Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2022, 14:13

Боландар бүрегә оҡшағанмы?

Бүре тигәне болан икәнлеген  күргәс, бары үлде, исмаһам, ите әрәм булмаһын тип эш итә.

Боландар бүрегә оҡшағанмы?
Боландар бүрегә оҡшағанмы?

Боландар районыбыҙҙа байтаҡ.  Теүәл атама – Себер урман боланы. Күптәр уны ҡоралай,  ҡыр кәзәһе (косуля) менән бутайҙар. Ныҡ оҡшағандар, болан ҡоралайҙан бер аҙ ҙурыраҡ. Нисек кенә булмаһын,  үткән аҙна аҙағында бер баш боланға  кәмене инде.

Ҡыҫҡаһы, көндөҙ урманда  инспектор   болан атылған, түшкәһе ботарланған урынға тап була. Ит йәшерелгән урында боҫҡонға торалар.  Ҡараңғы төшөүгә  ит алып ҡайтырға браконьер үҙе лә килеп етә, тотола.

Урындағы йәш кеше болан атыуынан баш тартмай, әммә бик үҙенсәлекле итеп аңлатты: йәнәһе лә, ағас араһында бүре шәйләй ҙә, мылтыҡтан ата. Бүре тигәне болан икәнлеген  күргәс, бары үлде, исмаһам, ите әрәм булмаһын тип эш итә. Уныһын инде суд алдында аңлатасаҡ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: