Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
10 Ноября 2022, 08:24

"...Һине бәхетле итеүсе - кәләшең һәм өс малай!"

Яҡташыбыҙҙың матур ғаилә тураһында матур шиғыры

"...Һине бәхетле итеүсе - кәләшең һәм өс малай!""...Һине бәхетле итеүсе - кәләшең һәм өс малай!"
"...Һине бәхетле итеүсе - кәләшең һәм өс малай!"

Вәлиуллин Эмиль Фаил улы -  Өргөн ауылы егете, "КРЗ - Строй-минералда" тейәгес машина водителе булып эшләй. Кәләше Вәлиуллина ( Шәйхетдинова) Юлия Фәрит ҡыҙы - хужабикә,  Ҡалҡан ауылы ҡыҙы. Бик татыу, матур донъя көтәләр. Тыңлаусан, ипле, зыянһыҙ кешеләр.

Кәләшеңдән ныҡ уңғанһың,
Бәхетлеһең һин, ҡалай!
Күҙ теймәһен, йортоғоҙҙа
Үҫеп килә өс малай!
Һеҙҙе күрһәм - күңел йырлай,
Шатланып ҡуя йөрәк.
Аллаһ бирһә, уландарың
Үҫер, булырҙар терәк!
Шөкөр, яратҡан эшең бар,
Уңған, һылыу - кәләшең.
Ҡәҙерҙәрен белеп йәшә,
Һиңә теләк, кәңәшем!
Һеҙгә ҡарап һоҡланам мин,
Көнләшеү - түбәнселек.
Яҡты нурҙар һибәһегеҙ,
Күктәге ҡояш кеүек!
Хоҙай ҡайғы яуҙыртмаһын,
Ҡойһон тик - ямғыр, ҡарын.
Ҙурайып, кеше булһындар,
Бәләкәс малайҙарың!
Эмиль ҡустым, ихлас ҡыуан,
Бәхетлеһең, иһ, ҡалай!
...Һине бәхетле итеүсе, -
Кәләшең һәм өс малай!

Рамай Ҡаһир,https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас