

Берҙе яҙҙыҡ инде – хәмерле табын артында дуҫтар ҙа, туғандар ҙа булмай, тип. Романтик хистәргә лә урын ҡалмай икән! Бер яҡташыбыҙ Бәйләнештә селтәре аша Магнитогорск ҡалаһынан 20 йәшлек ҡыҙ менән таныша. Егеттең саҡырыуы буйынса өйөнә килә, эсәләр, етмәй ҡала. Иҫергән егет ҡыҙға банк картаһын тоттора – хәмер, тәғәм ризыҡ алырға бойора. Теге ни, ҡушҡанды алыу менән сикләнмәй, ҡулына карта эләккәндә үҙенә лә “бүләктәр” ала. Уйлап ҡараһаң, әллә ни зыян да килтермәй, Учалы район судынан белдереүҙәренсә – 3389 һум.Әммә һуңынан енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн етте. Ҡунаҡ ҡыҙҙы, алдан хөкөм ителеүен иҫәпкә алып, 2 йыл 6 айға дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрәләр. Кемгә нисектер, беҙ иһә йәлләп тә ҡуйҙыҡ – Учалы егеттәре шулай ваҡсыл булыр тип һис тә уйламағандыр.
Рәсми сығанаҡ - http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=263