Яйыҡ
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь , 14:25

Боландар ниңә маңҡалай?

Проблеманың етдилеген күҙаллау өсөн “Россельхознадзор” федераль хеҙмәтенең быға бәйле инструкцияһына күҙ һалыу ҙа етә: мәйеттән анализ өсөн пробалар алғандан һуң, пластик туҡымаға төрөп кенә күсерергә, мәйетте яндырып юҡ итергә, болан табылған урындағы тупраҡты кәмендә 5 сантиметр тәрәнлеккә дезинфекцияларға бойоролған.

Боландар ниңә маңҡалай?
Боландар ниңә маңҡалай?

Беҙҙең район ветеринарҙарына  урман биләмәләрен даими тикшереү йөкмәтелде. Сәбәбе – республикабыҙға күрше ятҡан Свердловск һәм Ҡурған өлкәләрендә  Себер боланы мәйеттәре табылған.  Малҡайҙар  ныҡ арыҡланған, һуҡырайған һәм һаңғырауланған, ти. Асып ҡарау мейе,  үпкә, лимфа биҙҙәре шешеүҙе күрһәтә.

Тәбиғи, анализдар үткәрелә. Шөкөр , бешмә (ящур), тағун (чума), сәсәк (оспа), маңҡа ауырыуы (сап), бруцеллез  һәм башҡа айырыуса  хәүефле сир ҡуҙғатыусы микроорганизмдар табылмай, гемофилез бактериялары ғына асыҡлана. Гемофилездың икенсе, ябай исеме – “йоғошло тымау”. Әммә тымау ғына тип тынысланырға һис тә ярамай. Беренсенән, гемофилез да  йорт хайуандарын ныҡ зыянлауы ихтимал. Икенсенән, был тымау әлегә асыҡланмаған сирҙең юлдашы ғына ла булыуы мөмкин бит! Киң күләмдә тикшереүҙәр дауам итә.

-Берәйһе урман-ҡырҙа үлеп ятҡан ҡоралай-мышыға тап булһа, шундуҡ беҙгә хәбәр итеүе һорала.   Телефондар  - 6-12-56, 6-12-16., -ти Учалы ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары Самат Әлхәмов.

 Эйе, тап булһағыҙ, яңылыштан үләкһә тирәһендә  соҡонорға, итте эт өсөн алып ҡайтырға булып китмәгеҙ! Ни тиклем арыраҡ торағыҙ, шул тиклем хәйерлерәк.  Проблеманың етдилеген күҙаллау өсөн “Россельхознадзор” федераль хеҙмәтенең быға бәйле инструкцияһына күҙ һалыу ҙа етә: мәйеттән анализ өсөн пробалар алғандан һуң, пластик туҡымаға төрөп кенә күсерергә, мәйетте яндырып юҡ итергә, болан табылған урындағы тупраҡты кәмендә 5 сантиметр тәрәнлеккә дезинфекцияларға бойоролған.

Әлбиттә, йорт хужалығындағы һыйыр-йылҡы, һарыҡ-кәзә  сәләмәтлегенә һәр саҡ  иғтибарлы булыр кәрәк.

P.S. Баймаҡ районында ла сирле болан тотола. Республика ветлабароторияһында, һуңынан Владимир ҡалаһындағы махсус ғилми лабораторияла  тикшерелә. Ҡурҡыныс инфекциялар асыҡланмай, әммә күпләп сирләй башлауҙары хәүефкө һала.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в