Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
11 Ноябрь 2022, 03:47

Күҙ генә теймәһен, артабан да гел уңыштар һәм шатлыҡтар юлдаш булһын, һылыуҡай!

“Һөнәри эшмәкәрлек менән сикләнергә һис тә ярамай, йәш саҡта мотлаҡ төплө белем алыр кәрәк. Университетта ҙур ҡыҙығыу менән тарих фәненә һәм сит ил телдәренә төшөнәм”.

Күҙ генә теймәһен, артабан да гел уңыштар һәм шатлыҡтар  юлдаш булһын, һылыуҡай!Күҙ генә теймәһен, артабан да гел уңыштар һәм шатлыҡтар  юлдаш булһын, һылыуҡай!
Күҙ генә теймәһен, артабан да гел уңыштар һәм шатлыҡтар юлдаш булһын, һылыуҡай!

Мисс Башҡортостан һылыуы- 2022” титулын һәм еңеүсе тажын 18 йәшлек Учалы һылыуы, Башҡорт дәүләт университеты талибәһе Камилла Вәлиханова яуланы, тип хәбәр иткәйнек. Был хаҡта ентекләберәк яҙайыҡ.

  Камиллаға 18 йәш. Учалыла тыуған, ун биш йәшендә ғаиләһе менән Өфөгә күсәләр. Учалыла чирлидинг (бейеү, гимнастика, акробатиканы берләштергән  спорт төрө) буйынса спорт секцияһында ныҡлап шөғөлләнә, баш ҡалала ла дауам итә. Әммә күпмелер ваҡыттан, ҡоро спорт үҙе генә күңеленә ятмауына төшөнөп, үҙен модель сфераһында һынап ҡарарға була. Дүрт ай  был йүнәлештә  тырыша торғас, бер модель  агентлығы иғтибар итте, кастинг (конкурс буйынса дәғүәселәрҙе  һайлап алыу) үтергә саҡыра. Профессиональ терминология буйынса әйткәндә -“Үксәгә менә” –йәғни  матур кейемдә, шул иҫәптән бейек үксәле туфли кейеп, реклама өсөн фото һәм видеоға төшә башлай. Һәм танылыу таба. Бар халыҡҡа билдәле  “WILDBERRIES “ интернет-магазины акциялары өсөн йыш йәлеп ителеүе үҙе генә лә юғары баһа. Бына әле Мәскәүгә лә саҡырылған, уңышлы сығыш теләп ҡалайыҡ!

   Ә матурлыҡ конкурстарында былтыр тәүләп көс һынап ҡарай. “Башҡортостан йәме” (“Краса Башкортостана”) һынауында “1-се вице-мисс” исемен яулай. Быйыл иһә “Мисс Башҡортостан” конкурсына заявка бирә, кастинг һәм әңгәмә рәүешендә һынауҙы уңышлы үтә. Ярыш тураһында үҙенең һүҙе:

-Бөтә Башҡортостандан ҡыҙҙар йыйылды. Бер ай буйына күнекмәләр һәм репитициялар туҡтаманы, бик яуаплы тамаша бит. Модель эше, төрлө конкурстар – анһат шөғөл, күңел-сафа ҡороуҙан ғына ғибәрәт тип бер кем дә яңылышмаһын!  Ауырҙан ауыр, сабырлыҡ һәм сыҙамлыҡ талап иткән  хеҙмәт ул. Эшһөйәр кешеләрҙе “һөйәлле ҡуллы” тип атаһалар , 8 сәғәт буйына  кәүҙәне тура тотоп,бейек үксәләрҙә шыҡылдата баҫып йөрөй торғас, һөйәлдәрҙең ни икәнлеген беҙ ҙә бик яҡшы беләбеҙ. Арыу-талыуға ҡарамаҫтан, гел генә ихлас йылмайыр ҙа кәрәк. Ҡыҙҙар ҙур стресс та кисерә бит әле,  сәхнәгә күтәрелер алдынан тынысланыу өсөн кемдер туҡтауһыҙ  һыу йотҡолай, бәғзеләр  һөйләйәсәк телмәрҙәрен  ҡабатлай ҙа ҡабатлай. Мин ни, тәбиғәтем шулай яратылғандыр, спорт һәм модель бизнесында шөғөлләнеүем  дә эҙһеҙ үтмәй, барыһынан  кинәнес һәм ләззәт кенә алам. Хоҙай беҙгә матурлыҡ бүләк иткән икән,  уны асып күрһәтеү, бар донъяға өләшергә ынтылыу бер ҙә насар ғәмәл түгелдер. Сәхнә, яҡты нур бөрккән софиттар, тамашасылар  тулы зал – минең мөхит! Сәхнәләге һәр минутта үҙемде  әлегә конкурсантҡа ғына түгел, Гүзәллек королеваһы итеп хис итәм. Шулай итеп бер тынала әҙерлек һәм конкурс күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Бына, һөҙөмтәләр иғлан итеү ваҡыты етте. Бер-бер артлы “Мисс Өфө”, “Вице-мисс”, “Мисс-тамашасы һөйөүе” номинациларында еңеүселәрҙе иғлан итәләр.  Йәшермәйем, ҡоро ҡалдыммы икән, тигән уй йөрәкте тырнап өлгөрҙө... Үҙемдең исем яңғырағас, саҡ йығылып китмәнем – “йондоҙло сәғәтем” еткән, бәләкәй ҡаланан бәләкәй ҡыҙсыҡтың күптәнге хыялы тормошҡа ашты – Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһында  еңеү яуланым! Сорнап алған хис-тойғоларҙы һүҙ менән генә әйтеп килештерерлек түгел инде ул. Тамашасыларҙың овацияларынан, көслө алҡыштар көсөргәнешенән, хатта, дипломымдың быялаһы сатнаны. Мине әҙерләгән, дәртләндергән, минең өсөн көйәрмәнлек ҡылған бар кешеләргә, айырыуса – ҡәҙерле әсәйемә, ғөмүмән, бар донъяға рәхмәт тойғоһо даръя булып урғылды. Саф бәхет ни икәнлеген хәҙер бик яҡшы беләм!

 -Киләсәккә ниндәй пландар ҡорағыҙ?

-Королеваға наҙан йә аңра булыу бөтөнләй килешмәҫтер! (Рәхәтләнеп көлә.- Авт.) Һөнәри эшмәкәрлек менән сикләнергә һис тә ярамай, йәш саҡта мотлаҡ төплө белем алыр кәрәк.  Университетта ҙур ҡыҙығыу менән тарих фәненә һәм сит ил телдәренә төшөнәм. Сәхнәләрҙә балҡыу мәле тиҙ үтер, киләсәктә  тормошомдо сәйәсәт йә дәүләт эшмәкәрлеге менән бәйләргә хыялланам. Ватаныбыҙ ауыр дәүер кисерә әле, бәлки мин дә нисектер ярҙам итә алырмын. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бөтә егеттәргә тәрән ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо кисерәм, ысын ир-ат бит улар! Яңы ғына яныбыҙҙа йөрөгән ҡәҙимге йәш кешеләрҙең кинәттән  ҡыйыу яугирҙәргә, Ватаныбыҙ  азаматтарына  әйләнеүҙәре  ғәжәп тә, тулҡынландырғыс та. Кемдең кем икнәлеге ошондай һынылыш мәлендә бик яҡшы асыла икән. Барыһы ла иҫән-һау йөрөп ҡайтһындар,  тип бик ныҡ теләйем!

-Алма ағасынан йыраҡ төшмәй тиҙәр бит инде, әсәйегеҙ, яҡындарығыҙ тураһында ла гәзит уҡыусыларға белеү  ҡыҙыҡ булырҙыр.

-Әсәйем, олатайым-өләсәйем донъяла иң яҡын кешеләр инде!  Әсәйем Гөлнара Вәлиханова Өфө урман-техник колледжында уҡытыусы (элегерәк Учалы мәктәбендә информатика дәрестәре алып барҙы). Олатайым Камил Ғәлим улы Хәсәнов заманында Учалы урта мәктәбе һәм 98-се һөнәрселек училищеһы директоры булды, өлөсөйем –Фәниә Һаҙый ҡыҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Әле хаҡлы ялдалар, Учалы ауылында  гөрләтеп донъя көтәләр, күҙ генә теймәһен! Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыр өсөн күҙ яуын алырҙай милли башҡорт кейемен ҡәҙерле өләсәйем тегеп өлгөрттө, был йәһәттә танылған оҫтабикә бит ул,  олатайым  да ситтә ҡалып түҙмәгән- тәңкәләрҙе тишеп булышлыҡ итте. Ҡыҫҡаһы, уҡытыусылар династияһынан мин, алдағы яҙмышты кем белә, бәлки, миңә лә дауам итергә яҙғандыр? Һәр хәлдә лә, бөтә педагогтарҙы ныҡ ихтирам итәм, ниндәй ауыр, ләкин бик ныҡ кәрәкле һәм яуаплы эш башҡарғандарын бик яҡшы күҙ алдыма килтерәм. Ә иң ҡәҙерле мөғәллим-мөғәллимәләремде – әсәйем, олатайым-өләсәйемдең өмөттәрен аҡлау, шатландырыу, бер осраҡта ла йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәү өсөн артабан да бар тырышлығымды һаласаҡмын, лайыҡлы кешеләргә лайыҡлы ҡыҙ һәм ейәнсәр булыр кәрәк !

 Һылыҡайҙың тулы портреты өсөн әсәһенән һорашып белгәндәрҙе лә яҙып китәйек:

-Ҡыҙым класта иң оҙоно булғас, башта буйынан уңайһыҙлана ла торғайны.  Шаян, шуҡ  күңелле, көләсәк  булһа ла, тыңлаусан һәм ныҡ яуаплы. Ҡустылары Шамил менән Данил өсөн бик тә хәстәрлекле  өлкән апай ул, бик юғары авторитет. Бала сағынан маҡсат ҡуя, баш баҫып эшләргә күнеккән. Әле 5-се класта уҡығанында чир-спорт буйынса секцияны үҙе тапты, Учалы ауылынан ҡаланың “Горняк” стадионына автобуста йөрөп ныҡлап шөғөлләнде. Өфөлә лә дауам итте, командалары менән республика чемпиондары булыуҙары  сағыу дәлил инде..Өләсәһе, элекке технология уҡытыусыһынан отоп,  бик тә дан ҡул эштәре оҫтабикәһе. Аш-һыуҙы ла телеңде йоторлоҡ итеп бешерә. Ҡыҙымды һөйәм дә, хаҡлы рәүештә ғорурланам да – әлеге һәм алдағы бихисап ҡаҙаныштары бер ҙә осраҡлы түгел!

Йомғаҡлау һүҙе.

Камилла, Камила исеме “камил” һүҙенән барлыҡҡа килгән, “сифаттары тейешле дәрәжәлә булған, теүәл” тигәнде аңлата. Русса – “совершенный”, “безукоризненный” тип тәржемә ителә.
Был осраҡта исеме есеменә  ҡалай тура килгән, тип кенә һоҡланырлыҡ.   “Сибәр булып тыуғас, анһат инде  ундай ҡаҙаныштарға ирешеү. Ә мин, ҡот осҡос, ни эшләйем, башты ташҡа һуғырғамы!?”-тип һис нигеҙһеҙ  өҙгөләнеүселәр  арабыҙҙа саманан тыш күп. Оло кеше булараҡ, был тәңгәлдә ҡайһы-бер тормоштан  күҙәтеүҙәр менән уртаҡлашаһы килә.

Беренсенән, Аллаһы Тәғәлә тарафынан яралтылған  бер әҙәм балаһы тәү асылында йәмһеҙ була алмай. Дөрөҫ, фани донъяла туплап өлгөргән дорфалыҡ, нәфрәт, көнләшеүсәнлек йә ҡурҡаҡлыҡ,  һытыҡ күңел һәм һытыҡ йөҙ ҡифәтебеҙҙәге  илаһи нурҙы ғәйеп итә.  Ә сырай төҙөлөшө ниндәй генә булмаһын, саф күңелле, яғымлы һәм  көләсәк кеше һәр саҡ матур!

Икенсенән, зифа буй-һын да  тәбиғәттән генә бирелмәй , ныҡышмалы хеҙмәт талап итә. Бына Камилла  күпме спорт менән булған һәм була, насар ғәҙәттәрҙән сирҡана.  Ашауҙа сама белмәһә, көндәр буйы кәкрәйеп компьютерҙа  ултырһа йә диванда һуҙылып ятһа,  гелән юҡ-барға көйөнөп йөҙөн ҡарайтып йөрөһә (араҡы, тәмәке тураһында телгә алып та тормайбыҙ!), Башҡортостан һылыуҡайы тажына яҡын да килә алмаҫ ине! Физкультура менән шөғөлләнә башлау өсөн бер ҡасан  иртә лә, һуң да түгел. Бына был мәҡәләне уҡып бөткәс тә, ауыҙҙы ҡолаҡҡа етткәнсе йырып йылмайып, саф һауала йөрөп керегеҙ әле – донъя шундуҡ ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә үҙегеҙ ҙә ғәжәпләнерһегеҙ.

Өсөнсөнән,  маҡсат ҡуя  һәм уға эҙмә-эҙлекле ынтыла белеү  бик тә яҡшы һыҙат.  Әсә теленә тоғролоғо, төплө фекер йөрөтөүе, шул уҡ ваҡытта йәштәрсә дәрт-дарман ташып тороуы, көр күңеллеге менән дә әсир итте әңгәмәсебеҙ. Күҙ генә теймәһен, артабан да гел уңыштар һәм шатлыҡтар  юлдаш булһын, һылыуҡай!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас