Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2022, 09:50

Иң яҡшылар иҫәбендә

Һөйөндөк ауыл Мәҙәниәт йорто мөдире Гөлсара Камалова (Йәшелбаева) субсидия менән дәртләндерелә

Иң яҡшылар иҫәбендә
Иң яҡшылар иҫәбендә

Һөйөндөк ауыл Мәҙәниәт йорто мөдире Гөлсара Камалова (Йәшелбаева)  һәм Комсомольск мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Булат Пирғәлиндәр субсидиялар конкурсы еңеүселәре , тип хәбәр ителде. Атап әйткәндә –иң яҡшы ауыл  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләттең булышлығы һәм 2023 йыл “Клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениелары” йүнәлешендә  ауыл учреждениеларына дәүләт булышлығы конкурсы тураһында һүҙ бара.

Таныштырыуҙы Гөлсара Ғилман ҡыҙынан башлайыҡ.  1971 йыл Кәрим ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылы, Комсомольск, Мулдаҡай мәктәктәптәрендә урта белем ала. Баштан уҡ бик теремек, сәнғәткә һәм спортҡа әүәҫ була –  гел генә концерттарҙа,  драма әҫәрҙәрен һәм фольклор йолаларын сәхнәләштереүҙәрҙә балҡый, еңел атлетика, саңғы, волейбол ярыштарын ярата. Кескәй саҡтан халыҡ араһында ҡайнап, янып йәшәргә күнеккәс, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына барыуы бик тә тәбиғи. Ике ярым йыл  тырышып уҡығандан һуң, клуб хеҙмәткәре, халыҡ музыка ҡоралдары оркестры етәксеһе квалификацияһы ала.

1991 йылдан бирле Һөйөндөктә йәшәй һәм эшләй. Кейәүгә сыға, тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Клуб мөдире ауылда барыһы өсөн дә яуаплы инде,   Гөлсара Ғилман ҡыҙы ла һайлау, халыҡ иҫәбен алыу кеүек кампанияларҙа актив эшләй,  хәҙер инде  ике тиҫтәләп йыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, былтыр иһә ағинәйҙәр ҡоро  етәксеһе итеп тә һайлап ҡуйҙылар. Башҡортса әйткәндә, тартҡан атҡа тейәйҙәр ҙә, тейәйҙәр инде ул! Һәм шундай кешеләр булған ауылдарҙа ғына тормош гөрләп тора.

 -  Клубта бер уҙем эшләйем: мөдир ҙә, артис та, иҙән йыуыусы ла, дворник та  - тип йылмая  Гөлсара Ғилман ҡыҙы. -Хәйер, клубты үҙ йортом кеүек ҡабул итәм. Ә “йортомдан” , шөкөр,ҡунаҡтар өҙөлмәй –төрлө сараларға олоһо ла, балалар ҙа,йәштәр ҙә  йөрөйҙәр, күрше ауылдарҙан да килгеләштерәләр.

   Өйҙәге ғаиләм минән ҡайһы ваҡыт көлөп тә ҡуя, йәнәһе лә, шулай төнгә ҡалғас,  ниңә  клубыңда ғына йоҡлап ҡалмайың? Мин дә шаяртам – диван ғына юҡ шул унда, булһа – ҡалыр ҙа инем. Рәхмәт инде уларға, эшемдең сәғәте юҡ икәнен аңлайҙар, үҙҙәре лә ярҙам итергә әҙер торалар.

   Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йорто 1987 йыл төҙөлгән. "Мостай түбәһендә ", йәғни тау башында балҡып ултыра, артында  -  гүзәл ҡайынлыҡ. Клубыбыҙ тышан ғына түгел, эстән дә ялтырай. Түшәменә плиткалар йәбештерҙек, бейеү залында иҙән алыштырҙыҡ, баҡсаны яңырттыҡ, түбә ремонтланды. 2018йыл яңы тәҙрәләр ҡуйылды, спонсорга -ООО ГДК " Алтын Яр" йәмғиәте етәксеһе Рәүеф Хакимовҡа  рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, үҙемдең исемендән,ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт. Сәхнәгә шторалар,тәҙрәләргә ҡорғандар  тектерҙек . Иҫәпләй башлаһаң, байтаҡ инде! Клубты яҡшыртыу өсөн күп һоранғанғалыр инде, Илсеғол хакимиәте башлығы  Зәлифә  Абшаһитова мине шаяртып “мысырбикә” тип йөрөтә. Мин ни, бындай ҡушамат менән ғорурланам ғына! Барыһы ла халыҡ, мәҙәниәт өсөн бит.

  Оҙаҡ йылдар эшләгәс, төрлө диплом-маҡтау ҡағыҙҙары бихисап, быйыл да район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновтың ҡулынан  грамота алып дәртләндем. Эшләгәнеңде күрә белһәләр, тағын да яҡшыраҡ эшләйһе килә бит ул. Әлеге дотация өсөн дә халҡыма, булышлыҡ иткән барлыҡ етәкселәремә ныҡ рәхмәтлемен. Һәр эште еренә еткереп башҡарырға өйрәткән әсәйемде, мәҙәниәт училищеһында уҡырға күндергән Ринат ағайымды ла йылы итеп телгә алғы килә.  Һәр кемдең үҙ өлөшөнә төшкән көмөшө, үҙ тәҡдире була, мин ни, яратҡан кешеләр араһында яратҡан шөғөлөм менән булырға  насип иткән яҙмышыма ныҡ рәхмәтлемен!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в