Яйыҡ
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь , 12:15

Ҡаҙҙар әрәм булған

Шәхси ихаталағы 12 ҡаҙҙы быуып, ҡанын эсеп ҡасҡан.

Ҡаҙҙар әрәм булған
Ҡаҙҙар әрәм булған
Шаран районының бер ауылында төндә билдәһеҙ йәнлек һөжүм иткән. Ул шәхси ихаталағы 12 ҡаҙҙы быуып, ҡанын эсеп ҡасҡан.

16 ноябрҙән 17-һенә ҡарай төндә хужабикә ҡаҙҙарын ҡураға индереп бикләгән, иртәгәһенә ҡош-ҡортто һуйырға тейеш булғандар. Ләкин иртән тороуға ҡаҙҙар үлеп ятҡан. Һарайҙың эсендә ҡан эҙҙәре юҡ.

«Әйтерһең дә, ҡаҙҙы йоҡоға талдырғандар ҙа, муйынының ике яғына сәнскәндәр. Хужабикә бер ниндәй шау-шыуҙы, эттең өрөүен, ҡаҙҙарҙың ҡаңғылдашыуын ишетмәгән. Ә ҡаҙҙарҙың тауышынан бөтә ауыл уянырға мөмкин бит», - тиҙәр урындағы халыҡ.

Йыртҡыс ҡураға ерҙе өңөп ингән. Һарай янында ҡарҙа ниндәйҙер эҙҙәр табылған. Ошо ауылда йәшәгән урмансы әйтеүенсә, был төлкө түгел, сөнки уның тәпәйе бәләкәйерәк. Шулай уҡ йәтсәгә лә, көҙәнгә лә оҡшамаған, ти ул.
https://vk.com/bashkortostanim
 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас в