Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2022, 10:41

15 йыллыҡ юбилей бит быйыл.

"Барлығы 5 заезд була. Һәр ҡайһыһында 237, 463, 132, 352, 91 тана килтерелә, барлығы 1280 баш. Германияла ялҡҡансы ятырға тура килде", - тип иҫләй Дамир Рәхмәтуллин.

15 йыллыҡ юбилей бит быйыл.
15 йыллыҡ юбилей бит быйыл.

15 йыллыҡ юбилей бит быйыл.  Кеше алдында оят булмаған, хатта, маҡтанырлыҡ  кимәлдә  һөтсөлөккә районыбыҙҙа ышаныслы  нигеҙ һалынды.

Бөгөнгө көндә “Байрамғол” агрофирмаһында 3350 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шул иҫәптән 1800 һауын һыйыр.. Көндәлек һауым -53 тонна тирәһе, бер һыйырға яҡынса 33 литр тура килә.  Хәҙер инде нисәмә йыл рәттән “Байрамғол” хаҡлы рәүештә бөтә Башҡортостанда иң алдынға һөтсөлөк хужалыҡтары араһында хөрмәтле урын биләй.

Тап “Байрамғол” арҡаһында  БР Ауыл хужалығы  министрлығы  мәғлүмәттәре  буйынса тап әле  тоташ  Учалы районы  ла бер һыйырға 22,9 килограмм көндәлек һауым  менән Мәләүез менән Ейәнсура райондарынан ғына саҡ ҡалыша .

Эйе,  һыйырҙың һөтө – телендә. Байрамғолдар был тәңгәлдә һис  тә һынатмай. Быйылғы мал ҡышлатыуға  1800 тонна бесән өйгәндәр, 42 мең тонна сенаж-силос һалғандар, һәр шартлы  мал башына 55 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә ( 70-се йылдарҙа берәй зоотехникка ошолай буласаҡ тип был һандарҙы бәйән итһәләр, коммунизм еткән икән, тип шатланыр ине буғай).

 Әммә ашатыу ғына етмәй, рустарҙың “не в коня корм” тигән әйтеме юҡтан килеп сыҡмағандыр. Байрамғол һәүкәшкәйҙәренең тоҡом яғы ла ныҡ яҡшы шул. Голштин-фриз тоҡомо, ә тоҡом сифаттарын юғалтған “сәбиәшкәләрҙе” күпме ашатма, йүнле һауым алырмын тимә.  “Не в коня корм” әйтемен икенсерәк мәғәнәлә лә иҫкә алырлыҡ – “Байрамғол”дан тыш  икенсе хужалыҡтарға ла сит илдәрҙән саф тоҡомло һыйырҙар ҡайтартылғайны, хәҙер ул малдың тоҡомо ғына түгел, хужалыҡтар үҙҙәре лә ғәйеп булды....

 2005 йыл  тәүләп Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының подразделениеһы сифатында ойошторола “Байрамғол” агрофирмаһы. Ул ваҡыттағы  комбинаттың генераль директоры Ильяс Абрахмановтың  дәрт-дарманы, финанс булышлығы  менән  киләһе йылында уҡ заманса һөтөсөлөк комплекстары төҙөлө башлай.  Йәнә бер йылдан юғары продуктлы мал ҡайтартыу һорауы килеп баҫа. Тап ошо бурысты атҡарғанда  бөгөн  Уральск ҡасабаһында көн күргән хөрмәтле пенсионер, БР атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Д.Н.Рәхмәтуллиндың роле ҙур булды.  Әйткәндәй, Дамир Нурғәле улы төрлө-төрлө яуаплы  вазифаларҙы биләне, әммә, йылға күпме ташһа ла, үҙ ярҙарына кире ҡайта, тигәндәй,  хеҙмәт биографияһы дауамында өс тапҡыр  (1987-1990,  1995-1999, 2004 – 2012 йылдарҙа )райондың баш ветеринар табибы – ветстанция начальнигы итеп хеҙмәт итә. Тыуған сағында, мал  дауалау оҫтаһы булырға тейешһең, тип маңлайына яҙылғандыр инде. Тап ошо вазифала  Германияға мал артынан йөрөүҙәре тураһында иҫтәлектәре менән бүлешеүен үтендек:

-2007 йылдың мартында агрофирманың баш зоотехнигы Иршат  Рафиҡов менән Силәбе аша Германияның Дюссельдорф ҡалаһына остоҡ. Беҙҙә ҡар ята, унда иһә йәшеллек, сәскә ата башлаған. Әммә тәбиғәткә, яңы ерҙәргә һоҡланып йөрөргә форсат тәтемәне, илдең бер осонан икенсеһенә йөрөүҙәр башланды.

Һәр эште тәүләп башҡарыу ҡатмарлы инде ул . РФ Ветеринария департаментының рөхсәтен, башҡа документтарҙы  ваҡытында юллап өлгөртөү байтаҡ нервыны ашаны.  Ярар ҙа  ул дәүерҙә район хакимиәтендә эшләгән Азат Йыһаншин, “Байрамғол” агрофирмаһының директоры Азамат Иҙрисов, башҡа яуаплы иптәштәр оператив һәм грамоталы эш иттеләр, нисек тә бар кәртәләрҙе йырып сыға алдыҡ.Башта  малды һайлап алыу эше. Уртаса алғанда, көнөнә 10-15 фермерҙа  булаһың, тәҡдим ителгән 10-15 тананан 4—5 баш ҡына һайлап алына.  Продуктлылыҡ  йылына 6,5 – 10 мең килограмм , һөт ҡуйылығы кәмендә 3,8 процент булырға тейеш. Һәр фермер һәр малҡайҙың паспортын күрһәтә, унда 3-4 быуын теүәл теркәлгән – ата яҡтан да, әсә яҡтан да күпме һөт биргән булғандар.  1,5-3 йәшлек, 2-7 айлыҡ быуаҙ булыуҙары ла шарт. Сәләмәтлектәре  ла ҡәтғи шарт. Мал хужалары, урындағы белгестәр менән йыш бәхәсләшәбеҙ.  Улар “Ноу проблем” тигән “ваҡ сырхау” менән Рәсәй сиктәре аша таналарҙы үткәреп булмаясаҡ, уларҙың бер ҡайғы инде – малдарынан тиҙерәк ҡотолоп аҡса алыу,  ә беҙ үҙ мәнфәғәтте ҡайырабыҙ.  Һүҙ етмәйенсә, башҡортса ла һуҡранып ебәрһәң, аңлауын аңламайҙар, әммә дәғүә айышына тиҙерәк төшөнәләр  Еңел-елпе генә ҡарап булмай инде, 96  мең һум  тора бит һәр береһе.

Һуңынан егерме бер көнгә  карантинға ҡуйылалар. Көн дә хәлдәрен күҙәтеп тораһың. Немецтар ни, был осорҙа ныҡлап ашатырға керешә – ауырыраҡ  булған һайын хаҡ та юғарыраҡ бит. Аҙағынан мал ике ҡатлы автоприцеп  эсенә тейәп ҡайтартылды. Алдарына һалам һалына, һыу эсереү автоматик рәүештә башҡарыла.  Алыҫ юл үткәнсе водителдәр ике тапҡыр туҡтап, малҡайҙарҙы бер-аҙ ял иттерергә бурыслы.  Беҙҙең малдың аяҡтарын яҙҙырғандармы-юҡмы, уныһы миңә ҡараңғы, әммә 3-4 мең километр үткәнсе  500 килограмлыҡ таналар 4-4,5 центнерға тиклем арыҡланды.  Ярар ҙа,  бында килгәс, йәнә арыуланып киттеләр.

Барлығы 5 заезд була. Һәр ҡайһыһында 237, 463, 132, 352, 91 тана килтерелә, барлығы 1280 баш. Германияла ялҡҡансы ятырға тура килде. Әммә бурысыбыҙҙы яҡшы үтәгәнбеҙҙер – шул таналарҙың тоҡомо әле лә  үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтә бит.

-Коллегалар менән дә осрашҡанһығыҙҙыр?

-Вердер ултырағында беҙҙең райондың баш ветеринарына бәрәбәр вазифа биләгән немец менән тығыҙ ғына аралашырға тура килде.  Башта аңлашмаусанлыҡ та булды.  Карантинда торған  малдарыбыҙға өҫтән генә ҡараш ташланы ла, БЦЖ (туберкулезға ҡаршы вакцина) тәңгәлендә “Ноу проблем” тип минән актҡа ҡул ҡуйҙырырға йыйына. “Найн! Найн!” – тип ҡул һелтәп, һәр береһен ентекләп ҡарап сығыуға ныҡыштым. Һәр береһе өсөн күпме аҡса түләнгәнен яҡшы күҙ алдына килтерәм бит инде!  Асыуланманы, киреһенсә, һуңынан асылып һөйләшеп китте.  Күпме эш хаҡы  алаң,тип һорашам. “Был сер!” – тип әйтмәй ныҡыша. Үҙемдеке тураһында хәбәр иткәс тә (ул ваҡытта 12 500 һум ине),  ауыҙ асып әйтергә ҡыйманы, ҡағыҙға ғына яҙып күрһәтте. Беҙҙең аҡсаға 114 мең һум килеп сыға! Бәлки, быларҙың эш күләме күберәктер, тип  ул яуаплы мал һаны менән ҡыҙыҡһына башланым. 5 мең сусҡа, 2 мең һыйыр малы, 300-400-әр баш йылҡы һәм һарыҡ – беҙҙә бәләкәй бер колхозда ла был ҡәҙәр аҫрала ине бит ул заманаларҙа!

Әйткәндәй, немец коллегаларынан  ыңғай  эш алымдарын отманым түгел. Беҙҙә бит, анализға һыйырҙан ҡан алыу өсөн өс кеше йәлеп ителә ине: берәү башын тота, икенсе – биленән йәбешә, өсөнсө – ҡойроғон ҡайыра. Бында иһә таналарҙы төркөм бәйенә беркеттеләр ҙә, бер кеше ҡабаланмайынса ғына ҡойроҡтарынан  ҡан алды. Ауыртмай ҙа, тиҙ ҙә. Ҡайтҡас та, семинар йыйып, үҙебеҙҙең ветиринарҙарға күрһәттек, хәҙер районыбыҙҙа башлыса ошолай эш итәләр.

-Ә бына фермалар ниндәй тәьҫир ҡалдырғайны, улар кимәленә беҙ, исмаһам,  әле етә алдыҡмы?

-“Байрамғол” төҙөгән комплекс ул ваҡытта уҡ Германияныҡынан кәм түгел ине!   Мал килтергән немец та  быны күреп ғәжәпләнгәйне. Әммә мәгәр көнбайышта  ул тиклем ҙур булмаған предприятиеларға өҫтөнлөк бирелә.  Беҙ булған тиҫтә-тиҫтә фермалар ултыраҡтарҙан ситтә түгел, ауыл йә ҡаласыҡ эсендә урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан, тирә-йүндә еҫ тә, бысраҡ та юҡ. Ишеген асып ингәнсе, мал аҙбары икәнлеге тураһында белерлек тә түгел. Әйтәйек, фермерҙың йортоноң соланына үткәс, ике яҡҡа ишек пәйҙә була, береһе – йортона, икенсеһе – фермаһына илтә.  Ҡайҙа ла паркет йә сифатлы асфальт түшәлгән.  Кәсеп быуындан-быуынға күсеп килеүҙең сағылышы инде был. Бер хужалыҡта  бер-беренә терәтеп ҡыҙыл кирбестән һалынған өс мал ҡураһы ғәжәпләндерҙе, нисәнсе йыл һалыныуҙары күрһәтелгәйне – 1780, 1840, 1956 йылдар...

-Эшһөйәрлек, оҫталыҡ яғынан беҙҙең  малсыларҙан ныҡ өҫтөндәр инеме?

-Бер ҙә улай тимәҫ инем!  Киреһенсә, баш баҫып ҡара эште күпкә аҙыраҡ башҡаралар. Беҙҙең фермерҙарҙан айырмалы рәүештә, яғыулыҡ-фәләнде, башҡа кәрәк-яраҡты  ҡайҙан һәм күпмегә алырға, һөт-итте ҡайҙа һәм күпмегә һатырға тип баштары ҡатмай – барыһы ла ил кимәлендә, үҙәкләштерелгән рәүештә хәл ителгән. Ҙур, яҡшы сәғәт кеүек көйләнгән механизмдың бер бәләкәй шөрөптәре һымаҡ улар: үҙҙәренә йөкмәтелгәнде генә теүәл үтәһәләр,  әллә ни  байып та китмәйәсәктәр, нужаға ла төшмәйәсәктәр.  Әле, энергетик көрөсөк ҡоторған дәүерҙә ни эшләйҙәрҙер инде? Беҙҙекеләр һымаҡ булғанды-булмағанды бәйләп-ялғап эш итергә һис тә өйрәнмәгәндәр....

-Ҡат-ҡат һәм оҙайлы осорҙа башҡарылған эш сәфәрҙәренән нимәләр хәтергә нығыраҡ уйылып ҡалды?

-Күстәнәскә  бал һалып ебәргәйнеләр.  Ҡыҙыҡ хәл  булды. Бер вазифалы кешегә, башҡорт балын  презентҡа бирәм, тип әйткәйнем, теге аптырабыраҡ ҡалды, йәнәһе лә, һәр магазинда йәнең теләгәне һатыла ла инде. Әммә банканың ҡапҡасын асып ебәргәйнем, хуш еҫ аңҡыуҙы тойоп, күрше бүлмәләрҙән дә килеп тулдылар. Татып ҡаранылар, һәләк оҡшаттылар. . Бал балдан айырыла икәнен  белеп ҡалдылар, исмаһам.

Любекта карантинда ятҡанда велосипедтар бирҙеләр. Эштән бушағас, минең кеүек үк  эш менән мәшғүл ватандаштар Евгений һәм Виктор менән 30 километрға Төньяҡ дингеҙгә һыу инергә сығабыҙ ҙа китәбеҙ. Немецтар бик ғәжәпләнер ине.  Көндөр ҙә һыуығыраҡ тора, ара ла алыҫ. Беҙ ни, бик яҡшы автобандарҙа велосипедсылар өсөн тәғәйен һыҙаттан “һә” тигәнсе барабыҙ ҙа етәбеҙ.

Элекке совхоз идаралығы бинаһында ятырға тура килде, бер өлөшө ҡунаҡханаға әйләндерелһә, икенсе осонда бәләкәй генә ресторан  бүлдырылған. Заказ яһауы ҡыйыныраҡ булғас, русса-нимессә һүҙлек килтереп  тотторҙолар. Ғөмүмән, элекке ГДР биләмәләрендә йәшәүселәр русса апаруҡ ҡына һупалай ине, тарихи ватандарына ҡайтҡан совет немецтары менән дә байтаҡ осрашырға насип булды – улары инде, һаман да үҙебеҙҙең  кешеләр булып ҡалғайны.

Ә дөйөм алғанда, яҡшы эште яҡшы кимәлдә башҡарып сыҡтыҡ, тип әле булһа ғорурланып ҡуям!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: