Яйыҡ
+24 °С
Дождь
Новости
1 Декабря 2022, 11:21

Сираттағы ҡаҙаныш

Янғын һүндереү формированиеһын тотоу өсөн аҙ-маҙ иғәнә түләүҙә ҡарунланмағыҙ, хөрмәтле ауыл халҡы!

Сираттағы ҡаҙанышСираттағы ҡаҙаныш
Сираттағы ҡаҙаныш

Рәсәйҙә лә иң яҡшылар сафында

 

 

5 декабрь –Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө. “Башҡортостан Республикаһы Учалы районының  ирекле янғын һүндереү командаһы” урындағы йәмәғәт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә лә тура ҡағыла был тантана.

Был учреждение 2012  йыл, “Ирекле янғын һағы тураһында” федераль закон нигеҙендә барлыҡҡа килә.  Ниңә кәрәк булды?  Нормативтар буйынса, ут бәләһе тураһында хәбәр алынғас, иң күбендә 20 минут үткәнсе, янғын һүндереүселәр килеп етергә бурыслы.  Федераль янғындарға ҡаршы хеҙмәтенең 24-се часть  автомобилдәре Учалы ҡалаһынан  төбәктең  арғы ултыраҡтарына был арала килеп етә алмауҙары көн кеүек асыҡ. Шуға ла ауылдарҙа дислокацияланған  команда  талап ителде.

-Уставҡа ярашлы, эшмәкәрлегебеҙҙең маҡсаты – ауыл ерлегендә ут һүндереү, янғындарға профилактика эшен башҡарыу, авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәреү, -ти учреждение директоры Фәнис Шахманов.

Әлеге мәл ирекле янғын һүндереү командаһына  8 урындағы команда инә, 23 кеше дежурҙа торалар. Бынан тыш, уҡытыу пункты, производство төркөмө һәм авария-ҡотҡарыу формированиеһы булдырылған,был төр эшмәкәрлектәргә тейешле лицензиялар юлланған.

Ирекле янғын һүндереүселәр, команда булдырылғандан алып  меңдән ашыу һөнәри һынау тоттолар.  Дәүләт янғын һүндереүселәренән техникалары ҡайтышыраҡ булһа ла,  бәхәсһеҙ өҫтөнлөктәре – шул уҡ йә күрше ауылда ҡарауылда торғас, ут бәләһе сығыу менән тиҙ арала килеп етәләр.

 

Үткән айҙың башына район ултыраҡтарында 226 янғын теркәлеп, илле һигеҙе  ирекле команда ҡатнашлығында һүндерелә, шул иҫәптән ҡырҡ һинеҙе – үҙ аллы йә дәүләт янғын һағы подразделениелары килгәнгә тиклем.9 теркәлгән урман янғындарының дүртеһен һүндереүҙә лә актив ҡатнаштылар.

Учреждениела авария-ҡотҡарыу формированиеһының мобиль водолаз пункты ла булдырылған, тип үрҙә әйткәйнек.  Быйыл ике тапҡыр һыуға батҡандарҙы эҙләү өсөн йәлеп ителгәндәр. Шулай уҡ түләүле нигеҙҙә 8 тапҡыр һыу ятҡылыҡтары төптәрен  таҙартыуға ялланалар (Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә).

  -Матди-техник тәьминәт, эшмәкәрлек алып барыу  өсөн йылына  тиҫтәнән ашыу миллион  һум  тотола, - ти Фәнис Фәрит улы.-Финанслау өс төп сығанаҡтан башҡарыла: ауыл ултыраҡтары субсидиялары(1,4 млн һум),  халыҡтан йыйылған иғәнәләр (1,2 млн һум), түләүле хеҙмәтләндереү күрһәтеү (4,8 млн һум). Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр мнистрлығы гранттары – 4 млн һум.

     Грант аҡсалары тәү сиратта техника яңартыуға йүнәлтелә, юғиһә уларға тапшырылған махсус автомобилдәр 35 йылдан да иҫке бит, ресуртарын күптән сарыф иткәндәр.  Янғынға ашыҡҡанда боҙола ҡалһалар, эш харап бит. Шуға ла 2021 йыл  Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы гранты аҡсаһына  «Урал-некст» базаһында  заманса автоцистерна ҡайтарттылар. Быйыл, был хаҡта яҙҙыҡ инде, «УАЗ-Профи» базаһында үҙҙәре уйлап тапҡан еңел ( тимәк,  ауыл ерлегендә йылғыр) янғын һүндереү автомашинаһы ҡороу һәм һынау бара. 

   Эйе, әүҙемлек һәм тырышлыҡ күрһәтеп, төрлө гранттарға йыш ирешәләр. Әммә йыл да булмауы ихтимал. Өҫтәүенә, конкурс шарттары буйынса, уларҙы көндәлек сығымдарҙы ҡаплауға йүнәлтергә  рөхсәт ителмәй. Бер һүҙ менән, янғын һүндереү формированиеһы тотоу өсөн аҙ-маҙ иғәнә түләүҙә ҡарунланмағыҙ, хөрмәтле ауыл халҡы!

   Кем дә кем ярҙам итергә йыйына икән, аҡса менән генә түгел, ут һүндереүҙә файҙаланырлыҡ техника менән дә булышлыҡ итә ала. Бындай предприятиеларға  һалым льготаһы ла ҡаралған.

   Ирекле команда төбәк ауыл халҡы (30 меңләп кеше) именлеге һағында ышаныслы тора.
   Учалы ирекле янғын һүндереү командаһы – республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә иң яҡшылар сафында. Кешеләргә ярҙам, тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль инициативалар өсөн “Беҙ –бергә!” (“#МЫВМЕСТЕ”) Халыҡ-ара конкурсында ярымфиналға сыға алыуҙары күп нәмә тураһында һөйләй. Ҡотлайбыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас