

Урман шишмәһе.
Өргөн ауылының йәме:
Матур урман шишмәһе.
Һыуы шундай һалҡын һәм саф,
Көн дә килә эсәһе!
Шишмәлектең тирә - яғы
Йөҙйәшәр ҡарағайлыҡ.
Ул бит - беҙгә ололарҙан
Ҡалған бер мираҫ, байлыҡ!
Һыуы - шундай тәмле, татлы,
Шифалы, тәнгә дауа.
Ҡарағайҙар араһында, -
Һулап туймаҫлыҡ һауа!
Йәш килен һәм кәләштәрҙе
Шунда илтә һыу юлы.
Иңбашта - матур көйәнтә,
Силәктәрҙә һыу тулы!
Йыл да ҡабатланып тора
Матур, изге шул йола.
Тәбиғәттең бәрәкәте
Йәштәр йортона тула!
Шөкөр, беҙҙә үтеп тора
Төрлө сара, байрамдар.
...Ауылымдың ғорурлығы -
Дан урман, шишмәһе бар!
Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619