-2 °С
Ҡар
Стәрлетамаҡ районында төндә Матвеевка ауылының Йәштәр урамында ике ҡатлы кирбес йорт янып киткән. Янғында биш баланың һәм уларҙың ата-әсәләренең кәүҙәләре табылған. Йортта ете бала булған – икәүһен аталары ҡотҡарып өлгөргән.
Ғаилә имен иҫәпләнгән. Үҙҙәренең балаларынан тыш тәрбиәгә сабыйҙар алғандар. Улар араһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә булған.
Фажиғәлә ике биш йәшлек малайҙы аталары тышҡа сығарған һәм ҡалғандары артынан ут эсенә ингән. Йортта ҡатыны һәм 6 йәштән 21 йәшкә тиклемге балалары ҡалған булған. Тик береһе лә сыға алмаған сыға алмаған.