Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Декабрь 2022, 09:00

“Еләктәр бешкәс, ҡайтырмын”

Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан  ул менән  әсәһенең яҙышҡан смс-хаттары шиғыр юлдары аша.

 Луиза Ҡотсәләм ҡыҙы Вәлишина – өс бала әсәһе. Учалы районының, Өргөн ауылында мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. Дәртле, эшкә егәрле, тиҙ арала кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүсе ошо һылыу ҡатын, спонсорҙар табып, ауыл халҡы менән өмәләр үткәреп, мәҙәниәт усағын яңыртып, йәнләндереп ебәрҙе. Байрам һайын төрлө матур саралар үткәреп, халыҡты ҡыуандыра.

Йөҙөнән йылмайыу китмәһә лә, анһат түгел уға бөгөнгө көндәрҙә.
Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан Рәсим улы менән яҙышҡан смс - хаттарын шиғыр юлдарына һалдым.

Һаумы, улым! Хаттар яҙам,
Барып етерме хатым?
Һине уйлап, борсоламын,
Йөрәктә - һағыш, ялҡын!
Уттар эсендә йөрөйһөң,
Хәлдәрең нисек, балам?!
Күҙ йәштәрен йотоп, көн дә
Именлек теләп ҡалам!
Беҙҙең хәлдәр шөкөр әле,
Көн дә яуа ап-аҡ ҡар.
Һиңә сәләмдәр ебәрә, -
Дуҫтарың, яҡын заттар.
Эштәрем бара ал да  гөл,
Төшкән дә юҡ сәхнәнән.
Йә, өмәләрҙә көн үтә,
"Ҡайнайым" халыҡ менән!
Балаҡайым, ни хәлдәһең,
Яу ҡыры, ашау нисек?
Аяҡтарың өшөмәйме -
Йөрөйһөңдер ҡар кисеп...
Өмөт, йылылыҡ өҫтәһен
Ошо яҙған йылы хат.
Һалдатты кертә яуҙарға
Изге бурыс, хәрби ант.
Тыуған илде һаҡлау, яҡлау,
Бар шундай изге бурыс.
Балаҡайым! Зинһар өсөн
Имен йөрөргә тырыш!
Тойоп торам, яндарыңда
Шартлай мина-снарядтар.
Утлы ғәрәсәт эсендә
Ҡырыла күп һалдаттар!
Көн-төн доғалар уҡыйым,
Һүнмәһен ғүмер - ҡояш.
Һине ҡурсалап йөрөһөн,
Һаҡлаһын Хызыр - Ильяс!
Хоҙай һиңә бирһен бәхет,
Оҙон, матур ғүмерҙе.
Ғәзиздәре көтөп алһын,
Һәр егетте, һәр ирҙе!
Имен генә йөрө инде,
Эй, балам, балаҡайым!
Теләктәремде ишетһен, -
Хоҙайым, Хоҙайҡайым!

Һаумы әсәй, әсәкәйем!
Ҙур рәхмәт хаттарыңа.
Теләктәрең ҡабул булһын,
Тоғромын анттарыма!
Әсәй, яҙған хаттарыңдан
Бөркөлә наҙ, йылылыҡ.
Һалҡын окоп төптәрендә
Китәм, хатта, йылынып.
Әсәй, зинһар, борсолма һин,
Беҙ - берҙәм һәм беҙ көслө.
Күп иптәштәрҙе юғалттым,
Шуныһы үкенесле.
Йөрәгемә шифа булды
Һинең яҙған йылы хат.
Яу тынғанда, хаттарыңды
Уҡыйым ҡабат - ҡабат.
Һин - миңә шундай ҡәҙерле,
Шуны аңланым, әсәй.
Тик Ватанды һаҡлар кәрәк,
Шундай киң - беҙҙең Рәсәй!
Әжәл бит ул - шундай нәмә,
Исемде тормай һорап.
Ана, ракеталар шартлай,
Яндыра, һала турап...
Әжәл алған саҡтарҙа ла,
Бер көн килеп "яғамдан."
Ышан, мин тере ҡалырмын,
Тик айырма доғаңдан!
Бала  саҡты иҫкә алып,
Яңыртам хәтеремде.
Ауыр һынауҙар өйрәтте,
Белергә ҡәҙереңде!
Рәхмәт, әсәй. Һаҡлай мине
Һин уҡыған доғалар.
Әл дә бронежилет ныҡлы,
Пулялар саң ҡағалар...
Рәхмәт һиңә, ҡабул булһын
Матур, изге теләктәр.
Аллаһ бирһә, бер ҡайтырмын,
Бешкәс һутлы еләктәр!
Юғалтмайыҡ күңелдәге
Намыҫ һәм ышанысты.
Имен-аман сығайыҡсы
Буранлап килгән ҡышты!
Борсолма, әсәй, ҡайғырма,
Яҙһа, ҡайтырмын тере.
Ҡыйыу рухлы башҡорттарҙың,
Ни тиһәңдә, мин - бере!
Һинән килгән йылы хаттар
Көсәйтә хис-тойғоно.
Улар ситкә этәрәләр -
Шартлау, үлем, ҡайғыны!
Зинһар, әсәй, борсолмасы,
Түкмә күҙ йәштәреңде.
Һине шундай һағындым мин,
Саҡ тыям хистәремде.
Аллаһ бирһә, бер ҡайтырмын,
Түҙ, ышан һәм көт, әсәй.
...Һағыштарҙан бәреп сыҡҡан,
Күҙ йәштәрен һөрт, әсәй!

 Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас