Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
29 Ноябрь 2022, 10:37

“Амур”, прием!

Учалы районынан “Амур” позывнойы (радиобәйләнештәге ҡушамат) йөрөткән  яугир Херсон йүнәлешендәге алыштарҙа  легендаға әйләнгән. 

“Амур”, прием!“Амур”, прием!
“Амур”, прием!

Һис көтмәгән ерҙән, илдең баш ҡалаһында сыҡҡан гәзиттән   ҡаһарман Учалы яугире тураһында  хәбәр алып шатландыҡ.

Баштан башлайыҡ. Башҡортостан Республикаһы  хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановты    учалыларҙың  байтағы яҡшы белә инде – мут алтын сәнәғәтселәре менән аяуһыҙ көрәшеп, районыбыҙға бик йыш килде. Быйыл сентябрҙә Азат Шамил улы  Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар иткәйне.  Үҙенең  “Московский комсомолец” гәзитенә  аңлатыуынса, хөкүмәттә идеология өсөн яуаплы  булараҡ, ошондай мәлдә  ситтән  генә күҙәтергә хаҡым юҡ, тип һанай.

Элек әрмелә хеҙмәт итмәгән булһа ла, махсус әҙерлек үтеп, лейтенант дәрәжәһе алыуға иреште. Шунан Украинаға йүнәлтелә – Шайморатов исемендәге батальонға.

-Бригадала Шайморатов батальоны яҡшы иҫәптә, юғалтыуҙары түбән, ә яугирҙәр ҡыйыу һәм оҫта. Бер-беренә ныҡ тоғро һәм хәстәрлеклеләр. Азат Шамил улы яуҙаштарының ихтирамын яулап өлгөргөн. Тик бына, быға тиклем ниндәй юғары вазифа биләүен белеп  ныҡ ғәжәпләнәләр, ти.  Ул үҙе иһә,  тәүәккәл ҡарар ҡабул иткәнгә һис тә үкенмәйем, бында, фронттың алғы һыҙығында хәрби туғанлыҡтың ни икәнлегенә төшөнөһең, һәр көн һуңғыға әйләнеү мөмкин булғас, тормоштоң ҡәҙерен айырыуса ныҡ тояһың, тигән фекерҙә-ти яҙа хәбәрсе Антонина Чеснокова.

Журналист Азат Шамил улының түбәндәге һүҙҙәрен дә еткерә бөтә Рәсәй буйынса таратылған гәзит аша:

-Учалы районынан “Амур” позывнойы (радиобәйләнештәге ҡушамат) йөрөткән  яугир Херсон йүнәлешендәге алыштарҙа  легендаға әйләнгән.  Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнөндә генә (19 ноябрь)  ике рота укронацистарҙы туптарҙан тар-мар итте (бер ротала уртаса 150 һалдат. –Авт.)  Ә саҡ ҡына алдараҡ поляк наемниктарының артиллерия батареяһын селпәрәмә килтергәйне.  Махсус хәрби операцияла артиллерия дуэлдәре йыш  бара, шуға ла “Амур”ҙың оҫталығының  әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Учалы районында “Амур”ҙы ҡатыны, ике балаһы көтә, ир һәм атайҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алалар.  Бындай егеттәр бөтә Башҡортостаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ, ул Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

    Позывной менән генә сикләнмәйенсә, “Амур”ҙың исем-шәрифен табып, биография  менән  бирә алыр инек, әммә  тейешле инстанцияларҙан күрһәтмә алдыҡ. Махсус операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре тураһында шәхсән  мәғлүмәтте тик асыҡ мәғлүмәт сығанаҡтарынан ғына алып гәзиттә баҫтырырға ярай. Сәбәбе аңлашыла, интернет заманында дошман ситтән торп та, провокациялар ҡылырға маташыуы, шымсылыҡ башҡарыуы мөмкин бит. Гәзиткә мәҡәләләр яҙғанда был шартты ауыл хәбәрселәренә лә иғтибарҙа тотор кәрәк.

Нисек кенә булмаһын, афарин, яҡташ, ғорурланабыҙ!

P.S. Хәрбиҙәр радиотулҡын аша элемтә тотҡанда, хәбәрҙәренең аҙағында “Прием”, тип әйтеп ҡуя – тыңлауға күсәүҙе аңлата. Шуға ла был терминды мәҡәләнең  баш исемендә ҡулландыҡ.

Сығанаҡ - https://ufa.mk.ru/politics/2022/11/28/istochnik-soldaty-udivlyayutsya-kogda-uznayut-kem-rabotal-azat-badranov-na-grazhdanke.html?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop&utm_referrer=https%3A%2F%2Fdzen.ru%2Fnews%2Fsearch%3Ftext%3D

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас