Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
10 Ноябрь 2022, 11:03

"Тыныс тормош бөттө, үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ әле"

Ноябрь айының һалҡын көнөндә илбашсы менән генә түгел, тотош эпоха менән бәхилләшкәнбеҙ икән....

"Тыныс тормош бөттө, үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ әле""Тыныс тормош бөттө, үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ әле"
"Тыныс тормош бөттө, үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ әле"

Беҙ, ауыл балалары, йыш ҡына ил башлығын Брежнев-бабай, тип атар инек. Теүәл 40 йыл элек яҡты донъянан китте. Ноябрь айының һалҡын көнөндә юлбашсы менән генә түгел, тотош эпоха менән бәхилләшкәнбеҙ икән.... Быныһына үҙебеҙ шаһит, Учалыбыҙҙағы бер оло апайҙың: ""Тыныс тормош бөттө, үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ әле",-тип әйтеүен барыһы ла көлөп һөйләгәндәр ине. Ә бит күрәҙәселеге хаҡ булып сыҡты.... Хәҙер ни тип кенә һөйләмәһендәр, яҡшы кеше булды.   Көнбайыш пропагандаһына бирелгәндәр ҡартайып бәлтерәй башлауын мәсхәрәләйҙәр ине, ә бит үлер алынан да әлеге АҠШ президенты менән сағыштырғанда сын егет ине)

Нисек кенә булмаһын, бәхетле бала саҡ, киләсәккә яҡты өмөттәр өсөн рәхмәт, Леонид Ильич, тыныс йоҡлағыҙ.

Брежнев Леонид Ильич (19 декабрь 1906 йыл — 10 ноябрь 1982 йыл, Заречье, Мәскәү өлкәһе) — СССР-ҙың дәүләт, сәйәси, хәрби һәм партия етәксеһе; совет дәүләте менән 18 йыл, 1964 йылдан 1982 йылда үлгәнгә ҡәҙәр, етәкселек итә.

19641966 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитетының Беренсе секретары, 1966 йылдан 1982 йылғаса — КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары, 1960—1964 һәм 1977—1982 йылдарҙа СССР Юғары Советы Президиумы председателе. Советтар Союзы маршалы (1976).

Соиалистик Хеҙмәт геройы (1961) һәм дүрт тапҡып Советтар Союзы Геройы (1966, 1976, 1978, 1981). «Халыҡтар араһында дүҫлыҡ өсөн» Халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаты (1973) һәм әҙәбиәт буйынса Ленин премияһы (1979).

Л. И. Брежнев авторлығы менән «Иҫтәлектәр», «Кесе ер», «Сиҙәм ер» һ. б. китаптар баҫыла.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас