Яйыҡ
+13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2022, 08:48

Йырлап йәшәйек, туғандар!

«Оҙон көй» конкурсында  Гран-при яулаусы Илдар Жамаловтың ижади пландары

Йырлап йәшәйек, туғандар!
Йырлап йәшәйек, туғандар!

Туймазыла башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың  «Оҙон көй» конкурсы  еңеүселәре иғлан ителде. Гран-при алусы –яҡташыбыҙ Илдар Ринат улы Жамалов.

Иҫ киткес моңло һәм яғымлы тауышлы Яңы Байрамғол егетенең  бихисап еңеүҙәре тураһында гәзитебеҙҙә байтаҡ баҫылғаны булды. Был тапҡырҙа ла, тиҙерәк ҡотлай һалып, интервью алырға ашыҡтыҡ. Башҡорт сәнғәтенең  сағыу һәм уникаль, ғәжәйеп мәҙәни феномендары  бит инде ул – оҙон көй һәм ҡурай. Был өлкәләрҙә бөтә Башҡортостанда “иң-иң” тип танылыу айырыуса хөрмәтле һәм ҡатмарлы!

-Ниндәй йыр менән сығыш яһанығыҙ?

-Беренсе турҙа – “Һандуғас”,  икенсе турҙа иһә – “Буранбай” һәм “Урал”дың бер куплеты. Ҡатнашыусылар күп булғас, билдәле сиктәр ҡуйылыуы аңлашыла – былай ҙа конкурс ике көн дауам итте. Әйткәндәй, “Буранбай” –мәшһүр Абдулла Солтановтың яратҡан йыры, тап Абдулла Афзал улы миңә башҡорт оҙон көйөнөң бөтә нескәлектәренә төшөндөрҙө. Ғорурлыҡ менән, мин тап уның өйрәнсеге тип билдәләй алам һәм остазымды һынатманым буғай!

-Конкурс үҙе ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?

-Бик яҡшы! Беренсенән, һирәк ишетелгән башҡорт йырҙарын тыңлап ләззәт алаһың. Икенсенән, күп йырсылар менән тап ошондай конкурстарҙа ғына осрашаһың, хәл-әхеүәл белешәһең, тәжрибә уртаҡлашаһың.  Ә ойоштороу кимәле бик юғары, барыһына ла рәхмәт! Мин бит сағыштырып та ҡарай алам:  «Оҙон көй» конкурсында  тәүге тапҡыр 2007 йылда Учалы сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң ҡатнаштым, ул саҡта  ҡатнашыусы дипломы ғына алғайным. Һәм бына, тырыша һәм камиллаша торғас, оло маҡсатыма, күптәнге хыялыма  ирештем.

-Байтаҡ конкурстарҙа еңгәнегеҙ булды, иң әһәмиәтлеләрен генә булһа ла һанап китмәҙһегеҙме?

 -2010 йыл “Юлдаш йыры” республика конкурсында 1-се урын,2013 йылда  - «Алтын доға» конкурсында Гран-при, 2014 йылда «Урал дуҫтарын йыя» халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Гран-при,  Халыҡ-ара “Һандуғас” вокалсылар конкурсында 1-се урын,  2015 йыл –“Татар моңо” телеконкурсында махсус приз лауреаты, “Молодые таланты России” грантына лайыҡ булдым, 2017 йылда «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы профессионалдары араһында беренсе урын ,  2019 йылда  М.Хисмәтуллин исемендәге «Башҡорт һандуғасы» республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсында Гран-при яуланым. Пандемия башланғас, конкурстар ныҡ һирәгәйек алғайны, был сығышым хәйерле сәғәттә булһын тип теләнәм, ижадсылар ярыштары йәнә йышайыр, тип өмөт итәм.

-Илдар Ринат улы, әле нимә менән булағыҙ, киләсәккә ниндәй ижади пландар ҡорағыҙ?

-Ун ике йыл Учалы филармонияһы солисы булып хеҙмәт иткәс, хәҙер “сольная карьераға” күстем.  24 ноябрь -8 декабрь  иптәштәрем менән Башҡортостан буйынса гастроль башҡарасаҡбыҙ, Учалыла ла концерт ҡуйырға ниәт бар.  Яңы йылдан саҡ ҡына һуңыраҡ булыр микән, Өфөлә лә, Учалыла ла үҙемдең айырым концерттарҙы ҡуйыу ҡуйыу өҫтәндә лә эш бара.  Яңы йырҙар өйрәнеү, элеккеләрен башҡарыу техникаһын камиллаштырыу, башҡортса клиптар төшөрөү, дисктар яҙҙырыу – пландар ҙур, Аллаһ бойорҙа, барыһы ла килеп сығыр!  Әлеге ҡатмарлы заманаларҙа йыр-көйҙөң әһәмиәте бермә-бер арта торғандыр, ата-бабаларыбыҙ оҙон йырҙарын һуҙа-һуҙа  бөтә һынау-ҡаршылыҡтарҙы үтә алған бит борон дәүерҙәрҙә. Иманым камил – йыр кешегә йәшәргә көс, дәрт-дарман бирә,  төшөнкөлөк-меҫкенлек упҡынына ҡолауҙан ҡурсалай. Күсмә генә түгел, тура мәғәнәлә лә йырлап йәшәйек, туғандар, күңелебеҙ көр булһа, барыһы ла яйға һалынасаҡ, ялғанып китәсәк. Бар Учалы халҡына гәзит аша иң яҡшы теләктәремде еткерәм!

    “Оҙон көй” конкурсына 20 райондан, 3 ҡаланан, Татарстан  менән Силәбе өлкәһенән йырсылар ҡатнашты. Туймазы районынан Шамил Ғабдуллинға 7 генә йәш булһа, Әлшәй районын вәкилләгән Шакир ағай Зариповҡа 79 йәш.

Тәүләп был конкурс 1996  йыл – төбәк, 1997 йылдан –төбәк-ара статусында үткәрелә.Быйыл Туймазы йәмәғәтселәре конкурсҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһенең исемен бирергә тигән тәҡдим индерҙе. Тантаналы шарттарҙа, хәҙер «Оҙон көй» рәсми рәүештә атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәхи Хисмәтуллин исемен йөрөтә, тип иғлан ителде.

Конкурстың маҡсаты – талантлы халыҡ йырсыларын асыу һәм данлау, оҙон көй башҡарыу оҫталығын тергеҙеү һәм камиллаштырыу, башҡорт йыр фольклорының баһаһын арттырыу. Ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте.

-Башҡорт оҙон йырҙары халҡыбыҙҙың милли асылын, бай рухи эстәлеген асып һала.  Вокаль һәләт, тауыш киңлеге диапазонын, тын тәрәнлеген берсә талап иткәс, бөтә профессиональ йырсыларҙың да  оҙон йырҙар башҡарырға хәленән килмәй, -тип билдәләй  Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова. Һөттөң ҡаймағы, йырсыларҙың элитаһы була инде  оҙон көй башҡарыусылар. Ә улар араһында ла  иң моңлоһо – беҙҙең яҡташ, ғорурлыҡ бит!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в