2018 йыл - Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Бынан тыш, ил етәксеһе Владимир Путин былтыр 5 декабрҙе Ирекмәндәр көнө тип билдәләү тураһында белдерҙе.
Кем һуң ул ирекмән? Әлеге заманда ауылдарҙа арҡыры ятҡанды буйға әйләндереп һалған өсөн дә аҡса һорайҙар. Бесән сабыу, утын ярып биреү, ҡар көрәү кеүек эштәрҙең дә үҙ хаҡы бар. Айырыуса пенсиялағы кешеләргә «һунар итәләр» - улар бит ай һайын аҡса ала.
Әммә изге йөрәкле кешеләр өсөн бер ниндәй эш хаҡына өмөт итмәй ярҙамлашыу - үҙе бәхет. Эйе, матур күңеллеләр генә ирекмән була ала ул. Улар йәмғиәткә, ярҙамға мохтаж кешеләргә файҙалы эш башҡарып, кинәнес таба. Сит илдәрҙә был хәрәкәт киң таралған. Беҙҙең Рәсәйҙә лә ирекмәндәр һаны йылдан-йыл арта. Төрлө хәйриә концерттарында, спорт ярыштарында ла күрергә мөмкин үҙҙәрен. Ниндәйҙер сараларҙа, эштәрҙә ҡатнашып, тәжрибә лә туплайҙар.
Биш йыл элек интернет селтәрҙәрендә "Учалы ҡалаһы һәм районы юлдарында бер-береңә ярҙам күрһәтеү" төркөмө күҙгә салына башланы. Йәғни автомобиль батҡанда, юлдан осоп төшкәндә, ҡабыҙа алмағанда һ.б. бәләгә осрағанда бер-береңә ярҙам итеүҙән ғибәрәт. Төркөмдө ойоштороусы Илсе ауылы егете - Ринат Вәлитов бала саҡтан ололарға, ауылдаштарына ярҙам итә, класташтары менән тимурсылар командаһын булдыра.
Ринат Нуриәхмәт улы 1987 йылда, 17 февраль - Изгелек эшләү көнөндә тыуған. Был халыҡ-ара иҫтәлекле датаның маҡсаты - кешене башҡаларға яҡшылыҡ эшләргә, мәрхәмәтлек күрһәтергә саҡырыу. "Бәлки, шуғалыр ҙа, мин һәр ваҡыт кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә, ярҙам итергә атлығып торамдыр", - ти ул.
Ринат Илсе урта мәктәбен тамамлағас, тау сәнәғәте колледжында уҡый. 2011 йылда "Сургутнефтегаз" йәмғиәтенә машинист булып эшкә урынлаша һәм әлеге көнгә тиклем шунда хеҙмәт итә. Ғаиләле. Тормош иптәше Ләйсән менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.
-2016 йылда, Өфөнән ҡайтып барышлай, юл һәләкәтенә осраным. Бәхетемә күрә, иҫән ҡалдым. Башта юлдан ситкә төшкән автомобилемде сығарырға булышыусылар бөтөнләй булманы тиерлек, һуңынан бер йөк машинаһы туҡтаны, водитель ике мең һум аҡсаға ярҙам итергә тәҡдим итте. Ризалаштым, ләкин уның үҙенең дә машинаһы боҙолдо. Шул саҡ Воронеждан Магнитогорск ҡалаһына юлланған дальнобойщик туҡтап, ярҙам итте, автомобилемде сығарып, Белорет ҡалаһына тиклем оҙатып ҡуйҙы. Шул ваҡытта минең кеүек ярҙамға мохтаж водителдәргә ярҙам ҡулы һуҙыу теләге уянды. Ошо төркөмдө булдырҙым. Унда хәҙер 10 меңгә яҡын кеше яҙылған. Шулай уҡ "телеграм" һәм "ватсап"та ла беҙгә ҡушылырға була. Берҙәм телефон эшләй - 89373321669. Район-ҡала буйынса батып, һүнеп ултырыусы, машиналарын ҡабыҙа алмаған, юлдан төшкән автомобилселәргә бушлай ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Иң әүҙем егеттәребеҙ, ирекмәндәрҙе атап үтәһе килә - Антон Панкратов, Евгений Назаров, Фәрит Зыязитдинов, Айбулат Шәрәфетдинов, Илдар Әһлиев һәм башҡалар. Улай ғына ла түгел, кеше бәләһенә битараф булмаған һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа ала.
Ринат автоирекмән генә түгел, шулай уҡ эҙләнеү эштәрендә, янғын һүндереүҙә, йылға-күл, урман таҙартыуҙа әүҙем ҡатнаша. Дүртенсе йыл рәттән яңы йыл алдынан автомобилдәрҙән "Автошыршы" флешмобы ойошторалар. Водителдәрҙең теләктәшлегенә, берҙәмлегенә ялҡынлы һәйкәл кеүек була был күренеш. Быйыл Еңеү көнөндә Украинала һәләк булған егеттәрҙең исемдәрен автомобилдәрҙән төҙөнөләр.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Ижад һарайында "Изгелек ҡыл" муниципаль форумы уҙҙы, унда ете майҙансыҡта уҡыусыларға, студенттарға мастер-класстар ойошторолдо, ирекмәндәр тәбрикләнделәр.