педагогика һәр баланы комплекслы тәрбиәләүҙе һәм уға белем биреүҙе, ҙур тормошҡа әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуйһа, педология - балаларҙың шәхси үҙенсәлектәренән сығып һәм махсуслашып, ошо нигеҙҙә тар йүнәлештә юғарыраҡ ҡаҙаныштарға ынтыла. Башҡортса әйткәндә, сабый саҡтан уҡ аҡ-ҡараға, аҡыллы-аҡылһыҙға, физик-лирикка бүлеү инде был. Заманында илебеҙҙә педология менән мауығалар, әммә ваҡытында аҡылға килеп, беҙ белгән, донъяла иң яҡшы Совет мәғариф системаһына күсәләр. Был тарихты ниңә иҫкә алабыҙ? Ә бит Совет системаһынан баш тартҡас, американдарҙан үрнәк алып, нәҡ педология ғәмәлгә индерелде (Болонья системаһы). Белемде тест аша баһаларға ғәҙәтләнеүебеҙ, тәрбиәгә, шәхестең камил үҫешенә бармаҡ аша ҡарау – ошо юлдың тура эҙемтәһе. Аңлау урынына яттан хәтерләү, ниндәйҙер фәнгә махсуслашып, ҡалған, “кәрәкмәгән” өлкәләрҙе үгәйһетеү – былар барыһы ла йәш быуынға тейешенсә үҫешергә ирек бирмәй. Юҡҡамы ни, наҙан кешеләрҙе “ЕГЭ быуыны” тип тә атай башланылар хәҙер. Йәш быуындың саманан тыш заман гаджеттары, социаль селтәрҙәр менән мауығыуы былай ҙа ауыр хәлде тамам киҫкенләштерә.
Рәсәй менән Көнбайыш илдәре конфронтацияға килгән дәүерҙә, иртәме-һуңмы Европа һәм Американан көсләп тағылған мәғариф системаһы ла үҙгәрер, тип өмөт итәбеҙ. Был хаҡта сәйәсмәндәр, дәүләт эшмәкрәҙәре йыш һүҙ сығара. Ә урынына ни булыр? Быныһын инде ғалимдар һәм киң йәмәғәтселек алдан төҡдим итә башларға тейештер, хәҡиҡәт бәхәстәрҙә генә асыҡлана һәм көсөнә инә ала бит. Ошо тәңгәлдә ҡайһы-бер фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашаһы килә.
Беҙҙең ҡарамаҡҡа бик хәүефле тенденция күҙәтелә бөгөнгө көндә– балаларҙың саманан тыш иртә махсуслаша башлауҙары. Танау аҫты кипмгән малайҙан: “Ә миңә астрономия (химия, математика, башҡорт теле, биология һ.б.) кәрәк түгел, мин бит финансист (артист, нефтсе, эшҡыуар, сәйәсмән һ.б.) булырға йыйынам, фәлән-фәлән университетта уҡыясаҡмын!” – тигән хәбәрҙәрҙе ишетеү хафаға һала. Беренсенән, фани донъябыҙ бер һәм бөтөн, ысынбарлыҡта бер ҙә “физика” һәм “лирика”ға бүленмәгән. Ошо донъяға төшөнөү, үҙ урыныңды табыу, үҙеңә файҙа алыу һәм башҡаларға файҙа килтереү өсөн башта донъяның берлеген аңларға һәм ҡабул итергә өйрәтелеү ифрат мөһим шарт! Икенсенән, бала бала булғанында үҙенең һәләттәрен, нимә ысынында ла ҡыҙыҡ, нимәгә битараф икәнлеген ҡайҙан ғына алдан белә алһын инде! Юҡҡамы ни, беҙҙә бик күп кеше дипломы буйынса эшләмәй колледж-университеттарҙы тамамлағандан һуң. Йә үҙенә лә, ҡалғандарға ла йөк булып берәй тармаҡта күпмелер ваҡыт вазифа биләй ҙә, һуңынан бары шөғөлөн алмаштыра. Дөрөҫөн әйткәндә, йәштәр “Хоҙай маңлайына яҙған” шөғөлөн таба алмауына беҙ, оло кешеләр ғәйепле. Мәкәтәптәрҙә лә кластар төрлө профилдәргә бүленә, ата-әсәләр менән уҡытыусылар ҙа: “ Был өлкәлә генә уңышҡа өлгәшә алаң!” йә “Аҡсалыраҡ һөнәр өсөн фәлән-фәлән йүнәлеш отошлораҡ”, - тип баштарын бутай торған. Ғилми тел менән әйткәндә, бала тәрбиәнең һәм мәғарифтың субъекты түгел, объектына әйләндерелә. Ғүйә ул үҙенә генә хас эске донъялы, ниндәйҙер өлкәләрҙә ғәжәйеп һәләтле, иҫ киткес потенциалға эйә шәхес түгел, ә ни бары матур отчет йә ата-әсәй маһайыуы өсөн йәнһеҙ әйбер.
Берәй фән-йүнәлешкә генә махсуслаштырып, бәләкәй кешене мөгжизәле дәрәжәлә күп яҡлы һәм бихисап ҡырлы донъянан мәхрүм итмәҫкә ине.
Музыка һәм ҡәҙимге мәктәптәр бергә булырға тейеш. Бөтә балалар төрлө музыка ҡоралдарында уйнауға, бейеү-йырлаүға ылыҡтырылһын. Артист булып китмәгәндәре лә кеше алдында үҙҙәрен иркен тоторға өйрәнә, хис-тойғоларын сәнғәт аша кәүҙәләндерергә күнегә, эске психик көсөргәнештән ҡотола ала. Эстетик тәрбиә тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй, күренекле композитор һәм педагог Милий Балакариев әйте ҡалдырған бит: “ Хоҙай беҙгә Ерҙәге элекке ожмахтан тик музыканы ғына ҡалдырған”. Ә хор менән йырлауҙың коллективлыҡ, туғандашлыҡ тойғоһо уятыу өсөн әһәмиәтен баһалап та еткерерлек түгелдер.
Сәнғәт һәм ҡәҙимге мәктәптәр бергә булырға тейеш. Күп һүҙ сурытмайынса, бер генә дәлил килтерәйек: Пушкин заманаларында һәр уҡыусы кәмендә үҙенең парта буйынса күршеһенең портретын оҡшаш итеп төшөрөргә өйрәтелгән, ти. Һуңынан күренекле ғалим, хәрби, дәүләт эшмәкәрҙәре булып китеүҙәренә бер ҙә ҡамасауламаған, киреһенсә, булышлыҡ иткән. Сәнғәт һәм уның эҙемтәһе булараҡ һәр нәмәгә ижади ҡараш формалаштырыу ғәмәли яҡтан ҡарағанда ла отошло. Ғилми-техник прогресс бик йылдам үҫешә, яңы йәмғиәттә лайыҡлы урын биләү өсөн яңы быуын кешеләренән техник грамоталыҡ та, фәҡәт ижади һәләттәр ҙә берсә талап ителәсәк.
Техникумдар (махсус һөнәри белем биреү мәғәнәһендә) һәм ҡәҙимге мәктәптәр бергә булырға тейеш. Бысҡы-балта тоторға өйрәтеүҙән тыш, иретеп–йәбештереү аппаратары менән эш итеү, автомобиль ремонтлау, электрослесарь эше менән рәттән, заман технологиялары нигеҙҙәренә (мәҫәлән, 3D принтерҙар, робот техникаһы) төшөндөрөү бик тә урынлы булыр ине. Киләсәктә лә тормоштарында бер һүҙһеҙ кәрәк буласаҡ, ә бөгөнгө көндә үк, уҡыған дәүерҙә, математика-физика кеүек тәбиғи фәндәргә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырасаҡ, сөнки мөһимлегенә үҙ тәжрибәләрендә инанасаҡтар. Ғөмүмән әйткәндә, урта мәктәпте тамамлаған һәр йәш граждан, артабан уҡырға теләге йә мөмкинлеге юҡ икән, шундуҡ эшкә тотонорға һәләтле булырға тейештер. Белем, үҙ тамағыңды булһа ла аҫрарға форсат бирмәй икән, ысын белем түгел.
Спорт һәм ҡәҙимге мәктәптәр бергә булырға тейеш. Юғары ҡаҙаныштар артынан ҡыуған ярым-профессиональ спорт түгел, һәүәҫкәрҙәр спорты!. Иң яҡшыһы, әлбиттә, коллективлыҡҡа, хеҙмәттәшлеккә төшөндөргән уйын төрҙәре –волейбол, футбол, хоккей, спорт туризмы һәм башҡа.
Сит телдәр кәрәк. Әммә бында ла бер нескәлекте элеп алайыҡ. Сит тел уҡытҡанда үҙебеҙ ҙә абайламаҫтан ошо сит илдең мәҙәниәтен дә сабыйҙарҙың аңына һеңдерәбеҙ. Текстарҙа, ғәҙәттә, ошо ил турала ыңғай ғына яҙыла, сит ил исемдәре менән персонаждар тасуирлана ( немец телен уҡығандар “Марта унд Нина баден” тигәнде барыһы ла хәтерләйҙер), сит ил йәнһүрәттәренән иллюстрациялар киң ҡулланыла – сабыйҙар өсөн инглиз теле буйынса ҡулланмаларға ҡарағыҙ әле – шау Уолт Дисней геройҙары. Ошо рәүештә лә донъяға ҡараш аҫтыртын ғына ҡалыплана – ҡайҙалыр ситтә барыһы ла ал да гөл, матур һәм сағыу, беҙҙә генә барыһы ла төҫһөҙ һәм күңелһеҙ.... Ошо рәүештә ҡурҡыныс рухи сир – манҡортлоҡ йоҡторола башлайҙыр буғай. Ҡабатлап әйтәбеҙ, сит ил телдәре кәрәк, әммә тел көйөнсә генә, үҙебеҙҙең мәҙәниәт нигеҙендә. Ғөмүмән, быныһы иң мөһиме – бала туған теле, үҙ халҡы мәҙәниәте менән ныҡлап танышҡандан, рухи йәһәттән нығынғандан һуң ғына сит халыҡ мәҙәниәте менән яҡындан таныштырыу хәйерле булыр. Ысын граждан һәм камил шәхес үҫтереүҙә тарих, әзәбиәт, туҫан тел, туған яҡты өйрәнеү кеүек дисциплиналарҙың әһәмиәтен айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ.
Үрҙә яҙылғандарҙан сығып, тап әле бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә ниндәй кәңәштәр бирер инек?
Беренсенән, сабый сағынан бала менән күберәк һөйләшергә. Йәнһүрәттәрҙе күрһәтергә була, әммә күп түгел, уныһында ла телевизор аша ғына.Әгәр ҙә бәләкәй кешегә һайлау бирелһә – телефонда ултырырғамы, компьютер уйнарғамы, китап уҡырғамы, ул, әлбиттә, заман гаджеттарына өҫтөнлөк бирәсәк: кеше шулай ҡоролған, үҙе лә аңламайынса мөмкин тиклем аҙыраҡ энергия сарыф итеүгә ынтыла, ә баш эшләтеү энергияны күп талап итә. Йорт эсендә телефонды тик һөйләшүеү өсөн генә тотор кәрәк! Уйын уйнатҡан, видеоролик ҡаратҡан хәлдә лә – телевизор йә ҙур компьютер аша.
Йоҡо алдынан әкиәт һөйләү бик яҡшы. Әсәнең, өләсәнең яғымлы тауышы баланы тынысландыра, шул уҡ ваҡытта мейеһе эшкә егелеп, аң-зиһене үҫешә: йәнһүрәттә сағыу һүрәттәргә күҙәтеүсе генә булһа, әкиәт ишетелгәндә кеше һүҙен образдарға әйләндерергә өйрәнә, йәғни күҙ алдына килтерә. Һәм баланың фантазияһы менән был образдар артабан үҫешә, яңы өҫтәмәләр менән байый бара... Эйе, уҡылған әкиәттәр, һүрәтһеҙ китаптар баланың аң ҡеүәһе үҫешеүгә бик тә булышлыҡ итә.
Икенсенән. Берҙәм дәүләт имтиханы йә аттестация тестарын балам нисек бирер тип алдан көйәләнмәй, уны борсомай тороғоҙ. Күпмелер ваҡыттан тамырҙан үҙгәртелеүе лә мөмкин бит. “5” өсөн саманан тыш маҡтамағыҙ, “2” өсөн артыҡ тиргәмәгеҙ: иң мәһиме – уҡыуға ҡыҙығыу һүрелмәһен һәм нигеҙ ташы белемдәрен үҙләштерә барһын. Төплө база бар икән, һау-сәләмәт һәм көр кәйефле булһа, төрлө тест аша һынау тоторға ла ҡыҫҡа ваҡытта әҙерләнеп өлгөрөргә мөмкин. Аңламайынса ятлап баш ҡаңғыртыу, мотлаҡ мәкәтәп миҙалдары һәм ҡыҙыл аттестаттарға ынтылыу бер кемгә лә кәрәкмәй. Белемдең мәғәнәһе - файҙа алыу, башҡаларға файҙа килтерә белеү, “ҡоро белемдән” бер фәтеүә юҡ.
Өсөнсөнән, совет дәүере дәреслектәре табығыҙ йә интернеттан яҙҙырып алығыҙ. Заман дәреслектәре менән өйгә эшен үтәгәндән һуң, иҫке дәреслектәге ошо теманы ҡарап сығыуы тик файҙаға ғына буласаҡ, сөнки был китаптар икенсе принциптар буйынса, логика йәһәтенән күпкә уңышлыраҡ һәм аңлайышлыраҡ ҡоролған. Ябай хәтерләү менән генә әллә ни йыраҡ китеп булмаҫ!
Ә артабан иң мөһиме. Әсәләр баланы хис-тойғо йәһәтенән шәхес итеп әүәләһә, когнитив функцияларҙың (ябайлаштырып әйткәндә – донъяны танып белеү, мәғлүмәттәрҙе ҡабул итеү, сәбәп-эҙемтә бәйләнешенә төшөнөү) үҫешенә башлыса ир-ат – атайҙар һәм олатайҙар яуаплы, тәбиғәт менән шулай ҡаралған. Көн һайын һәр атай (олатай, бабай) кистәрен бала менән 20-30 минут аралашырға бурыслы. Темалар – көн нисек үтте, нимәләр булдырҙың йә булдыра алманың, нимәгә булдыра алманың, ниндәй китап уҡының, эстәлеге тураһында ни уйлайһың, мәктәптә хәлдәр нисек һәм башҡа. Ир кеше бала тормошон етди ҡабул итеүе, үҙенең бөтә хәл-шарттарға мөнәсәбәтен еткереүе зарур. Әлбиттә, өгөт-нәсихәт менән сикләнеү һис тә килешмәй, әйткәнеңде тормош тәжрибәһе менән дәлилләй барыу мөһим шарт. Мотлаҡ төшөндөрөр кәрәк – мәктәптәге билдәләргә ҡарағанда ысын белемгә эйә булыу, нимәгәлер өйрәнеү, һәләттәрен камиллаштырыуы сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә мөһимерәк. Һәм фәҡәт үҙе өсөн кәрәк икәнлегенә лә төшөнһөн! Һәр саҡ ҡаты күҙәтеү аҫтында тотоу артыҡ. Әйтәйек, ирек тойһа, уҡыусы бала башта уҡыуға һалҡынсараҡ ҡарай башлауы ла ихтимал. Әммә “икеләр” йышайһа, үҙе лә уңайһыҙлыҡ кисерә башлар, мин кемдән кәм һуң, тип сәменә тейер һәм тырышлығын арттырыр.
Бала мәктәптә өлгәшә алмай икән, ата-әсәләр репетитор яллай ҙа, шуның менән тыныслана. Бәләкәй кеше йәнә яҙыҡ фекергә инана – миңә мотлаҡ кемдер ярҙам итергә, ауыҙыма сәйнәп ҡаптырырға бурыслы. Беҙҙең ҡарамаҡҡа иң дөрөҫө – дәреслек һәм дәфәтәр биреп, анһат яуап алмаһын өсөн интернеттан ситтәрәк өҫтәл артына урынлаштырырға ла, 3-4 сәғәт ултырһаң ултыр, әммә белем һинең үҙең өсөн кәрәк, үҙаллы уҡырға өйрәнергә тейешһең, хәлеңдән килә, тип инандырырға.
Эйе, ата-әсәнең төп бурысы – баланы үҙаллы белем алырға өйрәтеү. Төптән ҡараһаң, тап тирә-йүндән мәғлүмәт алып, тәжрибәне анализлап, белем туплау һәм ҡулланыу һәләте, ошо нигеҙҙә яманды яҡшынан айырырға өйрәнеү һәр әҙәм балаһын тулы мәғәнәлә Кеше итә лә инде.
Зәки Әлибаев, БДПУ доценты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.
Шамил Батыршин, БДПУ-ның өлкән уҡытыусыһы.