

Полиция хеҙмәте - көслө, ҡоростай характерлы, сыҙамлы ысын ир-егеттәр өсөн генә. Был һөнәрҙе аҡса хаҡына ла, маҡтаулы исемдәр һәм наградалар өсөн дә түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса һайлайҙарҙыр ул.
Оҙаҡ йылдар буйы намыҫлы хеҙмәт итеп, эшендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙең береһе - Азат Бикҡужин. Азат Әхмәт улы бөгөн майор званиеһында, ул - Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенең теркәү-имтихан төркөмөнөң алыштырғыһыҙ өлкән инспекторы.
"Хеҙмәт юлына баҫҡаны бирле Азат Әхмәт улы үҙенә йөкмәтелгән вазифаны намыҫ һәм ҙур яуаплылыҡ менән башҡара, эш һөйөүсән. Уның үҙ-үҙенә үтә талапсанлығы, белем һәм физик яҡтан үҫергә, камиллашырға көслө ынтылышы һоҡландыра, ул бер ҡасан да ваҡыт менән иҫәпләшмәй торған хеҙмәткәр”, - ти уның хаҡында полиция етәкселеге.
Үҙе тураһында һөйләргә ынтылып бармаған, маҡтанырға яратмаған баҫалҡы ир уҙаман ул. Полиция хеҙмәтенә ғүмеренең 19 йылын арнағанына бер ҙә үкенмәй. 1998 йылда Комсомольск урта мәктәбен тамамлау менән, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға керә. 2003 йылда уны тамамлағас, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда буйынса инспекторы булып эшкә урынлаша. Һуңынан дәуләт инспекторы булып күсә.
-Полиция хеҙмәте еңелдәрҙән түгел, әлбиттә. Ул һәр хеҙмәткәрҙән ныҡлы характер, үҙ-үҙеңә талапсан булыуҙы теләй. Эшем бик оҡшай, бер ҙә үкенмәйем был һөнәрҙе һайлауыма. Яратҡан эш ялҡытмай бит ул, - ти майор.
Теркәү-имтихан төркөм хеҙмәте транспорт сараларын иҫәпкә ҡуйыу, иҫәптән төшөрөү, водитель таныҡлыҡтарын биреү, "А", "В", "С", "D", "Е" категорияларына имтихан ҡабул итеү менән шөғөлләнә. Был бүлексәнең эске эштәр органдары системаһындағы роле ҙур. Теркәү-имтихан төркөмөнөң бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтле эшен Азат Бикҡужин башҡара. Теүәллек, иғтибарлылыҡ талап иткән хеҙмәттә эшләүсе инспекторға Рәсәй Конституцияһын, хоҡуҡи нормаларҙы, Президент ҡул ҡуйған бөтә яңы федераль закондарҙы һәм башҡа бихисап мәғлүмәтте иҫендә тоторға кәрәк. Азат үҙенең һөнәри бурысын яҡшы башҡарыуы, хеҙмәттәштәренә ҡарата итәғәтле булыуы менән бүлектә хаҡлы абруй ҡаҙанған.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн теркәү-имтихан төркөмөнөң эш сәғәте тураһында тағы бер ҡабат яҙып үтәбеҙ, сөнки күп кеше белмәй - шишәмбенән алып шәмбегә тиклем көндәрҙә 9.00 сәғәттән алып 17.00 сәғәттәргә тиклем (төшкө ял - 12.30 - 14.00). Йәкшәмбе, дүшәмбе - ял көндәре. Шаршамбы - таныҡлыҡ алыусылар өсөн имтихан көнө, йома көнө (17.00 - 18.00) - водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр өсөн ҡайтанан имтихан биреү көнө. Шулай уҡ хәҙер ҡабул итеүҙәр тик "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша алдан яҙылыу буйынса ғына башҡарыла.
-Форсаттан файҙаланып, хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, халыҡ мәнфәғәтенә булған эшебеҙҙә уңыштар теләйем, - тигән теләктәрен еткерҙе Азат Бикҡужин.
Вилиә ЯНБАЕВА.