

Рәғиҙә Ибраһим ҡыҙы Шаһыбалова Уральск ҡасабаһы ҡыҙы. 1971 йылда өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Мәктәпте тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы районында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын "Байрамғол" совхозында башлай.
-Тормош иптәшем Даян Ғайнан улы менән мәктәптә үк таныш булһаҡ та, ул тиклем аралашмай торған инек, - тип һөйләй ул. - Бер класташымды әрмегә оҙатҡан кисәлә, мыҡты кәүҙәле, яңы ғына хеҙмәт итеп ҡайтҡан Даян менән яҡындан танышып киттек тә 1991 йылда өйләнештек.
Шаһыбаловтар ғаиләһендә бер-бер артлы биш бала буй еткерә: беренсе емештәре Айһылыу, икенсеһе - Айгөл, өсөнсөһө - Аймара, улдары Айгиз һәм төпсөктәре 10 йәшлек Алтынай.
Был ғаиләлә бала тәрбиәләүгә айырыуса яуаплы ҡарайҙар. Рәғиҙә Ибраһим ҡыҙы үрнәкле әсәй һәм бик яҡшы хужабикә. Хеҙмәт һөйөү, яуаплылыҡ хисе һәм изгелекле күңел - уны характерлаусы төп сифаттар. Ата-әсә балаларын күңел йылыһын биреп, хеҙмәткә өйрәтеп, һәр ҡайһында яуаплылыҡ хисе, туғандары һәм тирә-яҡтағыларға ҡарата хәстәрлек хисе тәрбиәләп үҫтерә. Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тигәндәй, өлгөлө ғаиләнең балалары ла, шөкөр, тәртипле, олоға - ололоҡло, кесегә - кеселекле.
-Йорт-ҡура араһында балаларыбыҙ иң төп ярҙамсыларыбыҙ булып үҫте. Мал ҡарашырға булһынмы, ҡош-ҡорт көтөргә, баҡса үҫтерешергә, бесән мәлендә ярҙам итергә, емеш-еләк йыйырға бик әүәҫ булдылар. Улыбыҙ бәләкәйҙән атаһы менән трактор йөрөтөргә лә өйрәнде, - тип бәйән итте әңгәмәсем.
Өлкән ҡыҙҙары Айһылыуға 30 йәш, Өфө дәүләт аграр университетын тамамлап, инженер-технолог һөнәрен үҙләштергән. Бөгөнгө көндә үҙе әсәй - тормош иптәше менән бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйҙәр. Айгөл ҡыҙҙары Екатеринбург урман-техник университетында белем алып, әле Өфөлә төҙөлөш йәмғиәтендә эколог булып эшләп йөрөй. Аймаралары финанс колледжында ике йыл уҡығандан һуң, артабан Мәскәү финанс университетының Өфө филиалына керә. Әле дүртенсе курста. Айгиз мәктәпте тик "бишле" билдәләренә генә тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник университетының беренсе курс студенты. Алтынай ҡыҙҙары әле дүртенсе класта.
-Балалар мәктәптә лә яҡшы уҡынылар, спорт менән шөғөлләнделәр. Өлкән ҡыҙыбыҙ, мәҫәлән, 1-се кластан 11-сегә тиклем "Ирәмәл" Балалар ижад үҙәгендә бейеү менән шөғөлләнде. Айгөл менән Аймара волейбол һәм баскетбол менән, Айгиз шулай уҡ бейеүгә йөрөнө, өлкәнерәк кластарҙа штанга күтәреүгә әүәҫләнеп китте. Алтынай һүрәт төшөрөү түңәрәгендә шөғөлләнә, теннисҡа йөрөй.
-Үҙем дә күп балалы ғаиләлә үҫтем. Бәләкәйҙән үк бер-береңә терәк-таяныс булып, кәрәк ваҡытта бер һыныҡ икмәкте бишкә бүлешеп, дуҫ-татыу үҫкәс, туғанлыҡ ептәре ғүмер буйы оҙата бара. Ата-әсәйемә рәхмәтлемен, икеһе лә ҡолаҡҡа һаңғырау, һөйләшә белмәһәләр ҙә, өс баланы матур итеп тәрбиәләнеләр, аяҡҡа баҫтырып, кеше иттеләр. Балаларымдың да бер-береһе өсөн йән атып тороуын күреп, ҡыуанып бөтә алмайым. Әле Уральск ҡасабаһында гөрләтеп донъя көтәбеҙ. Ауыл ерендә торғас малды ишле тотоу - үҙе бер килем сығанағы, - ти Рәғиҙә Ибраһим ҡыҙы.
Ҡыҫҡаһы, ғаилә башлығынан башлап, барыһы ла афариндар. Йорт хужаһы "Башҡорт алтын табыу компанияһы" йәмғиәтендә тракторсы булып эшләй. Эше тынғыһыҙ, ауыр булһа ла, һис зарланмай ғаилә башлығы, өйөн дә гөлдәй итеп тота, балаларын да иғтибарҙан өҙмәй. Рәғиҙә үҙе лә нимәгә тотонһа ла, маҡсатына ирешмәйенсә, туҡтап ҡала торған заттан түгел. Төрлөләндереп аш-һыуын да бешерә, гөлдәрен дә үҫтерә, эшендә лә өлгөрә.
-Биш балаға әсәй булыуым - иң ҙур бәхетемдер. Балаларыбыҙҙың изгелеген күреп, тормош иптәшем менән, Аллаһ бирhә, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙhын, - ти ул.
Сабыйҙарҙың киләсәктә кем булып үҫеүе атай-әсәйҙең тәрбиәһенән, хәстәренән тора. Шаһыбаловтарға ҡыҙҙарының һәм улдарының игелектәрен, изгелектәрен күреп, уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәргә насип булһын.