

Яҡташыбыҙ, “Тамыр” телеканаланың баш режиссеры Әдилә Фәнил ҡыҙы Һунарғолова оло ҡаҙанышҡа иреште - "ТЭФИ-Регион" Милли конкурсында Рәсәйҙең иң яҡшы режиссеры тип танылып, Бронза Орфей статуэткаһы менән бүләкләнде.
Телевидение сәнғәтендә иң юғары оҫталыҡ өсөн был Милли премия 1994 йылдан бирелә башланы. Американдарҙың “Эмми” премияһы кеүек. Илебеҙҙә телевидение өлкәһендә эшләгән һәр кеше өсөн иң юғары профессиональ баһа. Был тапҡырында ла Рәсәй буйынса төрлө телеканал-телестудияларының 700-ләп эштәре ҡаралып 2 этапта ентекләп тикшерелеп, финал тантанаһы илебеҙҙең мәҙәни баш ҡалаһы – Санкт-Петербургта үтте.
“Әдиләгә ҡәҙерле статуэтканы тапшырыу мәлендә күҙҙәрем йәшләнде. Эште, проекттарҙы, һинеке-минеке тип ҡарап тормаған, иҫ киткес эшһөйәр һәм үҙенә талапсан, батыр йөрәкле, үткер ҡарашлы һәм асыҡ күңелле режиссер бит ул беҙҙең Әдилә. Уға, “Ышан” сериалын булдырған командаға, бөтә “Тамыр” командаһына рәхмәт тойғоһо урғылды”, - тип был хаҡта яҙып сыҡты “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Әдилә Фәнил ҡыҙы үҙе лә, һис тә мин-минлеккә бирелергә теләмәйенсә: “Был бөтә командабыҙға юғары баһа”, - тип әйтергә ашыҡһа ла, ошо шатлыҡлы ваҡиғаға бәйле өҫтәмә яуаплылыҡты фәҡәт үҙенә япһара һалды: “ Ошондай танылыу тағын да тырышыбыраҡ ижад итергә, ышаныстарҙы аҡларға этәргес көс булды”, -ти. Әммә беҙ шуны билдәләйек, "ТЭФИ-Регион" премияһы фәҡәт уның үҙенә, “Ышан” сериалындағы режиссерлығы өсөн бирелде.
Уңған яҡташыбыҙ тураһында берҙе яҙғайныҡ инде, ҡыҫҡаса ғына иҫегеҙгә төшөрәйек. Көсөк ауылында тыуған, 5-8-се класстарҙы күрше Сораман мәктәбендә уҡый. 9-11-се классты Өфөләге Р.Ғәрипов исемендәге 1-се гимназияла тамамлай. БДУның химия факультетын да уңышлы тамамлай. Студент йылдарында уҡ телевидениела модератор булып эш башлай. Һуңынан “Сәләм” тапшырыуында тура эфир режиссеры сифатында тәжрибә туплай, Мәскәүҙә телевидение тапшырыуҙары режиссураһы йүнәлешендә белем ала. 2011 йыл , “Тамыр” телеканалы етәксеһе Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина саҡыуы буйынса унда күсә. Режиссер булараҡ әҙерләгән тапшырыуҙары күптәрегеҙгә телевизор аша яҡшы таныш инде: “Тау-тау хәбәр”, “Тамыр селтәре”, “Страна северных амуров”, “Страна войлока”, “Страна поющих цветов”, “Истории победы”, “Башкирский по-русски”, “Герои среди нас”, “Преград.нет”, “I (ай) -текә”, “Әлләсе”, “Тел асҡысы” һәм башҡа күп. Һәм, әлбиттә, “Ышан” сериалы. Фильмда билдәле башҡорт легендаһындағы ете ҡыҙ күктән ергә төшөп, ете үҫмергә сетерекле хәлдәрҙе сисергә һәм үҙ көстәренә ышанырға ярҙам итә. Тәрбиәүи яҡтан үтә кәрәкле, нәфис яҡтан да юғары кимәлдәге әҫәрҙе әлегә тиклем ҡарамаған булһағыҙ, интернет аша ҡарарға мөмкинлегегеҙ бар. Беҙгә һәләк тә оҡшаны!
Әдилә Фәнил ҡыҙы һәм сериал тураһында тулыраҡ күләмдә - https://yaikrb.com/news/novosti/2022-03-04/b-hetle-atyn-bash-alar-y-b-hetle-it-2714585?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=165174096