

Был фажиғә тураһында имеш-мимештәр күп йөрөй, шуға ла БР буйынса эске эштәр министрлығының пресс-хеҙмәте белдергәнде түкмәй-сәсмәй тәржемә итеп биреү менән сикләнәйек:
“Башына ауыр яралар алып урындағы дауаханаға аңһыҙ хәлдә 50 йәшлек Ахун ауылы кешеһе килтерелеү тураһында мәғлүмәт Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә еткерелә. Оператив-эҙләү саралары барышында шиккә эләккән 37 йәшлек урындағы эшҡыуар тотола. Полиция тарафынан яҡынса асыҡланыуынса, шиктәге кеше ике иптәше менән өйөндә спиртлы эсемлектәр эскән була. Тегеләре ҡайтып киткәс, автомобилендә ятҡан 12 мең һум аҡсаһы юғалыуҙы абайлай. Эшҡыуар быны шешәләштәренән күреп, бер танышына шылтырата һәм бур тип уйлаған кешегә автомобилдә алып барыуын һорай. Шиктәре раҫ сыға,37 йәшлек танышы аҡса урлауын таный, был ҡылығы өсөн туҡмала. Әммә мәгәр бур әйтеүенсә, аҡсаны өсөнсө шешәләштәрендә йәшергән икән. Аҡсаны ҡайтарыу өсөн 50 йәшлек Ахун кешеһенә китәләр. Бур уның өйөнә инә лә, 6 мең һум ғына алып сыға, йәнәһе лә, ҡалғанын тотҡандар. Эшҡыуар үҙе инеп һөйләшмәксе була. Аңлашыу тыныс ҡына үтмәй. Эшҡыуар өй эсендә ҡулына эләккән бура таяғы (бита) менән шешәләшенә тондорғослай. 37 йәшлек бур был мәлгә ҡасҡан була инде. Эш олоға киткәнен аңлап, эшҡыуар магазинында енәйәт ҡоралын яндырып юҡ итә. Кисен бита менән туҡмалған ирҙең өйөнә йәнә килә, ыҙғышты аңлашып тамамларға йыйына. Әммә мәгәр ҡорбан аңына килмәгән була был ваҡытҡа. Шуға эшҡыуар ашығыс медицина ярҙамын саҡырта ла, сығып китә.
Әлеге мәл енәйәт ҡылыуҙа шикләнеүсе һаҡ аҫтына алынған. Кеше сәләмәтлегенә ауыр зыян килтергән өсөн 111-се статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды”.
Рәсми сығанаҡтың адресы - https://02.xn--b1aew.xn--p1ai/news/item/33780889
....Үкенес, материал әҙерләнгән арала, бита менән туҡмалған кеше дауаханала йән биргән, тип ишеттек.
Бейсбол уйнаған кешене районыбыҙҙа күргән юҡ, ә бына был уйын өсөн тәғәйен спорт ҡоралы туп-тулы. Сере ябай: туп һуғыу өсөн генә түгел, кеше туҡмау өсөн дә ныҡ ҡулайлы. Ошо бита менән бәйле тағы ла бер енәйәт эше ҡаралды ошо арала Учалы судында (http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=261 ).
1993 йыл тыуған Шартым егете йәй айында Учалы ауылының “Спутник” магазины янында таныш ҡатынды көткән була. ВАЗ – 21150 автомобилендә өйөнә илтергә йыйынған була. Әммә ҡатын сығып магазин ишеген япҡас, уны көткән “Лада-Гранта” автомобиленә йүнәлә. Асыуланған егет автомобиленән сыға, ҡатынға яҡынлашып бортаҡ һүҙҙәр менән битәрләй. “Лада Гранта” ғы ир уны тынысландырырға тырыша. Егет иһә тамам ярһый, автомобиленән бита ала һалып, ирҙе бик ҡаты туҡмай (башына кәмендә дүрт тапҡыр елгәрә), ошо рәүештә ғәйепһеҙ кешенең сәләмтлегенә ауыр дәржәлә зыян килтерә.
Һуғышҡаҡ быға тиклем дә хөкөм ителгән була, йәнә 3 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителде. Мәҡәлә яҙылғанда суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле.