Яйыҡ
-9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2022, 10:30

Көрән ботинкалар

Хикәйәмде беренсе уҡытыусыма - хөрмәтле Хәтижә Фазыл ҡыҙы Сәғитоваға арнайым.(булған хәл)Сентябрь аҙағы. Йә ямғыр, йә ҡар яуып, көндәр мыжыҡҡа әйләнде.Ҡабалан ғына эшкә китеп барам. Сүп-сар һауыты янынан үткән саҡта таҡтаға теҙелеп ҡуйған аяҡ кейемдәре күҙгә салынды.Ҡарап торһаң, әле бөтәһе лә кейерлек әйберҙәр. Шул арала ҡылт итеп уҡытыусым Хәтижә апаның бер осрашҡанда һөйләгән хәбәре иҫемә килеп төштө.

Көрән ботинкалар
Көрән ботинкалар

Сентябрь аҙағы. Йә ямғыр, йә ҡар яуып, көндәр мыжыҡҡа әйләнде.
Ҡабалан ғына эшкә китеп барам. Сүп-сар һауыты янынан үткән саҡта таҡтаға теҙелеп ҡуйған аяҡ кейемдәре күҙгә салынды.Ҡарап торһаң, әле бөтәһе лә кейерлек әйберҙәр. Шул арала ҡылт итеп уҡытыусым Хәтижә апаның бер осрашҡанда һөйләгән хәбәре иҫемә килеп төштө.
"Хәтерләүемсә, 1972 йыл ине. Рысай ауылында башланғыс кластарҙа уҡытып йөрөгән мәлем. Уҡыусыларым - өсөнсө класс балалары - каникулдан һуң нығынып, буйға үҫеп килгәндәр.
Көндәгесә дәрескә әҙерләнеп класҡа инеүемә, балалар аяғүрә баҫып сәләмләп ҡаршы алдылар. Яңы теманы аңлатып, үҙаллы эш биргәс, класс журналын тултырырға ҡатыштым. Минең өҫтәл янындағы партала Айтуған ултыра. Был тырыш баланың бөгөн ни өсөндөр әленән-әле әйләнеп-борғаланып алыуына аптырай төштөм. Ул аяҡтарын бер-береһенә һуҡҡыслап, ваҡыты-ваҡыты менән тыпырлатып ала. Уҡыусыма үрелә биреп, шым ғына: “Нимә булды һиңә бөгөн, Айтуған? Аяҡтарыңа урын тапмайыңсы,” - тип өндәштем. Ҙур ҡара күҙҙәрен тултырып ҡараны ла,башҡалар ишетмәҫлек итеп:
“Ботинкамдың башы ҡупҡан, аяғым өшөй,” - тип яуапланы уҡыусым бойоҡ ҡына.
Дәрестәрҙән һуң Айтуған менән бергәләп уларҙың өйҙәренә ҡарай атланыҡ. Ишекте асып инеүгә, уҡыусымдың атаһы Рамаҙан:
“Ни эш ҡылған был шайтан малай?” - тип һикенән ҡалҡынды. Мейес тирәһендә аш-һыу менән булышҡан ҡатыны Сәлимә эшенән бүленеп ҡалды. “Айтуған, бар әле, төпкө бүлмәгеҙҙә ултырып тор”, - тип өндәштем башын эйеп торған балаға. Ул әйберҙәрен сисеп инеп киткәс, бүлмә ишеген ябып ҡуйҙым.
“Ҡурҡмағыҙ, улығыҙ бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәгән, ә бына һеҙгә шелтә һүҙем бар, ана, күрәһегеҙме Айтуғандың ботинкаһын? Ауыҙын асып, нимә тип ҡысҡырып тора ул, ишетәһегеҙме? Хужамдың аяғы өшөй, тип ҡысҡыра ул бахыр сабата,” - тинем мин тауышымды күтәрмәҫкә тырышып.
Албырғап ҡалған Рамаҙан: ”Үтегеҙ, Хәтижә Фазыловна, ултырығыҙ”, - тип һикелә урын күрһәтте. Сәлимә лә, тулҡынланыуҙан бит остары алһыуланып, ҡулын таҫтамалға һөртә-һөртә эргәмә килеп ултырҙы. Ирле-ҡатынлы бер-береһенә төбәлделәр.
“Сәлимә, һин ҡайҙа ҡараның, ә ?” - тип ҡыҙып китмәксе ине лә Рамаҙан, мин уның еңенән тартып туҡтаттым.
“Һин - ир кеше! Һин - хужа кеше! Һин - атай кеше!” - тинем ҡаты ғына итеп уның күҙҙәренә туп-тура ҡарап. Үҙемә ҡалһа, ”Һин - атай!” тигән һүҙҙәрҙе айырым - асыҡ ярһыу менән әйттем, шикелле.
Шул һүҙҙәрҙән һуң хушлашып сығып киттем. Рамаҙан менән Сәлимә ишек төбөндәге башы ҡупҡан ботинкаға төбәлеп, шым ғына ултырып ҡалдылар. Иртәгеһенә Айтуған мәктәпкә килмәне. Бер уҡыусым уны иртәнсәк ата-әсәһе менән бергәләшеп егеүле атҡа ултырып ҡайҙалыр китеүҙәре тураһында хәбәр итте. Аяғы өшөгән ине. Әллә ауырып, больницаға алып киттеләрме икән, тигән уй үтте башымдан.
Төндә йоҡом йоҡо булманы. Иртәнсәк ашығып эшкә йүнәлдем. Мәктәпкә етер саҡта бер бала ҡаршыма йүгереп килгәнен күрҙем. Айтуғанға ла оҡшатам үҙен. Эй Хоҙайым, ысынлап та, Айтуған бит был! Үҙенең ауыҙы ҡолағына еткән. Аһылдап йүгереп килеп туҡтаны уҡыусым эргәмә.
Ҡарағыҙ әле Айтуғанға: аяғында - көрән ботинкалар, өҫтөндә - һоро пальто, башында - ҡолаҡсындары күтәреп бәйләнгән күн бүрек.
Ай-һай,ҡайһылай килешеп торалар үҙенә! Мәктәпкә барышлай Айтуған ашыға-ашыға үҙ хәбәрен һөйләне: “Кисә иртән-иртүк атайым менән әсәйем ат арбаһына бойҙай тулы тоҡтарҙы тейәнеләр, шунан атты ектек тә, өсәүләшеп Учалыға баҙарға киттек. Бойҙайҙы һатҡан аҡсаға бына ошо әйберҙәрҙе алып бирҙеләр. Хәтижә апа, ботинкаларым оҡшаймы?”
Айтуғандың ҡыуанысы миңә лә күсте: “Оҡшамай буламы һуң инде, Айтуған?! Ҡотло булһын ботинкаларың, йылы тәнеңдә туҙһын,балаҡай”.
"Ҡото һеҙгә лә йоҡһон!" - тип йылмайҙы Айтуған күҙҙәрен осҡонландырып.
Беренсе сирек бөткәс ата-әсәләр йыйылышы уҙғарҙым. Быға тиклем Сәлимә йөрөй торған ине, был юлы Рамаҙан килде мәктәпкә.
Ул йылды класым бик тырыш һәм әүҙем ине. Ата-әсәләргә балаларының уңыштары һәм нимәләргә иғтибар итергә кәрәклеге тураһында әйтеп бирҙем. Рамаҙанға ла йылы һүҙҙәремде йәлләмәнем. Улдарын мәктәпкә бик бөхтә итеп кейендереп йөрөтөүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алдым.
Йыйылыштан һуң барыһы ла ҡайтырға ашыҡты, тик Рамаҙан ғына парта артында ултыра бирҙе. Уның нимәлер әйтергә теләгәне һиҙелеп тора ине. Бер аҙ өнһөҙ ултырғас, Рамаҙан шым ғына хәбәрен башланы. "Әлеге лә-баяғы йырыҡ ботинка хәленән һуң бик тә уңайһыҙландым. "Һин - атай кеше” тигәнегеҙ төнө буйы ҡолағымда яңғырап торҙо. Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, Хәтижә Фазыловна. Минең бит Кирәбеләге знакумдарымдан күрепле сана һатып алам тигән ниәтем бар ине. Шул бәйләнсек уйға албырғап, малайымдың кейеменә лә иғтибар итмәй башлағанмын, имеш. Әлдә генә килеп аҡылға ултыртып киттегеҙ, рәхмәт инде һеҙгә, Хәтижә Фазыловна!” - тине ул тулҡынланып, - “Өйөмдә оялтып хурланығыҙ, ә бөгөн килеп мәктәптә маҡтап ҙурланығыҙ”.
Рамаҙандың бәхетле йөҙөнә ҡарап, мин дә ҡыуанып ҡуйҙым.Ул, миңә иҫәнлек теләп, һаубуллашып бүлмәнән сыҡты. Мәктәп ихатаһында Айтуғандың : “Атай!” - тигән тауышын ишетеп, тәҙрәгә яҡын барҙым. Баҡтиһәң, Айтуған атаһын көтөп мәктәп тирәһендә йөрөгән икән. Өҫтөндә урамда кейә торған әйбере булһа ла, аяғында әлеге өр-яңы көрән ботинкалары күренә. Бик тә танһыҡ, күрәһең, балаға уларҙы кейеп йөрөүе.
Рамаҙан менән Айтуған йылмайып һөйләшә-һөйләшә ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Атай менән улға улар күҙҙән юғалғансы һоҡланып ҡарап торҙом.
Ботинкалар менән булған шул хәлде әлегә тиклем онота алмайым. Заман башҡа - заң башҡа тигәндәй, элек бит балалар бәләкәс кенә әйберҙе лә ҙур бүләк итеп ҡабул итә торғайнылар, хәҙерге балаларҙы бер нәмә менән дә аптыратырлыҡ түгел”.
...Бер миҙгел генә кейелеп сүп-сар итеп сығарып ташланған аяҡ кейемдәре уҡытыусымдың әйткән һүҙҙәрен тағы бер ҡат раҫлайҙар һымаҡ ине.
Фәнүзә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас в